1957 йылдың ҡырыҫ ҡышы. Көслө дауыл Бәләбәйҙән алыҫ булмаған “Аксенов” менән “Глуховская” станциялары араһындағы бөтә электр бағаналарын ауҙарғанлыҡтан, поездар йөрөй алмай.
Был хәл “Башкирэнерго” етәкселегенең ҡотон ала. Мәскәүҙән өҙөклөктө ете көн эсендә бөтөрөүҙе талап итәләр. Поездар йөрөшөн тотҡарлаған өсөн ҙур штраф менән ҡурҡыталар, төрмә менән янайҙар. Егерме километр араға ете көндә бағаналар ултыртып сығыу мөмкин түгел, кәмендә бер ай кәрәк буласаҡ, ти белгестәр.
“Башкирэнерго” етәкселегенең тамам башы ҡата. Шул саҡ электромонтерҙар бригадаһының мастеры Фахразый Таһировты иҫтәренә төшөрәләр. Булдыҡлы, аҡыллы егеттең йыш ҡына ауыр хәлдән ҡотҡарғаны була. Эшселәр өсөн тейешле шарттар тыуҙырғанда, был яуаплы бурысты атҡарып сығырға була, тип белдерә ул. Әлбиттә, эш еңелдән түгел. Шулай ҙа Фахразый Әхмәҙиә улы етәкселегендәге бригада, туң ерҙе заманса алымдар ҡулланып ҡаҙып, етенсе көндә эште теүәлләй.
Был – Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Фахразый Әхмәҙиә улының оҙайлы, намыҫлы хеҙмәт юлының бер өлөшө генә. Яҡташтары янына, Үзбәк мәктәбенә осрашыуға килгәс, уҡыусылар ҙа, өлкәндәр ҙә уның тыныс тормоштағы батырлығы хаҡында китаптан уҡып белгәнен йәнә күңеленән үткәрҙе.
Белем усағы директоры Айгөл Ғәбдиева һүҙҙе Фахразый Әхмәҙиә улына биргәс, зал йәнләнеп китте. Балалар ғына түгел, өлкәндәрҙең йөҙөндә лә ҡыҙыҡһыныу уянды. Бына ниндәй мәшһүр яҡташтары бар уларҙың! Күкрәгендә Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары балҡыған уҙаман үҙенең хеҙмәт юлы хаҡында бер нисә һүҙ менән генә әйткәндән һуң:
— Һеҙ, моғайын, минең турала яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның “Вәрәҙекүл аҡсарлағы” тигән китабы аша беләһегеҙҙер. Ә минең ауылдашыбыҙ Социалистик Хеҙмәт Геройы Миңлегөл Санъярова хаҡында һөйләгем килә, – тине.
Әйткәндәй, яҡташтары был повесты яратып уҡыған, мәктәптә өйрәнгән, фекер алышҡан. Ә Наҙгөл Ғәбдиева башҡорт теле уҡытыусыһы Әлфиә Рафиҡова етәкселегендә ғилми эш яҙып, районда беренсе урынды яулаған.
— Миңлегөл Әгелмөхәмәт ҡыҙы ошо ауылда тыуған. Тәүҙә колхозда эшләй, аҙаҡ Өфөгә күсеп килгәс, ташсы һөнәрен үҙләштерә. Ул күп кенә сәнәғәт һәм социаль объекттарҙы төҙөүҙә ҡатнашты, – тине Фахразый Әхмәҙиә улы. – 1975 йылда Өфө моторҙар етештереү заводында “Москвич-412” автомобиле двигателдәре эшләү өсөн яңы комплекс төҙөштө, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булып, “Ураҡ һәм Сүкеш” алтын миҙалы, Ленин ордены менән бүләкләнде. Уның Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены ла бар ине. 2010 йылда мәрхүмә булды яҡташыбыҙ.
Осрашыуға китап авторының үҙе — Лира Яҡшыбаеваның килеүе кисәне йәмләп ебәрҙе.
— Фахразый Таһиров, Миңлегөл Санъярова кеүек шәхестәр — бөгөнгө заман геройҙары, улар кеүек эш һөйөп үҫегеҙ, яҡшы уҡығыҙ, – тине балаларға яҙыусы апайҙары.