– Һуңғы йылдарҙа юғарынан бигерәк урта һөнәри белем алыу мөһимлеге хаҡында күп әйтелә, яҙыла. Был йәһәттән фекерегеҙ нисек, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Тәнзилә БАТЫРГӘРӘЕВА.
Саҡмағош районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә, әҙәм балаһын яратып, уға бөтөн ғилемде һәм эште өйрәнеү мөмкинлеген биргән, сөнки йәшәү өсөн тырышып хеҙмәт итеү мөһим. “Ҡөрьән Кәрим”дә был хаҡта күп тапҡыр тәҡрарлана.
Хеҙмәт һөйөү – мосолмандың изге бурысы. “Эшләгеҙ, ғәмәл ҡылығыҙ, тырышығыҙ”, – тип әйтелә “Ҡөрьән”дең “Тәүбә” сүрәһендә. Бында “ғәмәл” һүҙе дөйөм хеҙмәтте, йәғни тормош көтөүҙе, ғаилә ҡороуҙы, йорт төҙөүҙе, тәбиғәтте һаҡлауҙы һәм башҡа бихисап бурыстарҙы үҙ эсенә ала. Ошо эштәрҙе теүәл башҡарһаң, бәрәкәт килер.
“Ҡулыңды һелкет – Аллаһ Тәғәлә ризығын бирер”, – тигән был йәһәттән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Бер саҡ уға ярҙам һорап йәш кеше килә. “Эшләй алмайһыңмы, әллә ауырыйһыңмы?” – тип һорай унан Пәйғәмбәребеҙ. Тегеһе ҡоралы юҡлығын әйткәс, балта һатып алып бирә лә, утын ҡырҡып, халыҡҡа һатырға ҡуша. “Бер аҙнанан хәлеңде килеп һөйләп китерһең”, – ти. Егет билдәләнгән ваҡытҡа килә. Ҡулында – алтын аҡса, ти...
Тимәк, беҙ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, йәштәрҙе уңышты тир түгеп, тырышып яуларға өйрәтергә, уларҙы киләсәккә әҙерләп үҫтерергә бурыслыбыҙ. Үҫеп килгән быуын ҙур тиҙлек менән алға барған замандың талаптарын үтәү менән бергә ата-бабанан ҡалған ябай һөнәрҙәрҙе онотмаҫҡа, үҙләштерергә тейеш. Әйтәйек, ҙур ғилемле булыуы өҫтөнә, ер һөрә, ат егә белгән егеткә кем генә һоҡланмаһын!
“Аллаһ Тәғәлә иманлы һәм һөнәрле бәндәһен һөйә”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Халҡыбыҙҙың мәҡәлдәрендә лә хеҙмәткә ҙур баһа бирелә. Мәҫәлән, “Һөнәре бар һыуҙың үренә йөҙөр”, “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” һәм башҡалар. Шәхестәребеҙ ҙә һөнәр белеүҙе, эшһөйәрлекте юғары баҫҡысҡа ҡуя. Әйтәйек, бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулла һәр нәмәне Хоҙайҙан көтөп ятыуҙы хурлыҡ тип атаған, тоғро юлды эҙләп, алға йүгерергә әйҙәгән.
Бер хикәйәтте иҫкә төшөрөп уҙайыҡ. Батша улын бөтөн ғилемгә, һөнәргә өйрәтеү өсөн остазға бирә. Күпмелер ваҡыттан егеттән имтихан алырға үҙе килә. “Улығыҙ барыһына ла өйрәнде!” – тип ҡаршы ала уны уҡытыусы. Тәүге һынау мәлендә кәмәгә ултырып китәләр. Диңгеҙгә ингәс, батша ярандарына улын һыуға ташларға бойора. Егет бата башлай. Ярандар уға ярҙамға ташлана. “Ниңә йөҙөргә өйрәтмәнең? – ти батша остазға. – Кеше башҡа ғилемде, үҙе белмәгән осраҡта, икенсе берәүҙән өйрәнә ала. Ә йөҙә белмәй икән, уны кем ҡотҡарыр?”
Ғилем – ул һөнәр. Аллаһ Тәғәлә тырышып эшләп, мал табып, башҡаларға ярҙам итеп йәшәгәндәргә ҙур хөрмәт, ихтирам насип итә. Шул уҡ ваҡытта барыһы ла хәләл юл менән башҡарылырға, яуланырға тейеш. Балаларыбыҙға ла аҡыл, фекер көсөнә таянып йәшәргә, мал табырға өйрәтәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла төрлө һөнәр белергә, Ватаныбыҙға, милләтебеҙгә файҙалы булырға насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.