Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Еңеүемә ышандым”
Кисә көндөң икенсе ярты­һында төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов журналистар менән осрашып, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.

– Миңә ышаныс белдергән, беҙ алып барған сәйәсәтте хуплаған һәм киләһе биш йыл­лыҡта ла ошо йүнәлештә ҡа­лырға теләгән һайлаусы­ла­рыма рәхмәт. Иң мөһиме – һайлау­ҙар тыныс шарттарҙа лайыҡлы үтте, — тине Рөстәм Зәки улы.
Төбәк башлығы республика иҡтисадына байҡау яһап, ауыл хужалығына, торлаҡ төҙөүгә ­ мәсьәләләргә асыҡ­лыҡ индер­ҙе, финанс ресурс­тарға, санк­цияларға айырым туҡталды, ШОС, БРИКС саммиттарына әҙерлек барышы менән таныш­тырҙы, ғөмүмән, тармаҡ­тар­ҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән пландар хаҡында һөйләне.
— Һайлау эшмәкәрлекте яңы­нан башлау тигәнде аңлат­май. Нисек эшләгәнбеҙ, артабан да ошо йүнәлештә дауам итәсәкбеҙ, — тине ул. — Һай­лау тәү сиратта — яуаплылыҡ. Еңеүемә ышандым. Шунһыҙ ярамай ҙа. Ләкин халыҡтың шул тиклем әүҙем ҡатнашыуын көт­мә­гәйнем. Бәл­ки, күрһәткес­тәр Рәсәй кимә­лендә әллә ни ҙур ҙа түгелдер, әммә беҙҙең осраҡта һәр тауыш мөһим.
Журналистарҙы һайлау­ҙарҙа иң юғары һөҙөмтәләр күрһәткән ауыл халҡының йәшә­йеше лә ҡыҙыҡһындырҙы.
— Ауылдар өсөн күңелем тыныс. Беҙҙә тырыш, егәрле халыҡ йәшәй. Ә ауыл хужа­лығын артабан үҫтереүгә кил­гәндә – ул төп маҡсат­та­рыбыҙ­ҙың береһе, – тине Рөстәм Зәки улы.
Осрашыу һуңында Рөстәм Хәмитов тағы бер тапҡыр һай­лаусыларына, уға таяныс, те­рәк булғандарға рәхмәт әйтте.
— Һайлауҙар үтте. Алда тағы ла яуаплыраҡ һынау көтә. Үҙемә ышаныс белдергән халҡым алдында һынау, — тине төбәк башлығы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә