Кисә көндөң икенсе яртыһында төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов журналистар менән осрашып, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
– Миңә ышаныс белдергән, беҙ алып барған сәйәсәтте хуплаған һәм киләһе биш йыллыҡта ла ошо йүнәлештә ҡалырға теләгән һайлаусыларыма рәхмәт. Иң мөһиме – һайлауҙар тыныс шарттарҙа лайыҡлы үтте, — тине Рөстәм Зәки улы.
Төбәк башлығы республика иҡтисадына байҡау яһап, ауыл хужалығына, торлаҡ төҙөүгә мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерҙе, финанс ресурстарға, санкцияларға айырым туҡталды, ШОС, БРИКС саммиттарына әҙерлек барышы менән таныштырҙы, ғөмүмән, тармаҡтарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән пландар хаҡында һөйләне.
— Һайлау эшмәкәрлекте яңынан башлау тигәнде аңлатмай. Нисек эшләгәнбеҙ, артабан да ошо йүнәлештә дауам итәсәкбеҙ, — тине ул. — Һайлау тәү сиратта — яуаплылыҡ. Еңеүемә ышандым. Шунһыҙ ярамай ҙа. Ләкин халыҡтың шул тиклем әүҙем ҡатнашыуын көтмәгәйнем. Бәлки, күрһәткестәр Рәсәй кимәлендә әллә ни ҙур ҙа түгелдер, әммә беҙҙең осраҡта һәр тауыш мөһим.
Журналистарҙы һайлауҙарҙа иң юғары һөҙөмтәләр күрһәткән ауыл халҡының йәшәйеше лә ҡыҙыҡһындырҙы.
— Ауылдар өсөн күңелем тыныс. Беҙҙә тырыш, егәрле халыҡ йәшәй. Ә ауыл хужалығын артабан үҫтереүгә килгәндә – ул төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе, – тине Рөстәм Зәки улы.
Осрашыу һуңында Рөстәм Хәмитов тағы бер тапҡыр һайлаусыларына, уға таяныс, терәк булғандарға рәхмәт әйтте.
— Һайлауҙар үтте. Алда тағы ла яуаплыраҡ һынау көтә. Үҙемә ышаныс белдергән халҡым алдында һынау, — тине төбәк башлығы.