Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Таңдарың яҡты, эшең татлы булһын
Нәҫел шәжәрәһе XVIII быуат мәғрифәтсеһе, дин әһеле Батыр­шаға барып тоташҡан, Иҫке Балтас имам-мөхтәсибе, Балтас мәсетенең имам-хатибы, Башҡортостан Республикаһының Балтас һәм Асҡын райондары ахуны, Батырша йорт-музейы директоры, районыбыҙ тарихы тураһында бер нисә китап авторы Рәфис хажи Муллағәтдәр улы Шәйхәйҙәровҡа 60 йәш тулған тип һис уйламаҫһың. Ул һаман егеттәрсә ғәйрәтле, яңынан-яңы уй-хыялдар менән йәшәй, ижад итә. Был оло шәхестең ихласлығына, кешелеклегенә, камиллыҡ менән яҙылған публицис­тик мәҡәләләренә, тарихи китаптарына һоҡланмау мөмкин түгел. Уның тормош биографияһы ла ябай ғына: комбайнсы ярҙамсыһы, көтөүсе, ауыл хужалығы техникумында уҡыу, ферма мөдире, оҙаҡ йылдар баш зоотехник хеҙмәте...


Йәш ярымлыҡ Рәфисте оло әсәһе Латифа инәйҙең ҡулына тапшырып китә. Был уның киләсәгенә ҙур йоғонто яһай. Шәйхәт­тәр ҡарт менән Латифа инәй, ейәндәренә изге­лектәр теләп, дин өйрәтеп тәрбиәләй, 4-5 йәшендә малай намаҙлыҡҡа баҫа.
Армия сафында ла һалдаттарға өлгө бу­ла егет. Хәҡиҡәт, ғәҙеллек, милләттәр ти­геҙ­леге, дуҫлыҡ, берҙәмлек кеүек изге тө­­шөн­сәләрҙе йөрәгенә һеңдерә ул. Хеҙмәт йылдарында Рәфистең ойоштороу һәләте, лидерлыҡ сифаттары асыла. Өлкән сержантты Ватанға тоғро хеҙмәте өсөн күп тапҡыр маҡтау грамотаһы менән бүләк­ләй­ҙәр, ә ауылға, ҡарттарҙы ҡыуандырып, рә­х­мәт хаттары яуа.
Тыуған ауылына ҡайтҡас, нәҫеле башла­ған эште дауам итә Рәфис. 30-сы йылдарҙа районыбыҙҙа 70 мәсет булған. Ул Хәмзә бабай Ғилмийәровтың тәҡдиме менән “Мө­хәм­мәҙиә” мәҙрәсәһенә уҡырға юлланғанда, бары бер генә мәсет эшләй. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында билдәлелек елдәре йәмғиәт­тең фекерен үҙгәртә. Бик күп ауылдарҙа иман йорттары төҙөлә башлай. Уҡымышлы дин әһелдәре әҙерләү өсөн беренсе аҙым­дар яһала. Был яуаплы хеҙмәттә Рәфис Шәй­хәйҙәров фекерҙәштәрен таба. 1993 йылда ул Балтасҡа эшкә килә. Бындағы һигеҙ йылға һуҙылған эшмәкәр­легенең һөҙөмтәһе булып яңы мәсет ҡалҡып сыға. Мәрхүм (йәне йәннәттә булһын) Хәмзә бабай халыҡ араһында дини йолаларҙы үтәй, намаҙ, никах уҡый, сабыйҙарға исем ҡуша, йыназа башҡара. Рәфис хәҙрәт тулыһынса мәсет төҙөү эшенә тотона. Ул ваҡыттағы район хакимиәте башлығы Рәшит Исламовҡа сикһеҙ рәхмәтле имам. Уның көндәлек ярҙамын тойоп эшләй. Ниһайәт, 2001 йыл. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин ҡатнашлығында мәсет асыу тантанаһы ойошторола. Унда мәртәбәле ҡунаҡтар – ғәрәп илдәренән ғалимдар, юғары уҡыу йорттары вәкилдәре, күрше райондарҙың имамдары килә. Был ваҡиға күптәрҙең күңел ҡиблаһын үҙгәртә, хаҡ динебеҙ юлына аяҡ баҫыусылар һаны арта.
Сабыр, баҫалҡы Рәфис һәр саҡ яңы­лыҡ­ҡа ынтыла. Ул йәшәүҙең мәғәнәһен аңлай, донъяуи ҡарашын халыҡҡа еткерергә тырыша. Кешеләргә иғтибарлы була, барыһын да үҙ итеп ҡабул итә. Үҙ-ара мөнәсәбәттәр – тормошобоҙҙоң нигеҙе бит. Хәҙрәтебеҙ ке­ше­нең тулы бәхетен күңел тыныслығында күрә.
Рәфис – ифрат уңған кеше. Китаптар яҙа, музей ойоштора. Ғаиләһенән ул бигерәк ҡәнәғәт. 1975 йылда Филзә Ғәрәфи ҡыҙына өйләнә. Шәфҡәтле, итәғәтле был ханым яратҡан кешеһенә биш ҡыҙ бүләк итә. Инде балалары үҫеп буй еткән, үҙ ғаиләләре бар. Рәфис хәҙер ҡартатай. Ҡыҙҙары ата-әсә­ләре кеүек уңған, юғары белемле. Әҙәм балаһына тағы ниндәй бәхет кәрәк һуң?! Филзә – Рәфискә иптәш, фекерҙәш, ярҙамсы һәм терәк. Үҙе лә дин тота. Намаҙын, ураҙаһын ҡалдырмай, ике тапҡыр хаж ҡылды.
Әйҙәгеҙ, Рәфистең ҡыҙы Ленарияны тың­лайыҡ: “Бәхет өсөн алтын тауҙар кәрәкмәй. Ғаиләлә атай һүҙе һәр ваҡыт үтемле булды. Тормошобоҙ түңәрәк. Бәрәкәтле ғаилә бәхете, Аллаһҡа шөкөр, бишебеҙгә лә йыл­майҙы. Бөтәбеҙҙең дә тормош терәге бар. Бер-беребеҙгә ышанып донъя ҡыуабыҙ. Ошо көндәргә ҡәҙәр беҙҙе йәмғиәттең фай­ҙалы кешеләре итеп тәрбиәләгән, башлан­ғыс дин вәзиғәте биргән атайыбыҙға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Бөгөнгө көндә шәжә­рәбеҙҙең ышаныслы капитаны ул. Унан үрнәк алып, өмөттәрен аҡлап, һайлап алған парҙарыбыҙ менән көндәребеҙҙе-йылдары­быҙҙы бергә­ләп биҙәп йәшәргә яҙһын ине”.
Эйе, ғаиләлә Ислам дине ҡанундарын ныҡлап өйрәнәләр, уның бар шарттарын үтәргә тырышалар. Кейәүҙәре Филүс хәҙер – Балтас Үҙәк мәсетенең имам-хатибы. Уҡы­мышлы кеше. Итәғәт һәм шәфҡәтлелек уның холҡонда. Ризаитдин Фәхретдин исе­мендәге мәҙрәсәне уңышлы тамамлап, Ҡазанда Рәсәй Ислам университетында белем алыуын дауам итә.
Рәфис хәҙрәт халҡыбыҙҙың батыр улы, аҡыл эйәһе, имам, 1755 йылғы халыҡ күтәрелешенең төп идеологы һәм етәксеһе Батырша (Ғабдулла Ғәлиев) тарихын, уның хеҙмәттәрен өйрәнеүгә ифрат күп көс һалды. Бик күп архив материалдарының күсермә­ләрен, тарихи документтарҙы, ул замандың көнкүреш әйберҙәрен туплауҙы төп маҡсат итеп ҡуйҙы. Был игелекле хеҙмәт Иҫке Балтас ауылында “Батырша” музейын асырға ни­геҙ булды. Мөҡәддәс эштәр хәҙерге ва­ҡытта район хакимиәте башлығы Рәфил Әмин улы Ғәлләмовтың тырышлығы менән яңы материалдарға байый. Был музей республика күләмендә иң күркәмдәрҙең береһе тиһәк тә, һис арттырыу булмаҫ. 11 йылға һуҙылған эҙләнеү эштәре, бик күп тарихи урындарҙа булыу бәрәкәтле һөҙөмтәләр бирҙе. Шул йылдарҙа Рәфис Шәйхәйҙәров “Батырша эҙҙәренән” исемле китап сыға­рырға өлгөрҙө. Халыҡ батырының тыуған йортонан башлап, уҡыған һәм эшләгән урындарында булды. Батырша хәрәкәтенең бер усағы – Нуғай юлында, икенсеһе Ғәйнәлә булған. Хәҙрәттең мәҙрәсәһендә Ғәйнә яғынан күп шәкерттәр уҡыған. Үҙенең китабында автор Ғәйнә башҡорттары Сура­ғол Миңлебаев, Исхаҡ Мырҙағәлиев, Көсөк­бай Имәнғолов, Аҡсура Йәғушевтарҙы һанап үтә. Улар – баш күтәреүҙә ҡатнашҡан муллалар.` Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ райо­нының Мөслим ауылында Батырша хәҙрәт­тең ҡатыны Зөлбохарҙың туғандары ту­ра­һында мәғ­лү­мәттәр йыя. Ырымбур өлкәһенең Татар Ҡар­ға­лыһы ауылында бик ҡыҙыҡлы һәм эс­тә­лекле ваҡиғалар тура­һында тасуирлап яҙылған. Был ауылда сауҙа­гәрҙәр күп булған. Өс мәсетле ауылда Батырша үҙенең уҡы­тыусыһы Ғәбдессәләм ахун хәҙрәттәре менән осраша һәм урын­дағы халыҡты бат­ша­бикә хакимлығына, дини ҡы­ҫырыҡ­лау­ҙарға ҡаршы көрәшкә әҙерләй. Китапты яҙғанда ҡулланылған сыға­наҡтар бихисап, улар автор тарафынан оҙаҡ йылдар ентек­ләп өйрәнелгән. Батыр етәкселе­гендәге милли азатлыҡ көрәше, уның идеологияһы асыҡ һәм аңлайышлы яҙылған.
Бер мөһим фактҡа тукталмаһаҡ, мәҡәлә эстәлеге яғынан китек булыр ине. Мин му­зейҙа һаҡланған, 500 йыллыҡ тарихы бул­ған Батырша китапханаһының ҡулъ­яҙ­­ма­лары тураһында әйтәм. Страдивари скрипкаһы кеүек был ижтимағи ихтыяжлы йәдкәрҙәр баһаһыҙ, тарих өсөн мәңгелек. Бында улар­ҙы йәнде таҙартыусы доға­лыҡтар ҡәҙерендә һаҡлайҙар. Музейҙа ҡунаҡ­та булған республика етәкселәре был тарихи йортта башҡа­рылған күркәм ғәмәл­дәргә ифрат юғары баһа биргән, иҫтәлекле яҙмалар ҡалдырған.
Журналист, публицист булараҡ та Рәфис Шәйхәйҙәров көнүҙәк тарихи темаларҙы яҡтырта. Район гәзите биттәрендә, республика матбуғатында әленән-әле тәрән фекерле, мөһим проблемалар күтәргән мә­ҡә­­ләләре донъя күрә. Туған тел тура­һында, мәҙәни, тарихи мәсьәләләрҙе тәрән яҡтырта. Башҡортостан ауылдары циклынан Суртанлыкүл ауылы тарихын бәйән иткән китап халыҡ араһында тиҙ таралды һәм яҡшы фекерҙәр менән хупланды.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872