Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йөҙә белмәһә, уны кем ҡотҡарыр?
– Һуңғы йылдарҙа юғарынан бигерәк урта һөнәри белем алыу мөһимлеге хаҡында күп әйтелә, яҙыла. Был йәһәттән фекерегеҙ нисек, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Тәнзилә БАТЫРГӘРӘЕВА.
Саҡмағош районы.

– Бисмиллә­һир-рах­­мә­нир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә, әҙәм балаһын яратып, уға бөтөн ғилемде һәм эште өйрәнеү мөм­кинлеген бир­гән, сөн­ки йә­шәү өсөн ты­ры­шып хеҙмәт итеү мөһим. “Ҡөрьән Кәрим”дә был хаҡта күп тапҡыр тәҡрар­лана.
Хеҙмәт һөйөү – мосолмандың изге бурысы. “Эшләгеҙ, ғәмәл ҡылығыҙ, тырышығыҙ”, – тип әйтелә “Ҡөрьән”дең “Тәүбә” сүрәһендә. Бында “ғәмәл” һүҙе дөйөм хеҙмәтте, йәғни тормош көтөүҙе, ғаилә ҡороуҙы, йорт төҙөүҙе, тәбиғәтте һаҡлауҙы һәм башҡа бихисап бурыстарҙы үҙ эсенә ала. Ошо эштәрҙе теүәл башҡарһаң, бәрәкәт килер.
“Ҡулыңды һелкет – Аллаһ Тәғәлә ризығын бирер”, – тигән был йәһәттән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Бер саҡ уға ярҙам һорап йәш кеше килә. “Эшләй алмайһыңмы, әллә ауырыйһыңмы?” – тип һорай унан Пәйғәмбәребеҙ. Тегеһе ҡоралы юҡлығын әйткәс, балта һатып алып бирә лә, утын ҡырҡып, халыҡҡа һатырға ҡуша. “Бер аҙнанан хәлеңде килеп һөйләп китерһең”, – ти. Егет билдәләнгән ваҡытҡа килә. Ҡулында – алтын аҡса, ти...
Тимәк, беҙ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, йәштәрҙе уңышты тир түгеп, тырышып яуларға өйрә­тергә, уларҙы киләсәккә әҙерләп үҫтерергә бурыслыбыҙ. Үҫеп килгән быуын ҙур тиҙлек менән алға барған замандың талаптарын үтәү менән бергә ата-бабанан ҡалған ябай һөнәрҙәрҙе онотмаҫҡа, үҙләштерергә тейеш. Әйтәйек, ҙур ғилемле булыуы өҫтөнә, ер һөрә, ат егә белгән егеткә кем генә һоҡлан­маһын!
“Аллаһ Тәғәлә иманлы һәм һөнәрле бәндәһен һөйә”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Халҡыбыҙҙың мәҡәлдәрендә лә хеҙмәткә ҙур баһа бирелә. Мәҫәлән, “Һөнәре бар һыуҙың үренә йөҙөр”, “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” һәм башҡалар. Шәхестә­ребеҙ ҙә һөнәр белеүҙе, эшһөйәрлекте юғары баҫҡысҡа ҡуя. Әйтәйек, бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулла һәр нәмәне Хоҙайҙан көтөп ятыуҙы хурлыҡ тип атаған, тоғро юлды эҙләп, алға йүгерергә әйҙәгән.
Бер хикәйәтте иҫкә төшөрөп уҙайыҡ. Батша улын бөтөн ғилемгә, һөнәргә өйрәтеү өсөн остазға бирә. Күпмелер ваҡыттан егеттән имтихан алырға үҙе килә. “Улығыҙ барыһына ла өйрәнде!” – тип ҡаршы ала уны уҡытыусы. Тәүге һынау мәлендә кәмәгә ултырып китәләр. Диңгеҙгә ингәс, батша ярандарына улын һыуға ташларға бойора. Егет бата башлай. Ярандар уға ярҙамға ташлана. “Ниңә йөҙөргә өйрәтмәнең? – ти батша остазға. – Кеше башҡа ғилемде, үҙе белмәгән осраҡта, икенсе берәүҙән өйрәнә ала. Ә йөҙә белмәй икән, уны кем ҡотҡарыр?”
Ғилем – ул һөнәр. Аллаһ Тәғәлә тырышып эшләп, мал табып, башҡаларға ярҙам итеп йәшәгәндәргә ҙур хөрмәт, ихтирам насип итә. Шул уҡ ваҡытта барыһы ла хәләл юл менән башҡарылырға, яуланырға тейеш. Бала­ларыбыҙға ла аҡыл, фекер көсөнә таянып йәшәргә, мал табырға өйрәтәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла төрлө һөнәр белергә, Ватаныбыҙға, милләтебеҙгә файҙалы булырға насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә