Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡурай” сәскә атты
“Ҡурай” сәскә атты
Балалар баҡсаһында урын етешмәүе, әсәләрҙең декрет ялынан һуң сабыйын ҡайҙа урынлаштырырға белмәй яфаланыуы хаҡында күп һөйләйбеҙ, күп яҙабыҙ. Был ҡырҡыу мәсьәлә Хөкүмәт кимәлендә лә өйрәнелде, мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде. 2015 йыл аҙағынаса балалар баҡсаларына сират мәсьәләһен хәл итеү — көнүҙәк бурыс. Сибай яҡтарында йөрөгәндә республика етәкселегенең был маҡсатын тулы ҡеүәтендә тойҙоҡ тиһәк тә була — Белем көнө алдынан ҡаланың Көнсығыш биҫтәһендә “Ҡурай” балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты.

Өс йылда — биш балалар баҡсаһы

“Ҡурай” сәскә атты“Ҡурай” — төбәктә һуңғы өс йылда төҙөлгән бишенсе баҡса. 180 балаға иҫәп­ләнгән. Бер йыл эсендә ҡалҡып сыҡҡан бина әкиәттәге хан һарайын хәтерләтә — йәйғор төҫтәренә мансылған баҡса әллә ҡайҙан балҡып ултыра, алғы яғына ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. “Строймеханизация” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәте эшселәренең кескәйҙәргә си­рат­тағы бүләге был. Уларҙы бындай матур объекттар төҙөүҙә оҫталарҙың оҫтаһы тиһәк тә, һис аштырыу булмаҫ. Ойошма хеҙмәткәрҙәренең йөҙөн дә, намыҫлы хеҙмәтен дә сифат һәм тәжрибә билдәләй. Шуға сираттағы балалар баҡ­саһын тапшырыу ваҡыты йыл аҙа­ғынараҡ тәғәйенләнһә лә, етәкселек бер нәмәгә ҡарамай бинаны 1 сентябргә — Белем көнөнә — өлгөртөргә ҡарар итә.
Бүләк көткәндән дә шәберәк килеп сыҡҡан. Кескәйҙәрҙең, ата-әсәләрҙең шат йөҙҙә­рен күрһәгеҙ! Ололар үҙҙәре лә һуңғы айҙарҙа төҙөлөш майҙансығынан ҡайт­маған тиерлек, төҙөүселәргә ярҙам иткән. Ата-әсәләрҙең башланғысы менән верандалар йыйыштырылған, буялған, тирә-яҡ таҙартылған, тәртипкә килтерел­гән. Әйт­кәндәй, төҙөүселәр сабый­ҙарға бүләк йөҙөнән верандаларҙа төрлө әкиәт, йәнһү­рәт геройҙарын һынландырған. Тор­ғаны бер мөғжизә!
Тантана барышында тағы шуныһы иғтибарҙы йәлеп итте: төҙөүселәр, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм ата-әсәләр үҙ-ара йылы мөнәсәбәттә. Был да бер-береңдең хеҙмәтен хөрмәт итеүҙән, аңлашып эшләүҙән киләлер. Кем менән генә аралашһаҡ та, һәр кем төҙөүселәргә, улар йөҙөндә ойошманың генераль директоры Нур Тажетдиновҡа рәхмәтен йәшермәне. Әлбиттә, төҙөлөш эштәре тамамланһа ла, ойоштороу мәшәҡәттәре башланып ҡына тора. Былары иһә – балалар баҡсаһы мөдире Гүзәл Хәлисова етәкселегендәге татыу, тырыш, берҙәм коллективтың бурысы. Хәйер, уныһына ла борсолаһы түгел. Гүзәл ханымды сибайҙар күптән инде талапсан етәксе, оҫта ойоштороусы булараҡ белә. Ошоғаса 15 йыл ҡалалағы “Ҡайын” балалар баҡсаһын етәкләгән. Шуға “Ҡурай” сәскә атты“Ҡу­рай”ҙың да мәғариф тармағында үҙ урынын табырына шиктәре юҡ.
Әйткәндәй, баҡсаның төп эшмәкәрлеге үҫтереү үҙәге булараҡ көйләнәсәк. Дөйөм йүнәлештәгеләр менән бер рәттән коррекция төркөмдәрен асыу ҙа күҙаллана. Һәләтле балалар менән шөғөлләнеү, сабыйҙы шәхес булараҡ тәрбиәләү, уның донъяға ҡарашын киңәйтеү, фекерләү даирәһен байытыу — былар барыһы ла махсус программаға ярашлы үҙләш­тереләсәк. Кескәйҙәр менән музыка етәксеһе, уҡытыусы-логопед, физик культура буйынса инструктор, психолог эшләйәсәк.

Кинәнеп уйнарлыҡ, рәхәтләнеп йүгерерлек

Гүзәл Янбай ҡыҙын иң ҡыуандырғаны — балалар баҡсаһының матди-техник базаһы.
– Аш-һыу, медицина блоктары тулы­һынса заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Иркен, яҡты музыка, физкультура залдары, төрлө студия, түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү өсөн айырым бүлмәләр ҡаралған. Балаларға уйнарға киң верандалар бар. Һалҡын ҡыштар ҙа беҙҙе ҡурҡытмай – иҙәндәр йылы. Иң мөһиме – бөтә уңайлыҡтар ҙа СанПин талаптарына яуап бирә, янғын хәүеф­һеҙлеге ҡағиҙәләренә ярашлы төҙөлгән. Сигнализация, елләтеү системаһы өҙлөк­һөҙ эшләй. Видеокүҙәтеү приборы ла ҡуйылған. Тирә-яҡ тимер рәшәткәләр менән уратып алынған, — ти ул.
Гүзәл Хәлисова фекеренсә, “Ҡурай” – бар йәһәттән хәүефһеҙ балалар баҡ­саһы. Бында ҡулланылған төҙөлөш материалдары ла, йыһаздар ҙа, мебелдәр ҙә, уйынсыҡтар ҙа экологик яҡтан таҙа, үҙебеҙҙә етештерелгән.
“Ҡурай”ҙарҙың шатлығын был көндә Си­бай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов, урындағы мәғариф идаралы­ғы вәкилдәре, белем биреү учреждениелары етәкселәре, “Строй­­меха­низа­ция” ойошмаһы эшселәре ур­таҡ­лашты.
— Ҡурай сәскәһе – башҡорт ырыу­ҙары­ның ғына түгел, бөтә халыҡтың дуҫлыҡ билдәһе. Был идея мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының төп маҡса­тына әйләнһен, — тине ҡотлау сәләмендә Хәлит Хәмзә улы.
“Ҡурай” сәскә аттыХакимиәт башлығы төҙөүселәргә, шәх­сән Нур Тажетдиновҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, эштәрендә уңыштар, тағы ла күркәмерәк төҙөлөштәр теләне. Артабан “Строймеханизация” яуаплы­лығы сиклән­гән йәмғиәтенең генераль директоры Нур Азамат улы балалар баҡсаһы мөдире Гүзәл Хәлисоваға символик асҡыс тапшырҙы.

“Әкиәт”, “Ҡурай”... Тағы ла буласаҡ әле


Кескәйҙәр, ата-әсәләр, ҡунаҡтар балалар баҡсаһы менән танышҡан арала беҙ “Строймеханизация”ның генераль директоры Нур Тажетдиновты сират­тағы “еңеүе” менән ҡотларға ашыҡ­тыҡ.
— Нур Азамат улы, ике йылда бына тигән балалар баҡсаһы. Ҡотлайбыҙ!
— Рәхмәт! Егеттәргә афарин! Тырыштырып, байрамға өлгөрттөләр. Һуңғы өс йыл эсендә был беҙҙең Сибай ҡалаһындағы бишенсе “ҡурайыбыҙ”. Бынан тыш, Учалыла ла 220 урынға иҫәпләнгән баҡса сафҡа инде. Ғөмүмән, төҙөүсе булараҡ, Учалы ҡалаһы оҡшай миңә. Шуға баҡсаларын да ошо ҡаласыҡҡа оҡшатып төҙөргә тырыштыҡ — алтын шахта, тау ҡурғаш ятҡылыҡтары әкиәт геройҙарының тылсымында тағы ла сәйерерәк, күркәмерәк, матурыраҡ тойола. Әле уға исем ҡушылмаған. Матур башҡорт исемле булыр тип ышанам. Сибайҙа сафҡа ингән “Әкиәт”ебеҙ менән дә ғорурланабыҙ. 220 урынлыҡ баҡса былтыр асылғайны. Быйыл ул Рәсәйҙең иң яҡшы 100 балалар баҡсаһы исемлегенә инде. Бында кескәйҙәр өсөн тоҙ шахтаһы ла, релаксация бүлмәһе лә, бассейн да бар. Ҡаяға үрмәләргә яратҡан сос малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн скалодром эшләп ҡуйҙыҡ. Унда балалар менән тәжрибәле спорт мастеры шөғөлләнә.
— “Әкиәт”, “Ҡурай”... Аңлауыбыҙ­са, һуңғыһы түгел.
— Әле Сибай янындағы Алтын ҡасабаһында 115 урынлыҡ тағы бер балалар баҡсаһы төҙөйбөҙ. 2015 йылға тапшырырға ниәт. Ғөмүмән, ҡаҙаныш­тарҙы барлағанда республика Хөкүмә­тенең ярҙамын да билдәләп үтергә кәрәк. Өс йылда — биш балалар баҡсаһы, тәү сиратта, эшлекле хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе.
— Белеүебеҙсә, һеҙҙең ойошма балалар баҡсалары төҙөү менән генә шөғөлләнмәй?
— Йыл аҙағына тиклем 24 фатирлы алты йорт тапшырыу күҙаллана. Әйткәндәй, икәүһен ошо аҙнала тапшыра­быҙ. Ҡалғандары сентябрь аҙағына һәм Яңы йылға планлаштырылған. Уларға башлыса авария хәлендәге өйҙәрҙә йәшәүселәр күсенәсәк. Бынан тыш, һатыуға ла төҙөйбөҙ. Дөйөм алғанда, һуңғы дүрт йылда ошондай типтағы 24 йорт сафҡа инде. Әле бына тағы алтауға нигеҙ һалып торабыҙ, киләһе йәйгә өлгөртөргә иҫәп. Әлбиттә, һәр баш­ланғыста яҡшы дуҫтар, уңған хеҙмәт­кәрҙәр булыу шарт. Коллективымдан уңдым. Һәр эште еренә еткереп башҡарған бригадирым Рәшиҙә Ғата ҡыҙы Байғужинаға рәхмәт. Биҙәкләү эштәре менән генә 70-тән ашыу кеше шөғөлләнә. Һәр ҡайһыһы – үҙ эшенең алыштырғыһыҙ оҫтаһы. Быйыл ун кеше “Башҡортостан Республикаһының ат­ҡаҙан­ған төҙөүсеһе” тигән юғары исемгә лайыҡ булды: бригадир Юлиә Южакова, балта оҫтаһы Николай Чернов, ташсы Иван Кудряшов, прорабтар Вилдар Насиров, Рафаил Абдеев һәм башҡалар. Ғөмүмән, “Строймеханизация” яуаплы­лығы сикләнгән йәмғиәтендә бөгөн 700-ҙән ашыу кеше эшләй.
— Ҙур коллективтың киләсәккә план­дары ла ҙурҙыр, моғайын?
— Пландарыбыҙ ҙа, маҡсаттарыбыҙ ҙа күп. Әлеге көндә Ырымбур өлкәһендә тимер юл вокзалын төҙөкләндерә баш­ланыҡ. Бер нисә бригадабыҙ Орск ҡалаһындағы насос станцияһының никель йыуҙырғыс төҙөлөш цистернаһында эшләй. Магнитогорск ҡалаһында һатыуға йорт төҙөйбөҙ. “Бирҙәүеш” станция­һын­дағы тимер юл вокзалын төҙөклән­дерәбеҙ. Әле яңыраҡ Баймаҡ районында балалар баҡсаһы һәм мәктәп төҙөү бурысын йөкмәттеләр. Силәбе яҡтарынан да заказдар бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, тырышып эшләргә лә эшләргә.
— Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Нур Азамат улы! Эштәрегеҙ уң булһын! Ҡоростай һаулыҡ теләйбеҙ!

Шулай итеп...

Әле ҡасан ғына биҫтәлә бер балалар баҡсаһы ла юҡ ине. Бөгөн иһә, сағыш­тырмаса ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә, бер түгел ике күркәм йорт ҡалҡып сыҡты. Иң мөһиме – улар ҡаланың төҙөлөш стилен тағы ла йәмләп, үҙенсәлекле бер биҙәк өҫтәп ебәрҙе. Әгәр “Әкиәт” үҙенә күрә бер тылсымлы һарайҙы хәтерләтһә, “Ҡурай” шатлыҡ иленә сәфәргә йыйынған күңелле карапҡа оҡшап ҡала... Кем белә, ҡалала артабан да төҙөлөш эштәре ошондай тиҙлектә дауам итһә, Көнсығыш биҫтәһенең исемен дә алыштырмағайы — Әкиәт биҫтәһенә?..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872