Хәйбулла район суды, “Матрай” ауыл хужалығы кооперативының элекке директорын аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләп хөкөм ҡарары сығарҙы.
2012 йылдың апреленән декабренә тиклем агрофирма етәксеһе үҙенә бирелгән кредитты предприятиеның 97 мең һумлыҡ аҡсаһы менән ҡаплаған. Ике ай дауамында эш хаҡы алмаған кооператив хеҙмәткәрҙәре хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән. Прокурор тикшереүе барышында хеҙмәт хаҡы буйынса 84 мең һумлыҡ бурыс йыйылыуы асыҡланған. Һөҙөмтәлә етәксегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепле эш хаҡы буйынса бурысты тулыһынса түләгән. Республика Прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, суд элекке директорға 60 мең һум штраф һалған.
Ришүәтселек язаһыҙ ҡалмайТиҙҙән Өфөнөң Совет район суды 29 йәшлек элекке суд приставына ҡарата асылған енәйәт эшен ҡараясаҡ.
Республика Прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл март айынан майға тиклем был пристав коммерция фирмаһына килтерелгән 64 мең һумлыҡ зыянды ҡапларға тейешле ир-егеттән биш мең һум аҡса талап иткән. Бының өсөн ул бурыслының “Тойота Королла” автомобилен тартып алыу тураһындағы актты юҡ итергә вәғәҙә биргән. Тап ошо эште ҡылғанда ул ҡулға алынған.
Әле суд приставына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
– Әүәлге суд приставының законһыҙ ғәмәлдәре Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы һәм Эске эштәр министрлығының иҡтисади именлек подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан асыҡланды, – тине ведомствоның матбуғат хеҙмәте етәксеһе Сергей Спатар. – Бындай хәлдәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һирәк булһа ла осрай. Закон боҙған кешеләрҙең барыһы ла дәүләт граждан хеҙмәтенән бушатылды.
Бурҙарға... 3 миллион һум биргәнНефтекамала телефон аша сираттағы мутлашыу осрағы теркәлгән. Ике аҙна элек кенә билдәһеҙ кешеләр, 75 йәшлек ҡатынды алдап, 215 мең һум аҡсаһын алған. Был юлы иһә зыян күләме унан байтаҡҡа күберәк булған.
Оло йәштәге ҡатын, телефон аша уға мөрәжәғәт итеүсе үҙен, “Рәсәй Үҙәк банкы” рәйесе Эльвира Нәбиуллина, тип танытҡас ҡына, алдауҙарын аңлап ҡала. Быға тиклем ул 10 көн “банк хеҙмәткәрҙәре” менән телефон аша аралашҡан. Енәйәтселәр ҡатынға сифатһыҙ дарыуҙар һатып алған өсөн компенсация түләргә вәғәҙә иткән. Пенсионерға 430 мең һум компенсация түләйбеҙ тип, уны 3 миллион һум аҡса күсерергә мәжбүр иткәндәр.
Тәртип һаҡсылары билдәләүенсә, бындай схемала енәйәтселәр йыш ҡына “дәүләт резерв фонды” тигән атаманы файҙалана һәм хөкөмгә тарттырыу менән янай.
– Аферистар ҡатынға, компенсацияны 175 мең һум күләмендә страховка иғәнәһен түләгән осраҡта ғына алырға мөмкин, тип аңлата. Пенсионер аҡсаһы юҡлыҡҡа һылтанғас, уға ташламанан файҙаланырға һәм “ни бары” 129 мең һум ғына күсерергә тәҡдим итәләр. Һуңыраҡ ташламанан файҙаланырға хоҡуғы булмаған, банкты алдарға маташҡан тип, уға енәйәт эше ҡуҙғатыу менән янай башлайҙар. Ҡурҡыуға төшкән ҡатын алдаҡсылар ҡулына 1,5 миллион һум аҡсаһын тапшыра, шул тиклем үк сумманы ул әүәлерәк күсерелгән аҡсаны кире ҡайтарыу өсөн дә түләй, – ти Рәсәй Эске эштәр министрлығының “Нефтекама” муниципаль-ара бүлеге хеҙмәткәре Сөмбөл Вәлиева. – Полиция граждандарҙан билдәһеҙ иҫәпкә аҡса күсермәүҙе һорай. Үҙҙәрен “банк хеҙмәткәре” тип танытҡан кешеләр шылтыратһа, яҡындарығыҙ менән кәңәшләшегеҙ йәки полицияға хәбәр итегеҙ.
Йәшерен казино ябылдыИшембай район суды урындағы эшҡыуарға законһыҙ бизнес ойошторған өсөн ҙур күләмдә штраф һалған.
Ул ҡуртымға алынған йортта 28 уйын автоматы ҡуйып, йәшерен казино асҡан. Административ эште ҡарау һөҙөмтәһендә автоматтар конфискацияланған, эшҡыуарға 2 миллион 190 мең һум күләмендә штраф һалынған.
98 шыршыны киҫкәндәр!Өфөлә полиция рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусыларҙы эҙләй.
Быйыл июлдә баш ҡаланың Калинин районындағы 4-се Кордон янында 98 шыршы киҫелгән. Зыян күләме 700 мең һум самаһы тәшкил итә. Әле ошо енәйәт буйынса эш ҡуҙғатылған, тип хәбәр итте Өфө прокуратураһы.
Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.