Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Матрай” аҡсаһын кеҫәһенә һалған
Хәйбулла район суды, “Матрай” ауыл хужалығы кооперативының элекке директорын аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләп хөкөм ҡарары сығарҙы.


2012 йылдың апреленән декабренә тиклем агрофирма етәксеһе үҙенә бирелгән кредитты предприятиеның 97 мең һумлыҡ аҡсаһы менән ҡаплаған. Ике ай дауамында эш хаҡы алмаған кооператив хеҙмәткәрҙәре хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән. Прокурор тикшереүе барышында хеҙмәт хаҡы буйынса 84 мең һумлыҡ бурыс йыйылыуы асыҡланған. Һөҙөмтәлә етәксегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепле эш хаҡы буйынса бурысты тулыһынса түләгән. Республика Прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, суд элекке директорға 60 мең һум штраф һалған.

Ришүәтселек язаһыҙ ҡалмай

Тиҙҙән Өфөнөң Совет район суды 29 йәшлек элекке суд приставына ҡарата асылған енәйәт эшен ҡараясаҡ.

Республика Прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл март айынан майға тиклем был пристав коммерция фирмаһына килтерелгән 64 мең һумлыҡ зыянды ҡапларға тейешле ир-егеттән биш мең һум аҡса талап иткән. Бының өсөн ул бурыслының “Тойота Королла” автомобилен тартып алыу тураһындағы актты юҡ итергә вәғәҙә биргән. Тап ошо эште ҡылғанда ул ҡулға алынған.
Әле суд приставына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
– Әүәлге суд приставының законһыҙ ғәмәлдәре Федераль суд прис­тавтары хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы һәм Эске эштәр министрлығының иҡтисади именлек подраз­делениеһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан асыҡланды, – тине ве­домствоның матбуғат хеҙмәте етәксеһе Сергей Спатар. – Бындай хәлдәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һирәк булһа ла осрай. Закон боҙған кешеләрҙең барыһы ла дәүләт граждан хеҙмәтенән бушатылды.

Бурҙарға... 3 миллион һум биргән

Нефтекамала телефон аша сираттағы мутлашыу осрағы теркәлгән. Ике аҙна элек кенә билдәһеҙ кешеләр, 75 йәшлек ҡатынды алдап, 215 мең һум аҡсаһын алған. Был юлы иһә зыян күләме унан байтаҡҡа күберәк булған.

Оло йәштәге ҡатын, телефон аша уға мөрәжәғәт итеүсе үҙен, “Рәсәй Үҙәк банкы” рәйесе Эльвира Нәбиуллина, тип танытҡас ҡына, алдауҙарын аңлап ҡала. Быға тиклем ул 10 көн “банк хеҙмәткәрҙәре” менән телефон аша аралашҡан. Енәйәтселәр ҡатынға сифатһыҙ дарыуҙар һатып алған өсөн компенсация түләргә вәғәҙә иткән. Пенсионерға 430 мең һум компенсация түләйбеҙ тип, уны 3 миллион һум аҡса күсерергә мәжбүр иткәндәр.
Тәртип һаҡсылары билдәләүенсә, бындай схемала енәйәтселәр йыш ҡына “дәүләт резерв фонды” тигән атаманы файҙалана һәм хөкөмгә тарттырыу менән янай.
– Аферистар ҡатынға, компенсацияны 175 мең һум кү­лә­мендә страховка иғәнәһен түләгән осраҡта ғына алырға мөмкин, тип аңлата. Пенсионер аҡсаһы юҡлыҡҡа һылтанғас, уға ташламанан файҙаланырға һәм “ни бары” 129 мең һум ғына күсерергә тәҡдим итәләр. Һуңыраҡ ташламанан файҙаланырға хоҡуғы булмаған, банкты алдарға маташҡан тип, уға енәйәт эше ҡуҙғатыу менән янай башлайҙар. Ҡурҡыуға төшкән ҡатын алдаҡсылар ҡулына 1,5 миллион һум аҡсаһын тапшыра, шул тиклем үк сумманы ул әүәлерәк күсерелгән аҡсаны кире ҡайтарыу өсөн дә түләй, – ти Рәсәй Эске эштәр министрлығының “Нефтекама” муниципаль-ара бүлеге хеҙмәткәре Сөмбөл Вәлиева. – Полиция граждандарҙан билдәһеҙ иҫәпкә аҡса күсермәүҙе һорай. Үҙҙәрен “банк хеҙмәткәре” тип танытҡан кешеләр шылтыратһа, яҡындарығыҙ менән кәңәшләшегеҙ йәки полицияға хәбәр итегеҙ.

Йәшерен казино ябылды

Ишембай район суды урындағы эшҡыуарға законһыҙ бизнес ойошторған өсөн ҙур күләмдә штраф һалған.

Ул ҡуртымға алынған йортта 28 уйын автоматы ҡуйып, йәшерен казино асҡан. Административ эште ҡарау һөҙөм­тәһендә автоматтар конфискацияланған, эшҡыуарға 2 миллион 190 мең һум күләмендә штраф һалынған.

98 шыршыны киҫкәндәр!

Өфөлә полиция рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусыларҙы эҙләй.

Быйыл июлдә баш ҡаланың Калинин районындағы 4-се Кордон янында 98 шыршы киҫелгән. Зыян күләме 700 мең һум самаһы тәшкил итә. Әле ошо енәйәт буйынса эш ҡуҙғатылған, тип хәбәр итте Өфө прокуратураһы.


Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә