Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Герой – беҙҙә ҡунаҡта
Герой – беҙҙә ҡунаҡта
1957 йылдың ҡырыҫ ҡышы. Көслө дауыл Бәләбәйҙән алыҫ булмаған “Аксенов” менән “Глуховская” станциялары араһындағы бөтә электр бағаналарын ауҙарғанлыҡтан, поездар йөрөй алмай.


Был хәл “Башкирэнерго” етәкселе­генең ҡотон ала. Мәскәүҙән өҙөклөктө ете көн эсендә бөтөрөүҙе талап итәләр. Поездар йөрөшөн тотҡарлаған өсөн ҙур штраф менән ҡурҡыталар, төрмә менән янайҙар. Егерме километр араға ете көндә бағаналар ултыртып сығыу мөмкин түгел, кәмендә бер ай кәрәк буласаҡ, ти белгестәр.
“Башкирэнерго” етәкселегенең тамам башы ҡата. Шул саҡ электромонтерҙар бри­гадаһының мастеры Фахразый Таһировты иҫтәренә төшөрәләр. Булдыҡлы, аҡыллы егеттең йыш ҡына ауыр хәлдән ҡотҡарғаны була. Эшселәр өсөн тейешле шарттар тыуҙырғанда, был яуаплы бурысты атҡарып сығырға була, тип белдерә ул. Әлбиттә, эш еңелдән түгел. Шулай ҙа Фахразый Әхмәҙиә улы етәкселегендәге бригада, туң ерҙе заманса алымдар ҡулланып ҡаҙып, етенсе көндә эште теүәлләй.
Был – Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Фахразый Әхмәҙиә улының оҙайлы, намыҫлы хеҙмәт юлының бер өлөшө генә. Яҡташтары янына, Үзбәк мәктәбенә осрашыуға килгәс, уҡыу­сылар ҙа, өлкәндәр ҙә уның тыныс тормош­тағы батырлығы хаҡында китаптан уҡып бел­гәнен йәнә күңеленән үткәрҙе.
Белем усағы директоры Айгөл Ғәбдиева һүҙҙе Фахразый Әхмәҙиә улына биргәс, зал йәнләнеп китте. Балалар ғына түгел, өлкән­дәрҙең йөҙөндә лә ҡыҙыҡһыныу уянды. Бы­на ниндәй мәшһүр яҡташтары бар уларҙың! Күкрәгендә Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары балҡыған уҙаман үҙенең хеҙмәт юлы хаҡында бер нисә һүҙ менән генә әйткәндән һуң:
— Һеҙ, моғайын, минең турала яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның “Вәрәҙекүл аҡсар­лағы” тигән китабы аша беләһегеҙҙер. Ә минең ауыл­дашыбыҙ Социалистик Хеҙмәт Геройы Миңлегөл Санъярова хаҡында һөйләгем килә, – тине.
Әйткәндәй, яҡташтары был повесты яратып уҡыған, мәктәптә өйрәнгән, фекер алыш­ҡан. Ә Наҙгөл Ғәбдиева башҡорт теле уҡы­тыусыһы Әлфиә Рафиҡова етәкселе­гендә ғилми эш яҙып, районда беренсе урынды яулаған.
— Миңлегөл Әгелмөхәмәт ҡыҙы ошо ауыл­да тыуған. Тәүҙә колхозда эшләй, аҙаҡ Өфөгә күсеп килгәс, ташсы һөнәрен үҙләш­терә. Ул күп кенә сәнәғәт һәм социаль объекттарҙы төҙөүҙә ҡатнашты, – тине Фах­ра­зый Әхмәҙиә улы. – 1975 йылда Өфө моторҙар етештереү заводында “Москвич-412” автомобиле двигателдәре эшләү өсөн яңы комплекс төҙөштө, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булып, “Ураҡ һәм Сүкеш” алтын миҙалы, Ленин ордены менән бүләкләнде. Уның Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены ла бар ине. 2010 йылда мәрхүмә булды яҡташыбыҙ.
Осрашыуға китап авторының үҙе — Лира Яҡшыбаеваның килеүе кисәне йәмләп ебәрҙе.
— Фахразый Таһиров, Миңлегөл Санъярова кеүек шәхестәр — бөгөнгө заман геройҙары, улар кеүек эш һөйөп үҫегеҙ, яҡшы уҡығыҙ, – тине балаларға яҙыусы апайҙары.


Автор: И. ХАҠОВ. Район: Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә