Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙ юлын тапҡан – бәхетле
Үҙ юлын тапҡан – бәхетле
Сираттағы уҡыу йылы башланғас, еҙ ҡыңғырау сыңы балаларҙы йәйге ялдан айырып, йәнә мәктәпкә саҡырҙы. Көс, дәрт, илһам туплап өлгөргән уҡыусылар ғилем донъяһына сумды. Хәйер, мәктәп, баланың дөйөм аң-белем кимәлен үҫтереүҙән тыш, уға әхлаҡи һәм физик тәрбиә биреүгә, сәләмәтлеген нығытыуға, шәхес булараҡ формалашыуына ҙур өлөш индерә. Замандың ҡатмарлы, көсөргәнешле булыуын иҫәпкә алып, ҡасандыр мәғариф тармағында уңышлы ҡулланылған “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы быйылдан йәнә тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Ошо һәм, ғөмүмән, йәш быуынды көслө, уңышлы, бәхетле итеп тәрбиәләү серҙәре хаҡында Башҡортостандың Уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм олимпия резервын әҙерләү идаралығы начальнигы Рәшит КӘРИМОВ менән һөйләштек.
[left][/left]


– Рәшит Рушан улы, спорт өлкәһенә нисек аяҡ баҫыуығыҙ тураһында һөйләһәгеҙ ине.
– Бәләкәй саҡтан сәләмәт тормошҡа ылыҡтым. Уҡыуҙа ла һынатманым, спортта ла алдын­ғылыҡты бирмәнем. Уңыштарым өсөн VI класта “Орленок” Бөтә Рәсәй пионер лагерына юллама менән бүләкләндем. Мәктәпте тамамлағас, Күмер­тау педагогия училищеһының, Башҡорт дәүләт педагогия институтының физик культура бү­лектә­рендә уҡыным. Артабан Силәбе ҡала­һындағы Урал дәүләт физик культура акаде­мия­һында аспирантурала белем алдым, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланым.
Спорт менән шөғөлләнеү миңә армияла хеҙмәт иткәндә лә, Афғанстандың “ҡыҙыу нөктә”ләрен үткәндә лә ярҙам итте. Спорт кешене физик яҡтан да көслө итә, рухи яҡтан да нығыта, сыныҡтыра. Бер егет тә был өлкәне урап үтергә тейеш түгел. Профессиональ кимәлдә булмаһа ла, үҙе өсөн генә лә шөғөлләнергә тейеш. Беренсенән, ул үҙен, ғаиләһен, туғандарын һәм, әлбиттә, Ватанын яҡлай. Икенсенән, ул – ғаилә башлығы: балаларын тырыш, эшһөйәр, маҡсатҡа ынтылышлы булырға өйрәтә, бының өсөн иң тәүҙә үҙе өлгө күрһәтергә тейеш. Өсөнсөнән, бындай кеше үҙен һәр ваҡыт яҡшы формала тота, көс-дәрт тоя, кәйефе күтәренке була. Һаулыҡ тәү сиратта үҙебеҙ өсөн кәрәк.
– Идаралыҡ начальнигы вазифаһына илткән хеҙмәт юлығыҙ ниндәй булды?
– Уҡыуҙы тамамлағас, Башҡорт дәүләт уни­верси­тетының Сибай филиалында ассистенттан башлап факультет деканы урынбаҫарына тиклем эшләнем. Өфөгә күсеп килгәс, ВЭГУ акаде­мия­һында, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыттым. 2010 йылда әлеге вазифаға тәғәйенләнеләр.
– Төп эшмәкәрлегегеҙ нимәнән ғибәрәт?
– Беҙҙең идаралыҡ бөтә республика буйынса мәктәп уҡыусылары өсөн төрлө йүнәлештәге спорт ярыштары үткәрә. Төп маҡсатыбыҙ – мөмкин тиклем күберәк баланы физик культура менән шөғөлләнеүгә ылыҡтырыу. Мәғариф министрлығы менән раҫланған планға ярашлы йыл әйләнәһенә эш алып барабыҙ: уҡыу йылы дауамында балалар өсөн 40-тан ашыу спорт төрө буйынса саралар уҙғарһаҡ, йәй айҙарында төп иғтибарҙы лагерҙар ойоштороуға йүнәлтәбеҙ, уларға методик һәм матди ярҙам күрһәтәбеҙ. Бынан тыш, уҡытыу­сылар, тренерҙар, мәғариф бүлеге етәкселәре өсөн дә төрлө кәңәшмәләр үткәрәбеҙ.
Стәрлетамаҡ, Туймазы, Ағиҙел, Сибай, Салауат ҡалалары, Әбйәлил, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ, Ғафури райондары һәм башҡа төбәктәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Һәр сарала яҡынса 200 – 250 бала ҡатнаша. Әйтәйек, былтыр Президент ярыштарында 700-гә яҡын уҡыусы булды. Әммә балаларҙың күпләп ҡатнашыуы сифатҡа бер ҙә кире йоғонто яһамай. Киреһенсә, күрһәткестәр һәр ваҡыт юғары. Мәҫәлән, Президент уйындары буйынса Рәсәй кимәлендә беренсе-икенсе урындар гел беҙҙә.
– Быйыл мәктәптәрҙә “Хеҙмәткә һәм оборо­наға әҙер” физкультура-спорт комплексы тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Быға ҡара­шығыҙ нисек?
– Был – бик дөрөҫ һәм ваҡытында ҡабул ителгән ҡарар. Унан ҡурҡырға ярамай. Күптәр, хәҙер балаларҙы ыҙалата башлайҙар инде, тип уйлай. Әммә ГТО-ны дөрөҫ ҡабул итергә кәрәк, ул уҡыусының физик үҫеш, әҙерлек кимәлен тик­шереү генә. Икенсе яҡтан, төбәктәр спорт күрһәт­кестәре буйынса үҙ-ара ярыша икән – был бик яҡшы күренеш. Беҙ мәктәптә уҡығанда ГТО комплексы талаптарын үтәп үҫтек, тәрбиәләндек, хәрби хеҙмәткә әҙерләндек. Ғөмүмән, был системаны тормошҡа ашырыу бала өсөн файҙаға ғына.
– Бөтә эшмәкәрлегегеҙ үҫмерҙәрҙең сәлә­мәт­леген нығытыуға, уларҙы физик һәм рухи яҡтан көслө шәхес итеп тәрбиәләүгә йүнәл­телгән. Һеҙҙең ҡул аҫтында бихисап Рәсәй, Европа чемпионы, спорт мастеры, кандидат әҙерләнгән. Үҙ бала­ларығыҙҙы ла ошо йүнәлештә тәрбиәләй­һегеҙҙер…
– Әлбиттә. Өлкән улым Ратмир бәләкәй саҡта йөҙөү менән шөғөлләнде, хәҙер ул – ҡасандыр мин ял иткән “Орленок” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә заманса бейеү буйынса хореограф. Үҙ эшен ярата. Уртансы улым Руслан II класта уҡый, халыҡ бейеүҙәрен үҙ итә. Арсен балалар баҡсаһына йөрөй, миңә оҡшап, бокс менән шөғөлләнә. Улдарыма, тормошта үҙегеҙҙе, үҙ урынығыҙҙы эҙләргә кәрәк, тип әйтәм.
Ғүмер буйы көрәш менән шөғөлләндем, шулай үҙемде яҡларға, юғалып ҡалмаҫҡа өйрәндем. Иң иҫтә ҡалған ярыш – кикбоксинг буйынса тәүге Башҡортостан чемпионаты. Унда чемпион исемен яуланым. Ғөмүмән, ғүмер – минең өсөн ярыш. Йәшләй етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиә­ләнергә тура килде. Шуға күрә бәләкәй саҡтан үҙ көсөмә генә ышанып үҫтем, кемгәлер һалынырға, ярҙам өмөт итергә тура килмәне. Үҙ-үҙемә юл ярҙым, тырыштым – ысын кеше булғы килә ине…
– Һеҙҙең турала сәләмәт тормош алып барған, әүҙем спорт ғаиләһе тип әйтергә була.
– Эйе. Ҡатыным Оксана – шулай уҡ физик культура уҡытыусыһы, спортсы. Кикбоксинг, каратэ буйынса спорт мастеры нормативын үтәне. Малайҙар менән һәр ваҡыт ишек алдында футбол, волейбол, бадминтон кеүек уйындар уйнаһаҡ, йорт эсендә булдырылған спорт ҡаласығында бокс менән шөғөлләнәбеҙ, башҡа төрлө күнекмәләр яһайбыҙ. Күрше-тирәнән дә балалар йыйыла, ҡайһы саҡ арып та китәм (көлә). Уларҙың насар ғәҙәттәрҙән ары тороп, шулай спортҡа ылығыуы, сәләмәт тормош алып барыуы күпкә мөһимерәк.
Ир-егет тормошта өс бурысын үтәргә тейеш, тиҙәр: йорт төҙөргә, ул үҫтерергә, ағас ултыртырға. Шамонин ауылында һалып сыҡҡан йорт тирәләй малайҙарым йүгереп йөрөп уйнай, алмағастар шаулап үҫә… Ир-егетлек бурысымды үтәнем, әммә тормошта башҡараһы эштәрем, өлгәшәһе маҡсаттарым күп әле. Улдарымды аяҡҡа баҫты­рырға, уларҙы ысын ир, олоно – оло, кесене кесе итә белгән намыҫлы кеше итеп тәрбиәләргә теләйем.
– Рәшит Рушан улы, һеҙҙеңсә, уңышлы, бәхетле булыу сере нимәлә?
– Әҙәм балалары ергә бер тигеҙ булып тыуа. Ә инде артабан кешенең шәхес булып формалашыуы, үҫешеүе тик үҙенән тора. Уҡыусыларыма һәр ваҡыт әйтәм: үҙең юғарыға ынтылырға теләмәйһең икән, эргәңә ун иң яҡшы тренерҙы килтереп ҡуйһаң да, бер нисек тә ярҙам итә алмаясаҡ. Иң мөһиме – кешенең үҙенең ынтылышы, теләге, ихтыяр көсө булырға тейеш. Һәм һәр ваҡытта ла кешелекле булып ҡалыу зарур. Быны бәхетле булыуҙың төп нигеҙе тип атар инем.
Артабан ғүмер юлыңда ыңғай, изге күңелле кешеләрҙең осрауы тик яҡшыға. Был йәһәттән тормоштағы уҡытыусыларымдан уңдым. Сибайҙа уҡығанда – Камил Ишбулды улы Сирғәлин, Ҡазан­да Анатолий Васильевич Ефремов, Силәбелә Олег Александрович Сиротин, кәңәштәрен биреп, рухи яҡтан ярҙам итте, икеләнгән сағымда тура юл күрһәтте, өлгө булды. Ундай кешеләр бөгөн дә бар. Әлеге ваҡытта хеҙмәт һәм тыл ветераны Нурислам Нурый улы Вәлиевтең кәңәштәре тормошта ярҙам итә. Әлбиттә, уларға һәр ваҡыт рәхмәт­лемен.
– Ҡыҙыҡлы, фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн, шулай уҡ тормошта изге эш башҡарғанығыҙ – ҡатмарлы заманда балаларға, үҫмерҙәргә тура юл күрһәтеп, уларҙы физик, рухи, әхлаҡи яҡтан сәләмәт, көслө булырға өйрәткәнегеҙ, кешелеклелек сифаттары тәрбиәләгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ҡорған хыял­дарығыҙ тормошҡа ашһын!

Ҡарлуғас ИШЕМҒОЛОВА
әңгәмәләште.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды

«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды 22.08.2025 // Йәмғиәт

«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды...

Тотош уҡырға 15

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү яуланы

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү яуланы 22.08.2025 // Йәмғиәт

Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, Башҡортостандан сенатор...

Тотош уҡырға 16

Шишмәлә милли аш-һыу фестивалендә башҡорт халҡының милли ризығын әҙерләгәндәр

Шишмәлә милли аш-һыу фестивалендә башҡорт халҡының милли ризығын әҙерләгәндәр 22.08.2025 // Йәмғиәт

«Турахан» визит-үҙәге янында уҙған милли аш-һыу фестивале барышында донъялағы иң ҙур тултырылған...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды

Башҡортостанда производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды 21.08.2025 // Йәмғиәт

Социаль реабилитация сиктәрендә 16 кеше «Лада Гранта» алды....

Тотош уҡырға 35

Республиканың тағы бер районында медицина колледжы филиалы асыла

Республиканың тағы бер районында медицина колледжы филиалы асыла 21.08.2025 // Йәмғиәт

1 сентябрҙән Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Сибай медицина колледжы филиалы үҙ эшен башлай....

Тотош уҡырға 22

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы 21.08.2025 // Йәмғиәт

Сараның маҡсаты – водитель таныҡлығы булмаған, шулай уҡ машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән...

Тотош уҡырға 21

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 19

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 20

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ураҡта иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн сираттағы республика конкурсы ойошторола....

Тотош уҡырға 30

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә 20.08.2025 // Йәмғиәт

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов үҙенең телеграм-каналында ошо турала хәбәр итә....

Тотош уҡырға 25

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай 20.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй вуздарында һәм колледждарында уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар йөклөлөк һәм бала табыу буйынса...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 36