Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кешене хеҙмәт биҙәй
Кешене хеҙмәт биҙәй
Ошо көндәрҙә “СалауатТорлаҡ Сервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселеге менән осрашырға насип булды. Уның директоры Илдар Ханмырҙин беҙҙе ихлас йылмайып ҡаршы алды. “Эш бик һәйбәт бара, баш инженер Наталья Маркова менән дә әңгәмәләшеп алығыҙ”, — тине ул.


Наталья Владимировна беҙгә түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
– Беҙҙең ойошма 2007 йылдан алып эшләй. 50 өйҙө техник хеҙмәтләндерәбеҙ. Был биҫтәлә йорттар 1968 йылдан 2005 йылға тиклем төҙөлгән. Беҙҙең ойошмала йөҙҙән ашыу кеше эшләй. Һәр кемдең үҙ бурысы: үлән сабабыҙ, өйҙәрҙең фасадын ремонтлайбыҙ, үҫкән ағас ботаҡтарын киҫәбеҙ. Ике тракторыбыҙ, экскаваторыбыҙ бар. Етешмәгән техниканы ойошмаларҙан заказ буйынса һорап алабыҙ. Һәр көн халыҡ менән осрашабыҙ, аңлатабыҙ, ярҙам итәбеҙ. Ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙербеҙ. Һалҡын һәм эҫе һыу торбаларын яңы поли­пропиленға алмаштырҙыҡ. Йылытҡыс системаһындағы механизмдарҙы яңырттыҡ.
Коллективта тырыш кешеләр хеҙмәт итә. Мәҫәлән, Г. Аверьянова – 28 йыл өлкән мастер. Ул хеҙмәт юлын беҙҙә штукатур-маляр булып башлағайны. Шулай уҡ уңған слесарь, иретеп йәбештереүселәр В. Куликов, Е. Шлычков, В. Яковлев, Н. Шәриповты маҡтап телгә алыр инем. 20 йылдан ашыу штукатур-маляр булып эшләгән М. Ғәниева, Н. Ғәбитоваларҙың да тырышлығы һоҡландыра.
Балта оҫтаһы, түбә ябыусы Ш. Ҡыҙрасов, Л. Саповженский ҙа ең һыҙғанып эшләй. Урам йыйыш­ты­рыусыларҙан Г. Сафина бер ҡасан да һынатҡаны юҡ. Был ойошманың берҙәй татыу, яҡшы хеҙмәт итеүенең сере, әлбиттә, оҙаҡ йылдар эшләгән етәксебеҙ Илдар Фәрит улының тырышлығында, тип уйлайым.
Эйе, кешене хеҙмәт биҙәй. Был йәмғиәт хеҙмәт­кәр­ҙәре менән осрашҡандан һуң ошоға тағы бер ҡат инандым.


Автор: Ф. ҮМӘРҒӘЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә