Ҡулымдағы китапты ҡат-ҡат битләп, быуаттар төпкөлөнән килгән ябай уҡ булмаған хәл-ваҡиғаларҙы күҙаллап ултырғанда “Беҙ – евразиясылар, сығышыбыҙ менән башҡорттар, мосолмандар” тигән һүҙҙәрҙең ни тиклем тапҡыр һәм тәрән мәғәнәле икәнлеге яңы яҡтары менән асылып киткәндәй була. Урыҫ телендә нәшер ителгән монография “Бурджаны в истории Евразии” тип атала. Авторы – республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Хәмиҙуллин. Китаптың йөкмәткеһенә ауаздаш үрҙәге фраза иһә Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостан Президенты вазифаһында эш башлаған көндәрҙә Интернет аша биргән интервьюһынан алынды.
Автор билдәләгәнсә, монографияның мөһим аспекттарының береһе болғар-бөрйән проблемаһы тарихнамәһенә ҡарай һәм башҡорт этногенезындағы иран компонентына ҡайтып ҡала. Ғалим фекеренсә, быға ҡәҙәре ғилми хеҙмәттәрҙә башҡорт этносында бындай компоненттың булыуы инҡар ителмәһә лә, уға ырыу-ҡәбилә күҙлегенән урын табылмай. Ғәмәлдә иһә, ғалимдың фекеренсә, иран компоненты бөрйән (бурджан) ырыуы йөҙөндә бөгөн дә башҡорт этногенезында дауам итеп килә.
Монография башҡорт халҡының формалашыу процесын бер бөтөн итеп концептуаль характерҙа ҡуйыуҙың отошло булыуын раҫлай, уны айырым ҡаралған бөрйән ырыуының иң боронғо дәүеренә алып барып сығара, массагет-сармат-алан күскенселәренә илтеп бәйләй. Шуның менән был процеста иран субстратының да үҙ урыны барлығын дәлилләргә мөмкинлек бирә. Боронғо арийҙарҙың мифологияһы менән “Урал батыр” эпосы араһындағы ауаздашлыҡ был йәһәттән монографияны тағы ла тәрәнәйтә, киңәйтә төшә.
Күп яҡлы һәм күп телле сығанаҡтарға һәм әҙәбиәткә нигеҙләнгән хеҙмәттә башҡорт теленең этногенезын шундай уҡ киң планда өйрәнеү алдағы көндәргә ҡалғандыр, тип уйланыла. Был хәҙерге әҙәби тел тирәһендә барған оҙайлы бәхәскә асыҡлыҡ индереүҙә, һис шикһеҙ, мөһим аҙым булыр ине, сөнки уны башҡорт этнонимының берҙән-бер этник билдәһе сифатында күргән стереотип ҡараш, аң-зиһен үҙенә төҙәтмәләр индереүҙе көтә. Белеүебеҙсә, әҙәби тел шартлы уҡыу-яҙыу теле булараҡ быға дәғүә итә алмай. Башҡортлоҡто китап телендә генә, йәғни бөгөнгө әҙәби тел һынында ғына, күҙаллауҙың йәки этник критерий итеп таныуҙың этностың милли беришлегенә торған һайын хәүефлерәк була барыуы сер түгел инде.
Диалектология өлкәһендә үҙен киң мәғлүмәтле ғалим итеп танытҡан күренекле шағирыбыҙ Рәшит Шәкүр раҫлағанса, уҙған быуаттың 90-сы йылдары аҙағына ҡәҙәр “башҡорт телендә ике генә диалект – көнсығыш һәм көньяҡ диалект – бар” тигән ҡараштың өҫтөнлөк итеүе беребеҙгә лә сер түгел. Әҙәби телгә ҡараштың шиүәләр (һөйләштәр) кимәлендә фараз итеүҙән арынып, диалекттар юғарылығында күҙаллауға сығыуы өсөн билдәле бер ваҡыт кәрәк булды. Шул сәбәпле төньяҡ-көнбайыш диалекты һуңлап танылыу тапты. Ул был юлды әҙәби телгә мөнәсәбәттә билдәле бер стереотип аң-зиһен өҫтөнлөк ала барған шарттарҙа үтте. Һуңғыһы өсөн төп этник критерий булып китап теле (әҙәби тел) һаналды. Ул башҡортлоҡто шундай сифатта ғына күрҙе. Шуның өсөн төньяҡ-көнбайыш һөйләшенә үҙ этносының көндәлек тормошонда урынын табыу ауырға төштө.
Һис һүҙһеҙ, башҡорт тел ғилеменең төньяҡ-көнбайыш һөйләшен башҡорт теленең үҙ аллы диалекты сифатында таныта алыуы халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни тормошонда мөһим ҡаҙаныштарҙың береһе рәүешендә баһаланырға хаҡлы. Рөстәм Хәмитов президентлыҡ вазифаһын йөкмәүенә ике ай тулыу уңайынан биргән интервьюһында Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында йәшәгән милләттәштәребеҙҙең теленең башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты икәнлеге фәнни нигеҙҙә асыҡланғанын әйтте. Шул уҡ ваҡытта уның татар теленә яҡын булыуын, аралашыу өсөн тәржемәсе кәрәкмәгәнлеген билдәләне.
Башҡортостан Президентының башҡорт теленә мөнәсәбәте артабан күп кенә мәсьәләләрҙең ҡуйылышында асыҡ сағылышын тапты. Рөстәм Зәки улы Рәсәй Дәүләт Советы Президиумының Өфөлә үткәрелгән ултырышында: “Беҙгә үҙ телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, йолаларыбыҙ кәрәк. Мин үҙемде туған телемдән, туған мәҙәниәттән, китаптан, театрҙан, йырҙан башҡа белмәйем. Былар барыһы ла миңә кеше булараҡ кәрәк”, – тине.
Икенсе бер тапҡыр республика етәксеһе үҙенә кешеләр менән башҡорт телендә аралашыуҙа әллә ни проблема булмауы, сөнки өс йәшенән башҡорт мөхитендә үҫеүе хаҡында белдерҙе. Бала сағынан үҙләштерелгән туған теле уға ғүмерлек юлдаш булып ҡала.
Рөстәм Зәки улы тәүге осорҙа Интернет селтәрендә кешеләр менән йыш аралашырға тура килеүен улар менән бәйләнешкә инеүҙең мөһим бер элементы тип күрһәтте. Яуаптарҙың береһендә атаһының – башҡорт, әсәһенең мишәр икәнлеге хаҡында күптән яҙыуы һәм әйтеүе, үҙен башҡорт тип йөрөтөүе һәм таныуы тураһында белдерҙе. Һуңғы ваҡытта кешеләрҙә ете быуынға ҡәҙәр нәҫелен билдәләүгә ҡыҙыҡһыныу артыуын һәм уларҙың дөрөҫ юлда булыуын билдәләп, үҙҙәренең атаһы менән бергәләп быны уҙған быуаттың 80-се йылдарында уҡ эшләп ҡуйыуҙары, һигеҙенсе быуын олатайҙарының Мулләхмәт исемле башҡорт булыуын асыҡлауҙары, уның ХVII быуат башында хәҙерге Ҡариҙел районының башҡорт ауылында йәшәүен белеүҙәре хаҡында ла иҫкә алды.
Әле шуны әйтеп китеү мөһимдер: башҡорт әҙәби телен тарихи аспектта күҙаллағанда, Рөстәм Зәки улының үҙ республикаһы Президенты вазифаһында уға мөнәсәбәте үтә фәһемле һәм үҙенә айырым урын алып тора, сөнки үҙ тарихында башҡорт теленең үткәне һәм хәҙергеһе хаҡында бер ҡасан да дәүләт етәксеһе кимәлендә әлегеләй баһа алғаны булманы. Быны уға ҡарата тәү тапҡыр бирелгән рәсми ҡараш рәүешендә лә ҡабул итеү хаҡ булыр ине. Рөстәм Зәки улы башҡорт телен “Урал батыр” эпосы менән тығыҙ бәйләнештә күҙаллай. Уның Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен ошо үлемһеҙ әҫәрҙең ғәҙеллеккә саҡырған юлдары менән тамамлауы тәрән мәғәнәгә эйә. Президенттың бынан алда: “Был телдә (башҡорт телендә. – З. Н.) бик күп әҫәр яҙылған, фәлсәфәүи трактаттар бар. “Урал батыр” эпосының ижад ителеүе үҙе ни тора!” – тип әйткәне беҙгә билдәле ине инде. Ул журналистар менән бер осрашыуында: “Башҡорт теленең, бүтән телдәр һымаҡ, донъя мәҙәниәтендә уникаль күренеш булыуын онотмайыҡ”, “Башҡорт теле – иң көслө һәм үҙаллы телдәрҙең береһе”, – тиһә, икенсе бер тапҡыр уны яҡлау һәм һаҡлау мөһимлеген билдәләне.
Шулай уҡ беҙ Рөстәм Зәки улының башҡорт теленең үҫеүен һәм нығыныуын, уҡымышлы, белемле, мәҙәниәтле, зыялы кешеләр теле икәнлеген билдәләп, уны интеллектуалдар теле тип атауын да белә инек инде. Ул Интернеттағы яуаптарының береһендә: “Башҡорт теленең милли тормошта тотҡан урынына бәйле, уны Башҡортостанда үҙләштермәгәс, ҡайҙа өйрәнергә һуң, планетала башҡорттар йәшәгән Башҡортостан Республикаһы булған башҡа ер юҡ бит”, – тип милли мәктәптең урынын асыҡ билдәләне.
Әлбиттә, Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостан Президенты вазифаһында төрлө ваҡытта һәм төрлө урында, рәсми шарттарҙа һәм көндәлек аралашыуҙа башҡорт теленең күп милләтле республиканың мәҙәни һәм социаль-сәйәси тормошонда тотҡан урынына биргән баһаһына бәйле һүҙҙе артабан да дауам итергә булыр ине. Әммә әле иң мөһиме – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш һөйләштәренең, үткәндән айырмалы, үҙаллы диалект сифатында ғилми рәүештә нигеҙләнеүенең дәүләт башлығы кимәлендә рәсми танылыуылыр. Ә был үҙ нәүбәтендә һәр һөйләш башҡортоноң башҡорт булыуын таныу менән бергә милләтте бер бөтөн итә ине. Башҡорт халҡы бер бөтөнлөккә быуаттарға һуҙылған оҙон юл үтеп килде. Ул юлда һәр һөйләштең үҙ һуҡмағы бар.
Мәҡәләне бурджан ырыуы тураһындағы һүҙҙән башлағайныҡ. Ул беҙҙе башҡорт теле тураһында һөйләшеүгә алып сыҡты, сөнки хәҙерге әҙәби телгә нигеҙ һалынғанда бөрйәндәр, ҡатайҙар менән бер рәттә ҡаралып, сығышы менән үҙенә яҡын булған үҫәргән һәм юрматыларҙан айырып алына. Ошо хәл әҙәби тел мәсьәләһен башта уҡ хата юлға төшөрөп ебәрә. Шуның менән башҡорт һөйләштәренең күпселеге этник йөҙөн юғалтҡан тип табылып, әҙәби телдән ситләштерелә. Шул буталышта бөрйәндәрҙең эҙе юғалып ҡала. Салауат Хәмиҙуллиндың “Бурджаны в истории Евразии” исемле монографияһы ошо йәһәттән тарихсылар ғына түгел, филологтар өсөн дә ҡиммәтле хеҙмәт булып тора.
Зиннур НУРҒӘЛИН,
Башҡортостан Фәндәр академияһының
почетлы академигы.