“Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһында оҙаҡ ваҡыт эшләп, Баймаҡ ҡалаһына эшкә ҡайтҡан Гөлнур Ишбулатова хаҡында күптән түгел мәҡәлә баҫҡайныҡ инде. Әммә ҡәләмдәшебеҙҙең ошо көндәрҙә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителеүен белгәс, уның хаҡында йәнә бер кәлимә һүҙ әйтеп китеүҙе кәрәкле тип һананым.
Бөгөн ул Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһын етәкләй. Гөлнур Азамат ҡыҙының эшен көньяҡ райондар халҡы күптән баһалап өлгөргән инде, сөнки Баймаҡ телевидениеһы һәм радиоһы әле бөтә Көньяҡ Урал төбәгенә мәғлүмәти ярҙам күрһәтә, ошо райондарҙан яңылыҡтар әҙерләп, эфир даирәһен киңәйтте, уны республика кимәленә сығарҙы.
Хәҙер уның эфирында Әбйәлил, Йылайыр, хатта күрше Хәйбулла яңылыҡтарын да йыш күрергә була. Ә инде БЮТ каналында Баймаҡ телевидениеһы әҙерләгән яңылыҡтар көн һайын тиерлек эфирға сығып тора. Бында оператив эшләгән, тынғыһыҙ етәксе, үҙе лә репортаждар менән сығыш яһаған Гөлнур Ишбулатованың өлөшө шаҡтай ҙур.
Үткән йыл аҙағында “Юлдаш” йыр-моң һәм мәғлүмәт каналының республикалағы тәүге филиалы Баймаҡ ҡалаһында асылды. Уны ойоштороуҙа һәм радио тулҡындарына сығарыуҙа Гөлнур Ишбулатованың хеҙмәте тос икәнлеген беләбеҙ. Тынғыһыҙ журналист һәр саҡ эҙләнеүҙәр өҫтөндә, яңынан-яңы тапшырыуҙар әҙерләп эфирға сығара, яңы геройҙар таба. Тап уның тырышлығы менән былтыр Баймаҡ ҡалаһының юбилейына тулы метражлы фильм төшөрөп, яҡташтарын һөйөндөрҙө. Хатта республика телевидениеһы белгестәре уның эшен юғары баһаланы, райондаштары: “Баймаҡ тураһында бындай фильмдың булғаны юҡ ине”, – тине.
Гөлнур Ишбулатова Баймаҡта эшләһә лә, автор, хәбәрсе булараҡ, ижадын “Юлдаш” радиоканалында дауам итә. Уның көньяҡ-көнсығыш райондарҙың алдынғы ҡарашлы кешеләре, проблемалары хаҡында сығарған тапшырыуҙар циклының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителеүен күптәр хуплай һәм уны бындай баһаға күптән лайыҡ тип иҫәпләй. Халҡыбыҙҙың тормошон, йәшәйешен яҡшыртыу, проблемаларын хәл итеү өсөн ваҡытын, көсөн йәлләмәгән тынғыһыҙ журналист, оҫта етәксе Гөлнур Ишбулатованың исемен, һис шикһеҙ, премияға лайыҡ булыусылар исемлегендә күрербеҙ, тигән ышаныстабыҙ.