Өй шарттарында йәшелсә-емеште консервалау, маринадлау, ҡайнатыу бер ҙә ауыр түгел, бының өсөн теләк һәм ваҡыт булыуы ғына мөһим.
Күңелле лә, файҙалы ла эш менән шөғөлләнә башлау өсөн иң тәүҙә нимә кәрәк? Дөрөҫ – банкалар. Иң ҡулайлыһы – 750 грамм тирәһе аҙыҡ һыйғаны, бер литрлыҡтары ла ярай. Иң мөһиме – банканың ҡапҡасы бороп ябылһын, бындай осраҡта уларҙы ябыу өсөн махсус ҡулайлама ла кәрәкмәй.
Консервалау технологияһы хаҡында һөйләшкәндә иң мөһиме – стерилләү. Әгәр банканың эсенә бәләкәй генә бактерия эләгә икән, бөтә эшең юҡҡа сыға. Шуға ла уларҙы яҡшы стерилләргә кәрәк, ҡапҡастарын бер-ике минутҡа ғына ҡайнар һыуға тығып алыу ҙа етә. Ә банкалар ике тапҡыр стерилләнә.
Йәшелсәләрҙе консервалаған, тоҙлаған ваҡытта уларҙы банкаға ныҡлап тултырып һалырға кәрәк, һауа ҡалырға тейеш түгел.
Ә хәҙер һеҙгә, хөрмәтле хужабикәләр, бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ. Теләгәнен һайлап алып, ҡышҡылыҡҡа тәмлекәстәр әҙерләгеҙ.
Маринадланған
...патиссонБер литрлы банкаға: 600 г патиссон, 450 г маринад, 2 г ваҡ ҡына туралған керән тамыры, 4 г сельдерей һәм петрушка япраҡтары, самалап ҡуҙаҡлы ҡыҙыл борос, 2 лавр япрағы, 2-3 һарымһаҡ бүлкәте, 0,3 дәрсен (корица), 10 бөртөк ҡәнәфер, 3 бөртөк хуш еҫле ҡара борос.
Маринад өсөн: 400 г һыуға 20 г тоҙ, 20 г шәкәр, 6 г 80 процентлы аш һеркәһе.
Маринадлау өсөн патиссондарҙың бәләкәйерәктәрен, йомшағыраҡтарын һайлайҙар. Уларҙы йыуып, кәрәкмәгән урындарын ҡырҡып таҙартырға. Йәшелсәне тәүҙә ҡайнар һыуҙа 3-5 минут бешекләп, һалҡын һыуҙа һыуытырға.
Бынан һуң йәшел тәмлекәстәрҙе йыуып, ваҡ ҡына итеп турарға, шул уҡ ваҡытта маринад әҙерләнә. 1 литрлы банка өсөн эмаль кәстрүлгә һыу, тоҙ һәм шәкәр һалырға. Был масса 10-15 минут ҡайнатыла, 3-4 ҡат марля аша һөҙөп, ҡабаттан ҡайнатырға һәм уға аш һеркәһен өҫтәргә.
Банканың төбөнә йәшел тәмләткестәрҙе һалғас, патиссондарҙы тәҫләп теҙергә. Тултырылған банкаларға ҡайнар маринад ҡойғандан һуң уларҙы тимер ҡапҡас менән ҡаплап, ҡайнап торған һыулы кәстрүлгә ҡуйып стерилләргә.
Банкалағы йәшелсәне яйлап һыуытырға, бының өсөн уларҙы йылы әйбер менән ҡаплап торорға кәрәк.
...һарымһаҡМаринад өсөн: 1 литр һыуға – 50 г тоҙ, 50 г шәкәр, 100 мл 9 процентлы аш һеркәһе.
Һарымһаҡты әрсеп, таҙартып, 3-4 минут ҡайнар һыуҙа тотоп, банкаға һалырға. Маринад өсөн ҡайнар һыуға шәкәр һәм тоҙ һалып, ике минут тирәһе ҡайнатырға, уттан алыр алдынан ғына аш һеркәһен өҫтәргә. Ҡайнар тоҙлоҡто банкаға ҡойоп, тимер ҡапҡас менән ҡаплап, аҫтын-өҫкә әйләндереп, йылы әйбер менән ябып, һыуытырға ҡуйырға.
...ҡыяр
10 кг ҡыяр, 500 г башлы һуған, 10-15 г укроп йәки әнис орлоғо. Маринад өсөн: 6 литр һыу, 2 аш ҡалағы аш һеркәһе, 100-150 г тоҙ, 1 кг шәкәр, ҡара борос.
Йәшел ҡыярҙы йыуып таҙартырға ла түңәрәкләп ҡырҡырға. Тоҙ, шәкәр, укроп, әнис, ваҡлап туралған һуған, борос һибеп, ҡыяр киҫәктәрен банкаларға тултырғас, маринадты ҡойоп стерилләргә. Ярты литрлыҡ банкалар – 10, литрлыҡтары 15 минут утта тотола.
Тиҙ әҙерләнә торған ҡышҡы салат2 кг помидор, берәр килограмм башлы һуған, кишер, кәбеҫтә, ҡыяр, борос. Бөтә йәшелсәне лә ваҡлап, 8 балғалаҡ тоҙ һәм бер стакан үҫемлек майы өҫтәргә. Ярты стакан һыуға 100 мл 9 процентлы аш һеркәһен ҡушып болғарға ла уны йәшелсәгә ҡойорға. Әҙер массаны утта 5 минут тирәһе ҡайнатырға, стерилләнгән эҫе банкаларға һалып, тимер ҡапҡас ябырға.
Помидор менән татлы боростан1 кг башлы һуған, 2 кг татлы борос, 2 кг помидор, ярты стакан үҫемлек майы, 1 аш ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы тоҙ.
Һуған менән боросто турап, майҙа ҡыҙҙырырға. Помидорҙарҙы дүрт өлөшкә бүлеп, яртыһы ҡалғанға тиклем бешерергә, тоҙ, шәкәр, май ҡушырға. Тоҙ менән шәкәр ирегәндән һуң өҫтөнә ҡыҙҙырылған помидор менән һуған өҫтәргә. Ошо массаны ҡайнау хәленә еткергәндән һуң банкаларға һалып стерилләргә. 1 литрлыҡ банкалар 40 минут тирәһе эшкәртелә.
Итле аҙыҡтар өсөн тәмләткес1 кг крыжовник, 200 г йәшел әнис, 300 г һарымһаҡ.
Йәшел, өлгөрмәгәнерәк крыжовниктарҙы йыуып, укроп, һарымһаҡ ҡушып, ит турағыс аша үткәрергә лә банкаларға һалып сығырға. Был тәмләткесте һалҡынса урында һаҡларға.
СӘК-СӘКҠамыр ѳөсөн: 3 йомортҡа (йылы булырға тейеш), 1 сәй ҡалағы иретелгән аҡ май, 2 стакан он, 1 семтем сода.
Сироп ѳөсөн: 100 г шәкәр ҡомо, 60 г бал, 1 аш ҡалағы һыу.
Йомортҡаларҙы һәйбәтләп туғып, тоҙ, сода, иретелгән аҡ май ҡушығыҙ, иң аҙаҡтан иләнгән он ѳөҫтәп, йомшаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Уға дымлы туҡыма ябып, 1 сәғәт тотоғоҙ. Шунан уны 5 мм ҡалынлығында йәйегеҙ, йәймәне 5-7 мм ҙурлығындағы таҫмалар рәүешендә киҫегеҙ. Һәр таҫманы ҡул менән тәгәрләтеп, ҡәләм ҡалынлығындағы хәлгә килтерегеҙ. Әҙерәк кипкәндән һуң (5 минут тирәһе) ваҡ ҡына итеп бармаҡ быуынындай ҙурлыҡта турағыҙ. Сәк-сәкте ҡалын төплөѳ һауытта (ҡаҙанда) ҡайнаған майҙа бешерегеҙ. Һалам төҫөнә инеү менән майҙан алығыҙ. Сәк-сәктең бөтә яҡтары ла бер төҫтә бешһен ѳөсөн бешергәндә болғатып торорға кәрәк. Алғас та тишекле сүмескә һалып, артыҡ майын һарҡытығыҙ.
Сироп әҙерләү: шәкәр ҡомона һыу ҡойоғоҙ, утҡа ҡуйып иретегеҙ, болғата-болғата ҡайнатып сығарығыҙ ҙа бал өҫтәгеҙ. Сироп яҡынса ярты сәғәттә әҙер була. Әҙер булыуын белеү ѳөсөн бер тамсы сиропты һалҡын һыуға һалып ҡарағыҙ, ул таралмайынса шар формаһында ҡатып ҡалырға тейеш.
Сәк-сәк һыуынғас, сироп ҡойоп бутағыҙ ҙа һауыттарға ѳөйөп һалығыҙ. Ҡулдарҙы һыуыҡ һыуға манып, ѳөйөлгән сәк-сәкте матур формаға килтерегеҙ. ѲӨҫтөн йөҙөм, борсаҡ кәнфиттәр менән биҙәргә мөмкин.
Һут тәмләп ҡарағыҙ!Организмға витаминдар һәм минераль матдәләр етешмәгән саҡта уны һуттар ярҙамында тулыландырырға мөмкин. Бының өсөн көнөнә 1-2 стакан һут эсеү ҙә етә. Йәйгеһен алма, груша, сейә, томат, кишер, ҡабаҡ кеүек беҙҙең яҡта яҡшы уңыш биргән емеш һәм йәшелсәләрҙән файҙалы эсемлектәрҙе күпләп әҙерләп ҡуйырға мөмкин. Шулай уҡ магазин кәштәләрендә лә уларҙың ниндәй генә төрө юҡ! Бөгөн беҙ ниндәй һуттың нимә менән файҙалы булыуы, составы, үҙенсәлектәре хаҡында һөйләргә теләйбеҙ.
ӘФЛИСУН ҺУТЫ. Организмда С витаминының етешмәүе иммунитеттың ҡаҡшауына килтерә. Ә бер стакан әфлисун һутында 85 процент С витамины бар. Шуға күрә иртәнсәк уны эсеү ашҡаҙан һуты эшләп сығарыуҙы көйләй, организмдың сирҙәргә ҡаршы тороусанлығын көсәйтә. Фолий кислотаһының етмәүе йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының үҫеү хәүефен көсәйтә, ә флавоноидтар организмды яман шеш сирҙәренән һаҡлай. Әммә әгәр һеҙҙең ауыҙ ҡыуышлығығыҙ йәки ашҡаҙанығыҙ ялҡынһынһа, әфлисун һутына һыу ҡушып эсергә йәки уны башҡа эсемлек менән алмаштырырға кәңәш ителә.
ГРЕЙПФРУТ ҺУТЫ составы буйынса әфлисундыҡына яҡын. Унда калий, 80 проценттан ашыу С витамины бар. Шулай уҡ кеше организмына тәүлегенә кәрәк булған флавоноидтарҙың 60 проценттан артығырағы ошо һутта була. Был һутты айырыуса диетала ултырған кешеләр ҡуллана, сөнки ул иң түбән калориялыларҙан һанала.
АНАНАС ҺУТЫ ферменттар комплексын үҙ эсенә ала. Улар аҡһымдарҙы тарҡата, аш һеңдереүҙе тиҙләтә, шуға күрә был һутты ашағандан һуң эсеү һәйбәт. Тәүлегенә кешегә кәрәк булған С витамины, фолий кислотаһы һәм магнийҙың 30 проценттан артығын ошо һут үҙендә туплаған. Әле һанап үткән витаминдарҙың етешмәүенән йөрәк сирҙәре көсәйеүе мөмкин.
ТОМАТ ҺУТЫ — ысын мәғәнәһендә витаминдар һәм минераль матдәләр һандығы. Уның составында А провитамины (Я-каротин), С витамины, натрий, калий һәм ликопин-антиоксиданты бар. Томат һуты ла иң түбән калориялыларҙан иҫәпләнә.
КИШЕР ҺУТЫ. А провитамины менән организмды тулыһынса тәьмин итер өсөн көнөнә бер стакан эсеү ҙә етә. Унда ҡандың ойошоуына булышлыҡ иткән К, С витаминдары, магний һәм биотин бар. Һуңғыһының етешмәүе тире торошоноң насарланыуына килтерә.
МУЛЬТИЕМЕШТӘР ҺУТЫ. Төрлөсә тәжрибә яһап ҡарауҙан ҡурҡмағыҙ. Иң мөһиме – һуттар бер-береһенә тәме, төҫө һәм еҫе буйынса тап килергә тейеш. Мәҫәлән, алма менән кишер, алма һәм груша, алма һәм сейә һуттары бер-береһенә тап килә. Шуға уларҙы ҡушып, тәмле һут эшләргә мөмкин.
ЙӘШЕЛСӘ ҺУТТАРЫН тәүлек әйләнәһенә эсергә ярай. Ә татлы емеш һуттарын көндөң тәүге яртыһында эсергә кәрәк. Әммә һуттарҙы аҙыҡ менән, бигерәк тә крахмал һәм шәкәр күп булған ризыҡтар, шулай уҡ минераль һыу менән бер үк ваҡытта ҡулланырға ярамай. Ашҡаҙан һуты түбән әселектә йәки нормала булған саҡта йәшелсә һуттарын ашағанға тиклем 30 минут алда, ә юғары әселектә булғанда ашағандан һуң 1-1,5 сәғәт үткәс эсергә кәңәш ителә.
ҠАБАҠТЫҢ ФАЙҘАҺЫ ҘУРДауалау ѳөсөн ҡабаҡтың емеше һәм орлоғо ҡулланыла. Емеше — бына тигән диетик аҙыҡ, уны ашау ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яйға һалырға ярҙам итә. Йөрәк, бауыр һәм бөйөр сирләгәндә, тән шешенгәндә, биҙгәк тотҡанда, нервы ҡаҡшағанда, йоҡоһоҙлоҡ йонсотҡанда, подагра, атеросклероз сирҙәре, аҙ ҡанлылыҡ булғанда ҡулланыу файҙалы. Бынан тыш, был ризыҡ эс ҡатыуҙан килешә, һимереүгә юл ҡуймай.
Бауыр һәм бөйөрҙәр ауыртҡанда ҡабаҡ емешенең һутын да эсергә мөмкин: иртәле-кисле 1/2-1 стакан. Ошо күләмдәге һутты төнгә ҡарай ҡабул итеү йоҡоһоҙлоҡтан арынырға ярҙам итә.
Сей ҡабаҡ емешенең иҙмәһе экзема кеүек тире ауырыуынан, тәндең бешеүенән файҙалы. Был иҙмә һөртөү, һылау рәүешендә ҡулланылырға тейеш.
Ҡабаҡ орлоғо ярҙамында эсәктәрҙә таҫма паразит селәүсендәрҙән, аскарида кеүек йомро селәүсендәрҙән ҡотолоп була. Дауалау алымдарының береһе: 300 г сей ҡабаҡ орлоғо таҙартыла, ентекләп иҙелә, уға дүрт-биш аш ҡалағы ҡайнатылған һыу ҡушып бутарға кәрәк. Тәм өсөн өс-биш аш ҡалағы шәкәр йәки емеш-еләк ҡайнатмаһы ѳөҫтәргә мөмкин. Ошо ҡатнашманы урта йәштәге кеше бер сәғәт буйы әҙләп ашап бөтөрә. Шунан һуң бер сәғәт үткәс, эс китереүсе магнезия тоҙо (уның миҡдарын дауалаусы табип билдәләй) ярты стакан һыуҙа иретеп эселә. 30 минуттан һуң клизма ҡуйыла. Балаларға, йәшенә ҡарап, ҡабаҡ орлоғо әҙерәк бирелә: 3-4 йәштәгеләренә — 75 г, 5-6 йәштәгеләргә — 100 г, 10-15 йәше тулғандарына — 200 г. Әлбиттә, был дауалау табиптың билдәләүе буйынса үтергә тейеш.