Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эҙләнеүҙәр уға ят түгел
Эҙләнеүҙәр  уға ят түгел
“Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһында оҙаҡ ваҡыт эшләп, Баймаҡ ҡалаһына эшкә ҡайтҡан Гөлнур Ишбулатова хаҡында күптән түгел мәҡәлә баҫҡайныҡ инде. Әммә ҡәләмдәшебеҙҙең ошо көндәрҙә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителеүен белгәс, уның хаҡында йәнә бер кәлимә һүҙ әйтеп китеүҙе кәрәкле тип һананым.

Бөгөн ул Баймаҡ теле­радиотапшырыуҙар студияһын етәкләй. Гөлнур Азамат ҡыҙы­ның эшен көньяҡ райондар халҡы күптән баһалап өлгөргән инде, сөнки Баймаҡ телеви­дение­һы һәм радиоһы әле бөтә Көньяҡ Урал төбәгенә мәғ­лүмәти ярҙам күрһәтә, ошо район­дарҙан яңылыҡтар әҙер­ләп, эфир даирәһен киңәйт­те, уны республика кимәленә сығар­ҙы.
Хәҙер уның эфирында Әб­йәлил, Йылайыр, хатта күрше Хәйбулла яңылыҡ­тарын да йыш күрергә була. Ә инде БЮТ каналында Баймаҡ телевиде­ниеһы әҙерләгән яңылыҡтар көн һайын тиерлек эфирға сығып тора. Бында оператив эшләгән, тынғыһыҙ етәксе, үҙе лә репортаждар менән сығыш яһаған Гөлнур Ишбулатова­ның өлөшө шаҡтай ҙур.
Үткән йыл аҙағында “Юл­даш” йыр-моң һәм мәғлүмәт каналының республикалағы тәүге филиалы Баймаҡ ҡала­һында асылды. Уны ойошто­роуҙа һәм радио тул­­ҡын­­дарына сығарыу­ҙа Гөлнур Ишбулатова­ның хеҙ­мәте тос икәнлеген беләбеҙ. Тынғыһыҙ журналист һәр саҡ эҙләнеүҙәр өҫтөндә, яңынан-яңы тапшырыуҙар әҙерләп эфирға сығара, яңы геройҙар таба. Тап уның тырышлығы менән былтыр Баймаҡ ҡала­һының юбилейына тулы метражлы фильм төшөрөп, яҡ­таш­тарын һө­йөн­дөр­ҙө. Хатта республика телевиде­ниеһы белгестәре уның эшен юғары баһаланы, райондаштары: “Баймаҡ тураһында бындай фильмдың булғаны юҡ ине”, – тине.
Гөлнур Ишбулатова Бай­маҡ­та эшләһә лә, автор, хәбәрсе булараҡ, ижадын “Юл­даш” радиоканалында дауам итә. Уның көньяҡ-көнсығыш райондарҙың ал­дынғы ҡараш­лы кешеләре, проблемалары хаҡында сы­ғарған тапшырыу­ҙар цик­лы­ның Шәһит Хоҙай­бир­ҙин исе­мендәге премияға тәҡдим ителеүен күптәр хуп­лай һәм уны бындай баһаға күптән лайыҡ тип иҫәпләй. Халҡы­быҙҙың тормошон, йә­шәйешен яҡшыртыу, проб­ле­маларын хәл итеү өсөн ваҡы­тын, көсөн йәлләмәгән тынғыһыҙ журналист, оҫта етәксе Гөлнур Ишбулатова­ның исемен, һис шикһеҙ, премияға лайыҡ булыусылар исемлегендә күрербеҙ, тигән ышаныстабыҙ.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә