Баймаҡ телевидениеһы 2000 йылдың ноябренән эшләй. Студияға Гөлнур Ишбулатова етәкселек итә башлағандан алып ундағы тапшырыуҙарҙың йөкмәткеһе, тематикаһы һәм сифаты үҙгәрҙе. Сәбәбе — көндәлек хеҙмәттең кешелек сифаттары менән үрелеп барыуында.
Гөлнур Азамат ҡыҙы үҙен юғары квалификациялы, тәжрибәле белгес, талапсан етәксе итеп күрһәтте. Өфөлә уңышлы ғына эшләп йөрөгән еренән районға, тыуған яҡтарына ҡайтып, арыу-талыу белмәй тырышып, бик матур, халыҡ күңеленә үтеп инерлек, онотолмаҫлыҡ тапшырыуҙар ойошторҙо. Бер тема ла уның иғтибарынан ситтә ҡалмай.
Телестудия ауыл халҡы менән бик ихлас һәм әүҙем эшләй. Колхоз-совхоздар тарҡалыу сәбәпле эшһеҙ ҡалған ауыл кешеһен төшөнкөлөккә бирелеүҙән һаҡлау, алға, яңы шәхси эшмәкәрлек юлына әйҙәү маҡсатында һуңғы йыл ярым-ике йыл арауығында студия хеҙмәткәрҙәре райондың һәр ауылында булып, халыҡтың хәл-әхүәлен белешеп, яҡшыһын да, насарын да билдәләп, “зәңгәр экран”дар аша күрһәтеп бара.
2012–2013 йылдарҙа “Таналыҡ-Баймаҡ” тау мәғдән округында төҫлө металдар сығарыу тарихы, Баймаҡ ҡалаһының һәм алтын-баҡыр заводының барлыҡҡа килеүе хаҡында материалдарҙы халыҡҡа еткереү менән етәксе бик оҫта һәм уңышлы шөғөлләнде. Ҡала һәм завод тарихы буйынса телетапшырыуҙарҙа тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, предприятие етәкселәре, эшселәр, ветерандар сығыш яһаны. Гөлнур Ишбулатова студия хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Баймаҡ ҡалаһы һәм баҡыр-көкөрт комбинаты тарихын сағылдырған “Төҫлө металдар һәм яҡты уй-хыялдар ҡалаһы” тигән документаль фильм төшөрөүгә өлгәште.
Баймаҡ телевидениеһын күрше ҡала, өлкәләр ҙә яратып ҡарай. Ундағы туған-тыумаса, дуҫ-иштәрҙән был хаҡта хәбәрҙармын. Күрше Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районында йәшәгән апайым да быйыл ҡунаҡҡа килгәндә: “Беҙ Баймаҡты көн дә күреп торабыҙ ул”, — тип хәбәр һалды. Ҡоншаҡ районы вәкилдәре лә Баймаҡ тапшырыуҙарын даими ҡарап бара икән.
Быйыл Гөлнур Ишбулатова, районда радиостудия асып, баймаҡтарға тағы ла бер көтөлмәгән бүләк яһаны. Эшһөйәр, дәртле, инициативалы, тәүәккәл һәм ҡыйыу, коллективтың эшен оҫта ойоштороп алға әйҙәүсе журналист һәм етәксе ул. Үҙ эшенә тулыһынса бирелеп, халҡына мөмкин тиклем күберәк изгелек ҡылырға тырышыуын Баймаҡҡа ҡайтып эшләй башлауының тәүге көндәренән үк күрә инек. Был осраҡлы ғына башҡа килгән һүҙҙәр түгел.
Журналист Гөлнур Ишбулатованың емешле хеҙмәте Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистар премияһына лайыҡ тип уйлайым һәм уның кандидатураһын тулыһынса хуплайым.
Әмир СӘЙҒӘФӘРОВ,
хеҙмәт ветераны,
тыуған яҡты өйрәнеүсе.