Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Лайыҡлыларҙың-лайыҡлыһы
Был юғары премияға ике тиҫтәнән ашыу повесть һәм хикәйәләр авторы, халыҡсан теле, үткер ҡәләме, уҡымлы әҫәрҙәре менән киң танылыу яулаған билдәле прозаик, осҡор күҙле публицист Хәйҙәр Тапаҡов бик тә лайыҡлы.

Уҙған быуаттың 80-се йылдарында тәүге ижад емештәре менән район, республика кимәленә сыҡҡан ҡәләм оҫтаһын китап уҡыусы шунда уҡ үҙ итте. Һөнәре буйынса медик, уҡытыусы булыуы ла, Хоҙай тарафынан бирелгән тел асҡысы ла әҙипкә һәр яҡлап булышлыҡ итә: Хәйҙәр Ниғәмәт улы әҫәрҙәре аша кешелә күркәм сифаттар тәрбиәләй, ҡатмарлы тормошта ныҡлы рухлы, иманлы, илһөйәр булып ҡалыу мөһимлеген тәҡрарлай.
Заманында республика кимәлендә ойош­торолған сәсәндәр бәйгеһендә ҡат­нашып, дипломант, лауреат исемдәрен алған прозаиктың халҡына әйтер һүҙе йылдан-йыл тәрәнерәк мәғәнә ала, йөрәк-сәпкә төҙөрәк тейә бара, ҡәләме йылдар сарында үткерләнә, гражданлыҡ позиция­һы милләтенең рухы менән ҡеүәтләнә.
Хәйҙәр Ниғәмәт улының былтыр донъя күргән “Офоҡтағы йондоҙ яҡтыһы” исемле китабы әҙипте әҙәбиәтебеҙ күгендә тағы ла яҡтыраҡ йондоҙ итеп балҡытты. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә иткән яңы ижад емеше – “Тарат әле моңһоу уйҙарымды...” китабы ла һутлы телле прозаиктың көн ҡаҙағына һуҡҡан, һәр әҙәми затты һиҫкәндерер, уйһыҙҙы – уйға, моңһоҙҙо моңға һалыр публицист икәнлеген раҫлай.
Тапаҡовтың һуңғы йылдарҙа район, республика гәзит­тәрендә баҫылып сыҡҡан аналитик мәҡәләләр туплан­маһы – яҙмышын журналистика менән бәйләргә теләгәндәр өсөн ҙур тәжрибә майҙансығы, остазлыҡ-оҫталыҡ мәктәбе. Был яҙмалар көнүҙәклеге, әҙиптең һәр төрлө ығы-зығынан юғары булыуы, ҡыйыш атып та тура тейҙерә алыу маһирлығы менән айырыла, бөгөн ҡыбырламаһаң, иртәгә һуң булырын да иҫкәртә. Авторҙың ил­һө­йәр­леген, телһөйәрлеген аңғараһың, аһтарында халыҡ проблемалары ярылып ятҡанын һиҙәһең. Юҡ, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе күрһәтеп-күтәреп сығыу юлдарын ғына бәйән итмәй автор, үҙенең тимерҙәй ныҡлы позицияһын, халыҡты әйҙәр әҙиплек көсөн дә күрһәтә.
Ғөмүмән, беҙ Хәйҙәр Ниғәмәт улы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға ысынлап та лайыҡ тип иҫәпләйбеҙ. Халҡы өсөн янып-көйгән ҡәләм оҫтаһы “Хоҙайбирҙинлы” булырға хаҡлы!

“Таң” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре,
“Баҙал” әҙәби ижад берекмәһе ағзалары.



Район: Бөрйән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә