Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡулдарының барҙыр тылсымы
Ҡулдарының барҙыр тылсымы"Һеҙ Әмир Шакировты күрмәйенсә китмәгеҙ", – тинеләр миңә Учалы яҡтарында командировкала булғанда. Оҫта ҡуллы ағайҙы төбәктә белмәгән кеше юҡ.
Ысынлап та, тупһаны атлап инеү менән бында алтын ҡуллы уҙаман көн иткәнен төшөндөк: барлыҡ бүлмәләрҙең стеналарын ағастан эшләнгән йәнлек-ҡош һындары биҙәй, музейҙағы кеүек ҡарасҡылар ҙа бар. Бер бүлмәһендә – оҫтахана, бында махсус ҡорамалдар, эш материалдары тупланған.
Әмир ағайҙың ижад өлгөләренә һоҡланмау мөмкин түгел – бирһә бирә бит Хоҙай Тәғәлә һәләтте! Ә бит ул урындағы тау техникумын тамамлағандан һуң ғүмер буйы Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләгән. Бала саҡтан һүрәт төшөрөү, ағасты юнып һырлау ғәмәлдәре менән ҡыҙыҡһынһа ла, ижади хыялдарын тормошҡа ашырырға ваҡыты ла, мөмкинлеге лә булмаған.
"1995 йыл ине. Хаҡлы ялға сыҡтым тип, буш ваҡыттың күплегенә шатланып йөрөгән осор. Күңелде бер уй борсой: ниңә ағастан болан һынын эшләп ҡарамаҫҡа?" – тип тәүге тапҡыр ныҡлап ошо шөғөлгә тотонған мәлен хәтерләй Әмир Сәлимйән улы. Маҡсат ҡуйылғас, дәрт-дарманы ла табыла. Иң тәүҙә оҫта Ҡулдарының барҙыр тылсымыбуласаҡ һындың һүрәтен төшөрә, һыҙмалар эшләй, унан һуң боланға тотона. Һын иҫ киткес күркәм килеп сыға. Яҡындары, таныштары хайран ҡала, ысын күңелдән әйтелгән маҡтау һүҙҙәре ижадсыға ҡанат ҡуя, ҡомар өҫтәй...
Шуныһын әйтергә кәрәк: Әмир Шакиров ҡош-йәнлек һындарын тәбиғи ҙурлығында һынландыра, эшендә ағасты һәм линолеумды һырлап эшләү, гравировка, таксидермия алымдарын ҡуллана. Бына, мәҫәлән, көҙгөнө биҙәп тороусы ап-аҡ күгәрсендәр. Уларҙы ағастан эшләнгән тип уйламаҫһың да – әйтерһең, ҡоштар ем сүпләргә генә килеп ҡунған, хәҙер, ел иҫеү менән, ҡанаттарын елпеп осоп та китер...
Ҡулдарының барҙыр тылсымыБыл тылсымлы көршәкте иһә күлдең һомғол ҡыҙҙары – нескәбил ҡамыштар, гүзәл томбойоҡтар биҙәй. Тик был ни хәл: йылы урынды йылан үҙ иткән, ана, хужа булып, ҡамыштар араһынан һығылмалы кәүҙәһен күрһәтә түгелме? Автор әйтеүенсә, йылан – аҡыл, мәңгелек символы, унан ҡурҡырға түгел, ә хөрмәт итергә кәрәк. Ғөмүмән, һәр әҫәрҙең нигеҙендә – ижади сюжет ҡына түгел, үҙенсәлекле төҫтәр балҡышы: рәссамдың тәбиғәтте ысын күңелдән яратыуы, уның һәр ғәмәлен тормоштоң иң ҙур мөғжизәһе булараҡ ҡабул итеүе, донъяға оло һөйөү менән бағыуы һәр эшендә сағыла кеүек. Яҡташтары Әмир Шакировты шарждар, карикатуралар ижад итеүсе тип тә белә – улар урындағы матбуғат сараларында йыш донъя күрә.
Әмир ағай материалдарҙы урманда йыя. "Тәбиғәт ҡосағына төплө әҙерлек менән сығып китәм, сөнки балыҡ тоторға, бәшмәк, еләк-емеш, шифалы үләндәр йыйырға ла яратам. Аяҡ аҫтында ятҡан, төрлө һындарҙы хәтерләткән ботаҡ-сыбыҡтарҙы күҙ уңынан ысҡындырмайым. Уларҙы алып ҡайтып, ҡабығын әрсеп, таҙартып-киптереп ҡуям", – тип һөйләй оҫта. Ул үҙ эшендә биҙәү таштары, төҙөлөш иҙмәһе, органик быяла, туҡыма, көҙгө, буяу һәм башҡа материалдарҙы ла ҡуллана.
Тиҫтә йылдан ашыу осорҙа Әмир Шакиров йөҙҙән ашыу ижади эш башҡарған. Һәр композицияға бер нисә айҙан бер йылғаса ваҡыт талап ителә. Оҫтаның Ҡулдарының барҙыр тылсымыижад емештәрен теләп алалар. Ул эшләгән һындарҙы бөгөн Рәсәй төбәктәрендә, Италияла, Германияла ла осратырға мөмкин.
– Бер генә өлгө лә ҡабатланмай – һәр һын уникаль, – ти Әмир Сәлимйән улы. – Уларҙы эшләп бөткәнсе күңелем эҫенеп китә, ни тиһәң дә йөрәк йылыһын ҡушып яһайым бит... Ҡайһы саҡта улар төшкә лә инә.
"Ижад кешеһе менән көн иткәс, һеҙгә лә күңелһеҙ түгелдер?" – тигән һорауыма Әмир ағайҙың ҡатыны Рәйсә Мостафа ҡыҙы ихлас яуап бирә:
— 50 йыл татыу ғүмер итәбеҙ. Тормош булғас, ҡаршылыҡтар булмай торманы, әммә һәр ваҡыт бер-беребеҙҙе аңлап, хөрмәт итеп йәшәнек. Уның шөғөлө ни тиклем мөһим икәнлеген аңлайым һәм һәр ваҡыт хәлдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам, донъя ваҡлыҡтары менән борсорға теләмәйем.
Рәйсә Мостафа ҡыҙы өс тиҫтә йылдан ашыу крансы булып эшләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ул да үҙенә ҡыҙыҡлы шөғөл тапҡан: заказ буйынса тәм-том бешерә, бигерәк тә һарыҡ бәрәсе формаһындағы кексҡа ҡала халҡы әүҙем заказ бирә. Баҡһаң, ҡасандыр туған тейешле бер апай махсус заказ менән заводта кекс һауыты эшләтеп алған икән. Мираҫ булып, ул Шакировтарға күскән. Ҡорбан байрамында, туйҙарҙа табынды биҙәү өсөн "Аҡ бәрәс" кексына күпләп заказ бирәләр. Рәйсә апай, уны таҫмалар менән биҙәп тә ебәрәм, ти.
Ҡулдарының барҙыр тылсымыЫсынлап та, һоҡланырлыҡ Шакировтарҙың ғаиләһе! Улар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Һәр ҡайһыһы үҙаллы тормош ҡорған. "Береһендә булһа ла ижади һәләт бармы? Ағас эше серҙәрен уларға төшөндөрәһегеҙме?" – тигән һорауыма, Әмир Сәлимйән улы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларының әлегә ундай форсаты булмауын белдерҙе. Әммә улы һунарсылыҡ менән шөғөлләнә икән – йорттағы ҡош-йәнлек ҡарасҡылары уның ярҙамында эшләнгән. Хәйер, оҫта үҙе лә ижадҡа хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына тотонған бит, шуға күрә, кем белә, бәлки, Шакировтың нәҫел-нәсәбендә ошо эште дауам итеүселәр булыр...
Гүзәлиә Балтабаева

Учалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә