Быйыл республикала 49,5 мең гектар майҙандан шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алырға кәрәк. Белгестәр әйтеүенсә, йәйҙең тәбиғәт шарттары был “татлы тамыр”ҙан яҡшы уңыш йыйыу мөмкинлеген биргән. Өҫтәүенә уның шәкәрлелеге лә юғары. Сентябрь башы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Шишмә районының «Башкирагроинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә иң ҙур ауырлыҡтағы – 460 грамлыҡ сөгөлдөр үҫтерелгән. Шулай уҡ Көйөргәҙе, Мәләүез райондарында ла күрһәткестәр яҡшы ғына.
Бөгөн Башҡортостандың ауыл хужалығында шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу өсөн тәғәйенләнгән 150-нән ашыу комбайн бар. Көндәр матур булһа, был техника ярҙамында бурысты ике ай эсендә атҡарырға мөмкин. Шулай итеп, һәр комбайнға уртаса 200 гектарҙан уңыш йыйырға тура киләсәк. Ҡайһы бер райондарҙа, мәҫәлән, Баҡалыла был күрһәткес – 700, Дәүләкәндә 500 гектар.
Ҡырмыҫҡалы районында ла “татлы тамыр”ҙы йыйыуҙың ҡыҙған мәле. Бөгөн “Артемида”, “Үҙәк” МТС-ы, “Башҡортостан” йәмғиәттәре, Шайморатов исемендәге хужалыҡ сөгөлдөр сығарыу менән мәшғүл. 12 сентябрь мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 335 гектар майҙандан 8 мең 375 тонна уңыш йыйып алынған, гектар ҡеүәте – 250 центнер.
“Үҙәк” МТС-ы филиалы эшсәндәре ураҡҡа районда тәүгеләрҙән булып төштө. Хужалыҡ баҫыуҙарына барғас, рәт-рәт теҙелешеп ятҡан сөгөлдөр өйөмдәренең ҡояш нурында балҡып ятыуына шаһит булдыҡ. Ауыл кешеһенең йәй буйы тырышып үҫтергән хеҙмәт емеше алтынға бәрәбәр. Шуға күрә уны ваҡытында юғалтмай йыйып алыу өсөн бөтә көс һалына.
– Былтыр уңышты тапшырыуҙа проблемалар килеп сығыуы, һауа шарттарының тотороҡһоҙлоғо беҙгә ҙур һабаҡ булды. Шунлыҡтан быйыл шәкәр сөгөлдөрөн йыйыуҙы иртәрәк башланыҡ. Сеймалды Раевка шәкәр заводына тапшырабыҙ. Көнөнә яҡынса утыҙ-ҡырҡ рейс яһала. Уңыш гектарынан 250 центнерҙан кәм түгел, – ти хужалыҡ агрономы Фәнил Ғәлиев.
Шайморатов исемендәге хужалыҡта ла эш дәррәү бара.
– Әле 70 гектар ерҙән татлы аҙыҡ йыйып алынды. Уңыш былтырғы кеүек үк. Сөгөлдөрсөләр Рәсих Низамов, Пантелей Неделков, Сергей Ангел һәм иҫәпсе Гөлсирә Иҫәнбаева бик тырыша, – ти йәмғиәт етәксеһе Артур Нурғәлиев.
Ҡырмыҫҡалы эшсәндәре көҙгө эштәрҙә бар көсөн һала. Һауа шарттары ғына боҙолмаһын. Көндө төнгә ялғап эшләгән ауыл уңғандарының өмөттәре генә аҡланһын.