Ошо көндәрҙә “СалауатТорлаҡ Сервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселеге менән осрашырға насип булды. Уның директоры Илдар Ханмырҙин беҙҙе ихлас йылмайып ҡаршы алды. “Эш бик һәйбәт бара, баш инженер Наталья Маркова менән дә әңгәмәләшеп алығыҙ”, — тине ул.
Наталья Владимировна беҙгә түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
– Беҙҙең ойошма 2007 йылдан алып эшләй. 50 өйҙө техник хеҙмәтләндерәбеҙ. Был биҫтәлә йорттар 1968 йылдан 2005 йылға тиклем төҙөлгән. Беҙҙең ойошмала йөҙҙән ашыу кеше эшләй. Һәр кемдең үҙ бурысы: үлән сабабыҙ, өйҙәрҙең фасадын ремонтлайбыҙ, үҫкән ағас ботаҡтарын киҫәбеҙ. Ике тракторыбыҙ, экскаваторыбыҙ бар. Етешмәгән техниканы ойошмаларҙан заказ буйынса һорап алабыҙ. Һәр көн халыҡ менән осрашабыҙ, аңлатабыҙ, ярҙам итәбеҙ. Ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙербеҙ. Һалҡын һәм эҫе һыу торбаларын яңы полипропиленға алмаштырҙыҡ. Йылытҡыс системаһындағы механизмдарҙы яңырттыҡ.
Коллективта тырыш кешеләр хеҙмәт итә. Мәҫәлән, Г. Аверьянова – 28 йыл өлкән мастер. Ул хеҙмәт юлын беҙҙә штукатур-маляр булып башлағайны. Шулай уҡ уңған слесарь, иретеп йәбештереүселәр В. Куликов, Е. Шлычков, В. Яковлев, Н. Шәриповты маҡтап телгә алыр инем. 20 йылдан ашыу штукатур-маляр булып эшләгән М. Ғәниева, Н. Ғәбитоваларҙың да тырышлығы һоҡландыра.
Балта оҫтаһы, түбә ябыусы Ш. Ҡыҙрасов, Л. Саповженский ҙа ең һыҙғанып эшләй. Урам йыйыштырыусыларҙан Г. Сафина бер ҡасан да һынатҡаны юҡ. Был ойошманың берҙәй татыу, яҡшы хеҙмәт итеүенең сере, әлбиттә, оҙаҡ йылдар эшләгән етәксебеҙ Илдар Фәрит улының тырышлығында, тип уйлайым.
Эйе, кешене хеҙмәт биҙәй. Был йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре менән осрашҡандан һуң ошоға тағы бер ҡат инандым.