Балалар баҡсаһында урын етешмәүе, әсәләрҙең декрет ялынан һуң сабыйын ҡайҙа урынлаштырырға белмәй яфаланыуы хаҡында күп һөйләйбеҙ, күп яҙабыҙ. Был ҡырҡыу мәсьәлә Хөкүмәт кимәлендә лә өйрәнелде, мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде. 2015 йыл аҙағынаса балалар баҡсаларына сират мәсьәләһен хәл итеү — көнүҙәк бурыс. Сибай яҡтарында йөрөгәндә республика етәкселегенең был маҡсатын тулы ҡеүәтендә тойҙоҡ тиһәк тә була — Белем көнө алдынан ҡаланың Көнсығыш биҫтәһендә “Ҡурай” балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты.
Өс йылда — биш балалар баҡсаһы“Ҡурай” — төбәктә һуңғы өс йылда төҙөлгән бишенсе баҡса. 180 балаға иҫәпләнгән. Бер йыл эсендә ҡалҡып сыҡҡан бина әкиәттәге хан һарайын хәтерләтә — йәйғор төҫтәренә мансылған баҡса әллә ҡайҙан балҡып ултыра, алғы яғына ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. “Строймеханизация” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәренең кескәйҙәргә сираттағы бүләге был. Уларҙы бындай матур объекттар төҙөүҙә оҫталарҙың оҫтаһы тиһәк тә, һис аштырыу булмаҫ. Ойошма хеҙмәткәрҙәренең йөҙөн дә, намыҫлы хеҙмәтен дә сифат һәм тәжрибә билдәләй. Шуға сираттағы балалар баҡсаһын тапшырыу ваҡыты йыл аҙағынараҡ тәғәйенләнһә лә, етәкселек бер нәмәгә ҡарамай бинаны 1 сентябргә — Белем көнөнә — өлгөртөргә ҡарар итә.
Бүләк көткәндән дә шәберәк килеп сыҡҡан. Кескәйҙәрҙең, ата-әсәләрҙең шат йөҙҙәрен күрһәгеҙ! Ололар үҙҙәре лә һуңғы айҙарҙа төҙөлөш майҙансығынан ҡайтмаған тиерлек, төҙөүселәргә ярҙам иткән. Ата-әсәләрҙең башланғысы менән верандалар йыйыштырылған, буялған, тирә-яҡ таҙартылған, тәртипкә килтерелгән. Әйткәндәй, төҙөүселәр сабыйҙарға бүләк йөҙөнән верандаларҙа төрлө әкиәт, йәнһүрәт геройҙарын һынландырған. Торғаны бер мөғжизә!
Тантана барышында тағы шуныһы иғтибарҙы йәлеп итте: төҙөүселәр, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм ата-әсәләр үҙ-ара йылы мөнәсәбәттә. Был да бер-береңдең хеҙмәтен хөрмәт итеүҙән, аңлашып эшләүҙән киләлер. Кем менән генә аралашһаҡ та, һәр кем төҙөүселәргә, улар йөҙөндә ойошманың генераль директоры Нур Тажетдиновҡа рәхмәтен йәшермәне. Әлбиттә, төҙөлөш эштәре тамамланһа ла, ойоштороу мәшәҡәттәре башланып ҡына тора. Былары иһә – балалар баҡсаһы мөдире Гүзәл Хәлисова етәкселегендәге татыу, тырыш, берҙәм коллективтың бурысы. Хәйер, уныһына ла борсолаһы түгел. Гүзәл ханымды сибайҙар күптән инде талапсан етәксе, оҫта ойоштороусы булараҡ белә. Ошоғаса 15 йыл ҡалалағы “Ҡайын” балалар баҡсаһын етәкләгән. Шуға
“Ҡурай”ҙың да мәғариф тармағында үҙ урынын табырына шиктәре юҡ.
Әйткәндәй, баҡсаның төп эшмәкәрлеге үҫтереү үҙәге булараҡ көйләнәсәк. Дөйөм йүнәлештәгеләр менән бер рәттән коррекция төркөмдәрен асыу ҙа күҙаллана. Һәләтле балалар менән шөғөлләнеү, сабыйҙы шәхес булараҡ тәрбиәләү, уның донъяға ҡарашын киңәйтеү, фекерләү даирәһен байытыу — былар барыһы ла махсус программаға ярашлы үҙләштереләсәк. Кескәйҙәр менән музыка етәксеһе, уҡытыусы-логопед, физик культура буйынса инструктор, психолог эшләйәсәк.
Кинәнеп уйнарлыҡ, рәхәтләнеп йүгерерлекГүзәл Янбай ҡыҙын иң ҡыуандырғаны — балалар баҡсаһының матди-техник базаһы.
– Аш-һыу, медицина блоктары тулыһынса заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Иркен, яҡты музыка, физкультура залдары, төрлө студия, түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү өсөн айырым бүлмәләр ҡаралған. Балаларға уйнарға киң верандалар бар. Һалҡын ҡыштар ҙа беҙҙе ҡурҡытмай – иҙәндәр йылы. Иң мөһиме – бөтә уңайлыҡтар ҙа СанПин талаптарына яуап бирә, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә ярашлы төҙөлгән. Сигнализация, елләтеү системаһы өҙлөкһөҙ эшләй. Видеокүҙәтеү приборы ла ҡуйылған. Тирә-яҡ тимер рәшәткәләр менән уратып алынған, — ти ул.
Гүзәл Хәлисова фекеренсә, “Ҡурай” – бар йәһәттән хәүефһеҙ балалар баҡсаһы. Бында ҡулланылған төҙөлөш материалдары ла, йыһаздар ҙа, мебелдәр ҙә, уйынсыҡтар ҙа экологик яҡтан таҙа, үҙебеҙҙә етештерелгән.
“Ҡурай”ҙарҙың шатлығын был көндә Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов, урындағы мәғариф идаралығы вәкилдәре, белем биреү учреждениелары етәкселәре, “Строймеханизация” ойошмаһы эшселәре уртаҡлашты.
— Ҡурай сәскәһе – башҡорт ырыуҙарының ғына түгел, бөтә халыҡтың дуҫлыҡ билдәһе. Был идея мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының төп маҡсатына әйләнһен, — тине ҡотлау сәләмендә Хәлит Хәмзә улы.
Хакимиәт башлығы төҙөүселәргә, шәхсән Нур Тажетдиновҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, эштәрендә уңыштар, тағы ла күркәмерәк төҙөлөштәр теләне. Артабан “Строймеханизация” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Нур Азамат улы балалар баҡсаһы мөдире Гүзәл Хәлисоваға символик асҡыс тапшырҙы.
“Әкиәт”, “Ҡурай”... Тағы ла буласаҡ әлеКескәйҙәр, ата-әсәләр, ҡунаҡтар балалар баҡсаһы менән танышҡан арала беҙ “Строймеханизация”ның генераль директоры Нур Тажетдиновты сираттағы “еңеүе” менән ҡотларға ашыҡтыҡ.
— Нур Азамат улы, ике йылда бына тигән балалар баҡсаһы. Ҡотлайбыҙ!
— Рәхмәт! Егеттәргә афарин! Тырыштырып, байрамға өлгөрттөләр. Һуңғы өс йыл эсендә был беҙҙең Сибай ҡалаһындағы бишенсе “ҡурайыбыҙ”. Бынан тыш, Учалыла ла 220 урынға иҫәпләнгән баҡса сафҡа инде. Ғөмүмән, төҙөүсе булараҡ, Учалы ҡалаһы оҡшай миңә. Шуға баҡсаларын да ошо ҡаласыҡҡа оҡшатып төҙөргә тырыштыҡ — алтын шахта, тау ҡурғаш ятҡылыҡтары әкиәт геройҙарының тылсымында тағы ла сәйерерәк, күркәмерәк, матурыраҡ тойола. Әле уға исем ҡушылмаған. Матур башҡорт исемле булыр тип ышанам. Сибайҙа сафҡа ингән “Әкиәт”ебеҙ менән дә ғорурланабыҙ. 220 урынлыҡ баҡса былтыр асылғайны. Быйыл ул Рәсәйҙең иң яҡшы 100 балалар баҡсаһы исемлегенә инде. Бында кескәйҙәр өсөн тоҙ шахтаһы ла, релаксация бүлмәһе лә, бассейн да бар. Ҡаяға үрмәләргә яратҡан сос малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн скалодром эшләп ҡуйҙыҡ. Унда балалар менән тәжрибәле спорт мастеры шөғөлләнә.
— “Әкиәт”, “Ҡурай”... Аңлауыбыҙса, һуңғыһы түгел.
— Әле Сибай янындағы Алтын ҡасабаһында 115 урынлыҡ тағы бер балалар баҡсаһы төҙөйбөҙ. 2015 йылға тапшырырға ниәт. Ғөмүмән, ҡаҙаныштарҙы барлағанда республика Хөкүмәтенең ярҙамын да билдәләп үтергә кәрәк. Өс йылда — биш балалар баҡсаһы, тәү сиратта, эшлекле хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе.
— Белеүебеҙсә, һеҙҙең ойошма балалар баҡсалары төҙөү менән генә шөғөлләнмәй?
— Йыл аҙағына тиклем 24 фатирлы алты йорт тапшырыу күҙаллана. Әйткәндәй, икәүһен ошо аҙнала тапшырабыҙ. Ҡалғандары сентябрь аҙағына һәм Яңы йылға планлаштырылған. Уларға башлыса авария хәлендәге өйҙәрҙә йәшәүселәр күсенәсәк. Бынан тыш, һатыуға ла төҙөйбөҙ. Дөйөм алғанда, һуңғы дүрт йылда ошондай типтағы 24 йорт сафҡа инде. Әле бына тағы алтауға нигеҙ һалып торабыҙ, киләһе йәйгә өлгөртөргә иҫәп. Әлбиттә, һәр башланғыста яҡшы дуҫтар, уңған хеҙмәткәрҙәр булыу шарт. Коллективымдан уңдым. Һәр эште еренә еткереп башҡарған бригадирым Рәшиҙә Ғата ҡыҙы Байғужинаға рәхмәт. Биҙәкләү эштәре менән генә 70-тән ашыу кеше шөғөлләнә. Һәр ҡайһыһы – үҙ эшенең алыштырғыһыҙ оҫтаһы. Быйыл ун кеше “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән юғары исемгә лайыҡ булды: бригадир Юлиә Южакова, балта оҫтаһы Николай Чернов, ташсы Иван Кудряшов, прорабтар Вилдар Насиров, Рафаил Абдеев һәм башҡалар. Ғөмүмән, “Строймеханизация” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә бөгөн 700-ҙән ашыу кеше эшләй.
— Ҙур коллективтың киләсәккә пландары ла ҙурҙыр, моғайын?
— Пландарыбыҙ ҙа, маҡсаттарыбыҙ ҙа күп. Әлеге көндә Ырымбур өлкәһендә тимер юл вокзалын төҙөкләндерә башланыҡ. Бер нисә бригадабыҙ Орск ҡалаһындағы насос станцияһының никель йыуҙырғыс төҙөлөш цистернаһында эшләй. Магнитогорск ҡалаһында һатыуға йорт төҙөйбөҙ. “Бирҙәүеш” станцияһындағы тимер юл вокзалын төҙөкләндерәбеҙ. Әле яңыраҡ Баймаҡ районында балалар баҡсаһы һәм мәктәп төҙөү бурысын йөкмәттеләр. Силәбе яҡтарынан да заказдар бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, тырышып эшләргә лә эшләргә.
— Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Нур Азамат улы! Эштәрегеҙ уң булһын! Ҡоростай һаулыҡ теләйбеҙ!
Шулай итеп...Әле ҡасан ғына биҫтәлә бер балалар баҡсаһы ла юҡ ине. Бөгөн иһә, сағыштырмаса ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә, бер түгел ике күркәм йорт ҡалҡып сыҡты. Иң мөһиме – улар ҡаланың төҙөлөш стилен тағы ла йәмләп, үҙенсәлекле бер биҙәк өҫтәп ебәрҙе. Әгәр “Әкиәт” үҙенә күрә бер тылсымлы һарайҙы хәтерләтһә, “Ҡурай” шатлыҡ иленә сәфәргә йыйынған күңелле карапҡа оҡшап ҡала... Кем белә, ҡалала артабан да төҙөлөш эштәре ошондай тиҙлектә дауам итһә, Көнсығыш биҫтәһенең исемен дә алыштырмағайы — Әкиәт биҫтәһенә?..