Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өҫтәлдән шәкәр өҙөлмәҫ
Өҫтәлдән шәкәр өҙөлмәҫ
Быйыл республикала 49,5 мең гектар майҙандан шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алырға кәрәк. Белгестәр әйтеүенсә, йәйҙең тәби­ғәт шарттары был “тат­лы тамыр”ҙан яҡшы уңыш йыйыу мөмкинлеген биргән. Өҫтәүенә уның шәкәрлелеге лә юғары. Сентябрь башы мәғлү­мәт­­тәренә ҡарағанда, Шишмә районының «Башкирагроинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә иң ҙур ауыр­лыҡтағы – 460 грамлыҡ сөгөлдөр үҫтерелгән. Шулай уҡ Көйөргәҙе, Мәлә­үез райондарында ла күр­­­һәткестәр яҡшы ғына.



Бөгөн Башҡортостандың ауыл хужалығында шәкәр сөгөл­дөрөн йыйыу өсөн тәғәйенләнгән 150-нән ашыу комбайн бар. Көндәр матур булһа, был техника яр­ҙамында бурысты ике ай эсендә атҡарырға мөмкин. Шулай итеп, һәр комбайнға уртаса 200 гек­тарҙан уңыш йыйырға тура килә­сәк. Ҡайһы бер райондарҙа, мәҫәлән, Баҡалыла был күрһәт­кес – 700, Дәүләкәндә 500 гектар.
Ҡырмыҫҡалы районында ла “татлы тамыр”ҙы йыйыуҙың ҡыҙ­ған мәле. Бөгөн “Артемида”, “Үҙәк” МТС-ы, “Башҡортостан” йәмғиәттәре, Шайморатов исе­мен­дәге хужалыҡ сөгөлдөр сы­ғарыу менән мәшғүл. 12 сен­тябрь мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 335 гектар майҙандан 8 мең 375 тонна уңыш йыйып алынған, гектар ҡеүәте – 250 центнер.
“Үҙәк” МТС-ы филиалы эш­сәндәре ураҡҡа районда тәү­геләрҙән булып төштө. Хужалыҡ баҫыуҙарына барғас, рәт-рәт те­ҙелешеп ятҡан сөгөлдөр өйөм­дәренең ҡояш нурында бал­ҡып ятыуына шаһит булдыҡ. Ауыл кешеһенең йәй буйы тырышып үҫтергән хеҙмәт емеше алтынға бәрәбәр. Шуға күрә уны ваҡы­тында юғалтмай йыйып алыу өсөн бөтә көс һалына.
– Былтыр уңышты тапшы­рыу­ҙа проблемалар килеп сығыуы, һауа шарттарының тотороҡһоҙ­лоғо беҙгә ҙур һабаҡ булды. Шунлыҡтан быйыл шәкәр сө­гөлдөрөн йыйыуҙы иртәрәк баш­ланыҡ. Сеймалды Раевка шәкәр заводына тапшырабыҙ. Көнөнә яҡынса утыҙ-ҡырҡ рейс яһала. Уңыш гектарынан 250 центнер­ҙан кәм түгел, – ти хужалыҡ агрономы Фәнил Ғәлиев.
Шайморатов исемендәге ху­жа­лыҡта ла эш дәррәү бара.
– Әле 70 гектар ерҙән татлы аҙыҡ йыйып алынды. Уңыш был­тырғы­ ке­үек үк. Сөгөлдөр­сөләр Рәсих Низамов, Пантелей Неделков, Сер­гей Ангел һәм иҫәп­се Гөл­си­рә Иҫәнбаева бик тырыша, – ти йәмғиәт етәксеһе Ар­тур Нурғәлиев.
Ҡырмыҫҡалы эшсәндәре көҙг­ө эштәрҙә бар көсөн һала. Һауа шарттары ғына боҙол­ма­һын. Көндө төнгә ялғап эшләгән ауыл уңғандарының өмөттәре генә аҡланһын.





Автор: Эльнара АБАҠАСОВА. Район: Ҡырмыҫҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә