Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Баймаҡты көн дә күрәбеҙ”
Баймаҡ телевидениеһы 2000 йылдың ноябренән эшләй. Студияға Гөлнур Ишбулатова етәкселек итә башлағандан алып ундағы тапшырыуҙарҙың йөкмәт­кеһе, тематикаһы һәм сифаты үҙгәрҙе. Сәбәбе — көндәлек хеҙмәттең кешелек сифаттары менән үрелеп барыуында.


Гөлнур Азамат ҡыҙы үҙен юғары квалификациялы, тәжрибәле белгес, талапсан етәксе итеп күрһәтте. Өфөлә уңышлы ғына эшләп йөрөгән еренән районға, тыуған яҡтарына ҡайтып, арыу-талыу белмәй тырышып, бик матур, халыҡ күңеленә үтеп инерлек, онотолмаҫлыҡ тапшырыуҙар ойошторҙо. Бер тема ла уның иғтибарынан ситтә ҡалмай.
Телестудия ауыл халҡы менән бик ихлас һәм әүҙем эшләй. Колхоз-совхоздар тарҡа­лыу сәбәпле эшһеҙ ҡалған ауыл кешеһен төшөнкөлөккә бирелеүҙән һаҡлау, алға, яңы шәхси эшмәкәрлек юлына әйҙәү маҡсатында һуңғы йыл ярым-ике йыл арауығында студия хеҙмәткәрҙәре райондың һәр ауылында булып, халыҡтың хәл-әхүәлен белешеп, яҡшыһын да, насарын да билдәләп, “зәңгәр экран”дар аша күрһәтеп бара.
2012–2013 йылдарҙа “Таналыҡ-Баймаҡ” тау мәғдән округында төҫлө металдар сығарыу тарихы, Баймаҡ ҡалаһының һәм алтын-баҡыр заводының барлыҡҡа килеүе хаҡында материалдарҙы халыҡҡа еткереү менән етәксе бик оҫта һәм уңышлы шөғөлләнде. Ҡала һәм завод тарихы буйынса теле­тапшырыуҙарҙа тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, предприятие етәк­селәре, эшселәр, ветерандар сығыш яһаны. Гөлнур Ишбулатова студия хеҙ­мәткәрҙәре менән берлектә Баймаҡ ҡалаһы һәм баҡыр-көкөрт комбинаты тарихын сағылдырған “Төҫлө металдар һәм яҡты уй-хыялдар ҡалаһы” тигән документаль фильм төшөрөүгә өлгәште.
Баймаҡ телевидениеһын күрше ҡала, өлкәләр ҙә яратып ҡарай. Ундағы туған-тыу­маса, дуҫ-иштәрҙән был хаҡта хәбәр­ҙармын. Күрше Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районында йәшәгән апайым да быйыл ҡунаҡҡа килгәндә: “Беҙ Баймаҡты көн дә күреп торабыҙ ул”, — тип хәбәр һалды. Ҡоншаҡ райо­ны вәкилдәре лә Баймаҡ тапшы­рыу­ҙарын даими ҡарап бара икән.
Быйыл Гөлнур Ишбулатова, районда радиостудия асып, баймаҡтарға тағы ла бер көтөлмәгән бүләк яһаны. Эшһөйәр, дәртле, инициативалы, тәүәккәл һәм ҡыйыу, коллек­тивтың эшен оҫта ойоштороп алға әйҙәүсе журналист һәм етәксе ул. Үҙ эшенә тулыһынса бирелеп, халҡына мөмкин тиклем күберәк изгелек ҡылырға тырышыуын Баймаҡҡа ҡайтып эшләй башлауының тәүге көндәренән үк күрә инек. Был осраҡлы ғына башҡа килгән һүҙҙәр түгел.
Журналист Гөлнур Ишбулатованың емеш­ле хеҙмәте Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистар премияһына лайыҡ тип уйлайым һәм уның кандидатураһын тулыһынса хуплайым.

Әмир СӘЙҒӘФӘРОВ,
хеҙмәт ветераны,
тыуған яҡты өйрәнеүсе.




Район: Баймаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә