Был юғары премияға ике тиҫтәнән ашыу повесть һәм хикәйәләр авторы, халыҡсан теле, үткер ҡәләме, уҡымлы әҫәрҙәре менән киң танылыу яулаған билдәле прозаик, осҡор күҙле публицист Хәйҙәр Тапаҡов бик тә лайыҡлы.
Уҙған быуаттың 80-се йылдарында тәүге ижад емештәре менән район, республика кимәленә сыҡҡан ҡәләм оҫтаһын китап уҡыусы шунда уҡ үҙ итте. Һөнәре буйынса медик, уҡытыусы булыуы ла, Хоҙай тарафынан бирелгән тел асҡысы ла әҙипкә һәр яҡлап булышлыҡ итә: Хәйҙәр Ниғәмәт улы әҫәрҙәре аша кешелә күркәм сифаттар тәрбиәләй, ҡатмарлы тормошта ныҡлы рухлы, иманлы, илһөйәр булып ҡалыу мөһимлеген тәҡрарлай.
Заманында республика кимәлендә ойошторолған сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашып, дипломант, лауреат исемдәрен алған прозаиктың халҡына әйтер һүҙе йылдан-йыл тәрәнерәк мәғәнә ала, йөрәк-сәпкә төҙөрәк тейә бара, ҡәләме йылдар сарында үткерләнә, гражданлыҡ позицияһы милләтенең рухы менән ҡеүәтләнә.
Хәйҙәр Ниғәмәт улының былтыр донъя күргән “Офоҡтағы йондоҙ яҡтыһы” исемле китабы әҙипте әҙәбиәтебеҙ күгендә тағы ла яҡтыраҡ йондоҙ итеп балҡытты. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә иткән яңы ижад емеше – “Тарат әле моңһоу уйҙарымды...” китабы ла һутлы телле прозаиктың көн ҡаҙағына һуҡҡан, һәр әҙәми затты һиҫкәндерер, уйһыҙҙы – уйға, моңһоҙҙо моңға һалыр публицист икәнлеген раҫлай.
Тапаҡовтың һуңғы йылдарҙа район, республика гәзиттәрендә баҫылып сыҡҡан аналитик мәҡәләләр тупланмаһы – яҙмышын журналистика менән бәйләргә теләгәндәр өсөн ҙур тәжрибә майҙансығы, остазлыҡ-оҫталыҡ мәктәбе. Был яҙмалар көнүҙәклеге, әҙиптең һәр төрлө ығы-зығынан юғары булыуы, ҡыйыш атып та тура тейҙерә алыу маһирлығы менән айырыла, бөгөн ҡыбырламаһаң, иртәгә һуң булырын да иҫкәртә. Авторҙың илһөйәрлеген, телһөйәрлеген аңғараһың, аһтарында халыҡ проблемалары ярылып ятҡанын һиҙәһең. Юҡ, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе күрһәтеп-күтәреп сығыу юлдарын ғына бәйән итмәй автор, үҙенең тимерҙәй ныҡлы позицияһын, халыҡты әйҙәр әҙиплек көсөн дә күрһәтә.
Ғөмүмән, беҙ Хәйҙәр Ниғәмәт улы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға ысынлап та лайыҡ тип иҫәпләйбеҙ. Халҡы өсөн янып-көйгән ҡәләм оҫтаһы “Хоҙайбирҙинлы” булырға хаҡлы!
“Таң” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре,
“Баҙал” әҙәби ижад берекмәһе ағзалары.