Әлшәй районының Яңауыл ауылында бынан бер нисә йыл элек ҡатыным яғынан туған-тыумасаларым йәшәй ине. Йыл һайын йәйге ял ваҡытында ғаиләм менән ошонда килеп ял итә торғайным. Мине бында ауылға яҡын ғына урынлашҡан тауҙар, уларҙың битләүен ҡаплап алған урмандар үҙенә тартып торҙо. Тау түбәләрендә үҫкән сейәлектәр араһындағы мәтрүшкәләр күҙҙең яуын алып сәскә атыр ине. Мин уларҙы йыя торғайным...
Дәүләт милке –
шәхси ҡулдаҺуңғы ваҡытта был ауылға ялға бара алмайым, сөнки туғандарым Әбдрәшит ауылына күсеп китте. Аҙаҡҡы тапҡыр Яңауылға бынан ике йыл элек барырға тура килде. Бейек тау башына менеп, тирә-яҡтың гүзәллегенә һоҡланып ултырҙым. Шунан урман эсенә алып ингән юлдан таныш аҡланға ыңғайланым. Урман эсенә кереү менән уның ныҡ үҙгәргәне күҙгә салынды. Элекке ҡуйы, күккә олғашҡан имән ағастары һирәгәйгән, ҡап-ҡараңғы булып ятҡан урман үтәнән-үтә күренеп тора. Бер аҙҙан юлда ултырған ғәйәт ҙур йөк машинаһына тап булдым. Кемдер алан-йолан ҡаранып, һирәгәйеп ҡалған имән ағастарын бензин бысҡыһы менән киҫеп ауҙара ла әлеге машинаға тейәй ине. Минең килгәнде күреп, балта тотҡан әзмәүерҙәй бер ир эргәмә йүгерә-атлай килеп етте лә бынан ҡыуа башланы.
– Шәхси урманың бармы әллә? – тинем уға ҡаты ғына.
– Эйе, был урман минеке, һатып алдым, – тине ул күҙен дә йоммай.
Был яуапҡа башта бик аптыраным. Шунан төшөндөм: аҡса диктатураһы хөкөм һөргән заманда бер нәмәгә лә ғәжәпләнергә ярамай. Ә бит дәүләт милке булараҡ, урмандарҙың шәхси милеккә әүерелмәгәнен барыһы ла белә. Әгәр ҙә диләнкә алып, ағас киҫһәләр, мине ҡыуырҙар инеме? Әлбиттә, юҡ. Тимәк, урман хужалығы менән бер булып, ағастарҙы урлап киҫәләр.
Юлымды дауам иттем, сөнки әлеге ир янына икенселәре лә тартыла башлағайны. Шулай ҙа уның «урман минеке» тигән һүҙҙәре йөрәкте һыҙлатмай ҡалманы. Тимәк, байҙар бөгөнмө-иртәгәме урмандарҙы үҙ ҡулына төшөрөргә өмөт итә. Үҙемә һорау бирҙем: быуаттар буйы беҙҙең халыҡтыҡы булған ерҙе, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ошо урмандарҙы баҫып алып, уларҙы шәхси милеккә әйләндерергә йыйынғандар икән, беҙ ни эшләргә тейеш?
Атай-олатайҙар аманатына хыянат итмәйек тиһәк, ҡул ҡаушырып тик ятырға тейеш түгелбеҙ. Ә бит илдә ер һатыу киң ҡолас йәйгән. Төрлө ойошма, учреждениеларҙың ерҙәрен һатып алып бөткәс, хәҙер ауыл хужалығына ҡарағандарына йәбештеләр. Олигарх, банк хужалары, халыҡ-ара финанс даирәләре илебеҙҙең барлыҡ завод-фабрикаларын, баҡыр, алтын рудниктарын һатып алып бөттө. Ерҙәрҙең дә байтағы байҙар ҡулында. Бөгөн әлеге байлыҡҡа туймаҫ бәндәләр ҡалған ерҙәргә, һыуҙарға, урмандарға, халҡыбыҙ ҡомартҡылары булған шихандарға ҡомһоҙ ҡараштарын йүнәлтә. Яңыраҡ ауылдан-ауылға йөрөп, “буш ятҡан” ерҙәрҙең иҫәбен алдылар. Был да тиккә генә түгел. Йәнәһе, был ерҙәр файҙаһыҙға тик ята, тигән һылтау менән уларҙы нисек тә булһа шәхси ҡулдарға тапшырырға тырышалар. Был әшәке тырышлыҡ, ынтылыш – алыпһатарлыҡҡа юл асырға маташыу.
Һыуҙарҙы шәхси ҡулдарға биреү тураһындағы закондың сығыуына ла байтаҡ ваҡыт үтте. Күп быуаларға, күлдәргә яҡын да килеп булмай хәҙер. Телевидение иртәнән алып кискә тиклем урман янғындары тураһында күрһәтеп кенә ҡалмай, улар арҡаһында илдең иҡтисадына күпме ҡаза килеүе хаҡында һөйләп тора. Был да тиккә түгел. Халыҡты психологик яҡтан әҙерләгәндәре күренеп тора. Йәнәһе, хужаһы булмағанлыҡтан урмандарҙы йүнләп ҡарамайҙар. Былай булғас, уларҙы шәхси ҡулдарға тапшырырға кәрәк. Ер-һыу, тәбиғәт байлыҡтары Хоҙай тарафынан халыҡҡа бирелгән. Урмандар, һыуҙар, алтын, көмөш, баҡыр, нефть, газ кеүек ер аҫты һәм ер өҫтө байлыҡтары дәүләт милкенә, йәғни халыҡ милкенә, әүерелергә тейеш.
Ҡоро ашъяулыҡҡа
доға булмаҫДөрөҫ, ауылдарҙа ҡайһы бер ерҙәр ысынлап та буш ята. Бында крәҫтиәндең бер ғәйебе лә юҡ. Ерҙе һөрөү, унда иген культураларын сәсеү эше дәүләт ярҙамында башҡарылырға тейеш. Ер эш-кәрткән эшҡыуарҙарға, ауыл хужалығы кооперативтарына көс етмәҫлек һалымдар билдәләп, дәүләт үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғырта. Крәҫтиәнгә пай ерҙәре бүлгән булдылар. Был ерҙәр уларға ҡуртымға бирелгән дәүләт милке булып тора. Күп ауылдарҙа уларҙы эшкәртергә техника юҡ. Колхоз, совхоздарҙы тарҡатҡан осорҙа элекке рәйестәр, директорҙар ауыл хужалығы техникаһын мутлашыу юлы менән теләһә кемгә һатып, үҙҙәренә аҡса эшләне, ә ҡайһылары техниканы арзан хаҡҡа “һатып” алды ла үҙҙәре фермер булып китте. Халыҡтың тиҫтәләрсә йыл йыйған байлығы шулай итеп хужалыҡ түрәләре тарафынан туҙҙырылды йәки оятһыҙ рәүештә үҙләштерелде.
Бөгөн крәҫтиәнгә хосуси милек итеп ер биреп бармайҙар. Юғарыла ултырған чиновниктар уны байҙарға һатырға тырыша. Ни өсөн икәне билдәле: улар халыҡ мәнфәғәтенән бигерәк үҙҙәренең кеҫәһен ҡайғырта. Шулай ҙа батып барыусыға һалам ырғытыу рәүешендә булһа ла ауыл хужалығы кооперативтары төҙөнөләр. Элекке данлыҡлы “Таймаҫ” совхозының “Үрнәк” бүлексәһендә лә ошондай хужалыҡ, йәғни АХК ойошторҙолар. Шәфҡәт исемле бер туған ҡустым 2000 – 2005 йылдарҙа унда рәйес булып эшләне. Бығаса Илкәнәй урта мәктәбендә директор булғайны. Яңыраҡ ҡустым менән ауыл хужалығы һәм кооперативтар тураһында һөйләшеп ултырҙыҡ. Бына нимәләр хаҡында бәйән итте ул:
– Бөгөн ауыл хужалығы юҡ бит ул. Һәр районда күҙ буяу өсөн бер нисә хужалыҡ төҙөнөләр. Юғарынан килгән ҡунаҡтарҙы, комиссия ағзаларын шунда алып баралар. Ярай, беҙ ҙә элекке “Үрнәк” бүлексәһендә кооператив төҙөгән булдыҡ. Техника булмағанлыҡтан ер һөрөп тә, иген сәсеп тә булмай. Сәскән хәлдә лә, уңышты йыйып алыу – бер бәлә. Элекке техниканы совхоз етәкселәре ҡайҙалыр осорған. АХК төҙөү күҙ буяу менән бер. Ауыл хужалығын үҫтереү өсөн яһалма рәүештә предприятие булдыралар...
Шулай уҡ МТС-тар төҙөнөләр. Кооперативтарға ярҙам итеү маҡсатында, йәнәһе, уларҙа комбайндар паркын булдырҙылар. Ул комбайндар ураҡ осоронда килә лә мең ҡыйынлыҡ менән үҫтергән игенебеҙҙе йыйып, шунда уҡ ашлыҡты үҙҙәренә алып китә. Был хәйерсене ҡараҡтан талатыу менән бер. АХК-ның үҙенә бәләкәй генә өлөш тороп ҡала. Ул иген киләһе йылға сәсеү өсөн яғыулыҡ һатып алырға ла етмәй. Ашлама тураһында әйтәһе лә түгел. Әгәр гектарынан 30-40 центнер уңыш алһалар, был ярҙам һөҙөмтәле булыр ине. Ә беҙҙең сәсеүлектәрҙә гектар ҡеүәте 12-18 центнерҙан артмай. Отчет биргәндә иһә уңышты 2-2,5 тапҡырға арттырып күрһәтәләр. Ике отчет төҙөлә: береһе – эске хужалыҡ, икенсеһе министрлыҡ өсөн.
– Халыҡтың психологияһы ла бик ҡыҙыҡ, – тип дауам итте Шәфҡәт. – Йыйылыштарҙа һүҙ ҡуйыртырға, кәңәш бирергә яратҡан кешеләрҙең үҙаллы эшләргә ҡулынан килмәй. Уларҙы мәжбүри эшләтергә кәрәк. Ә ысын тир түккәндәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Халыҡты нисек уятырға? Шуның арҡала эскелек, суицид, өмөтһөҙлөк, буйҙаҡлыҡ киң тарала ла инде.
Минең башҡа райондарҙа ла кооператив етәкселәре араһында таныштарым күп булды. Уларҙан йә солярка, йә иген орлоғо, йә техника һорап йөрөгән саҡтар бар ине. Мәләүез, Ишембай, Федоровка райондарында хәл беҙҙекенән бер ҙә артыҡ түгел, насарыраҡ булған хужалыҡтар ҙа бар. Ни тиһәң дә, беҙгә эргәләге Ҡансура газ һаҡлағыс предприятиеһы аҙыраҡ ярҙам итә торғайны. Әммә гел генә уларҙан теләнеп йөрөп булмай бит инде.
Хөкүмәттең ауыл хужалығына ҡарата мөнәсәбәте әлегеләй дауам итһә, был өлкә бер ваҡытта ла күтәрелмәйәсәк һәм крәҫтиән халҡының башы фәҡирлектән сыҡмаясаҡ. Ә бит беҙҙә берәүҙәр иҫ киткес ҙур байлыҡҡа хужа, икенселәре хәйерселектә йәшәй. Шул буламы ни ғәҙеллек, демократия?! Халыҡты хәйерсе яһаған, уны ҡол итә торған демократия беҙгә нимәгә кәрәк? АҠШ менән Рәсәйҙе сағыштырып ҡарайыҡ. Икеһе лә капиталистик юлдан бара, ләкин йәшәү рәүеше икеһендә ике төрлө. Көнбайыш капиталистары менән беҙҙең капиталист-олигархтарҙы ғына алайыҡ. Сит илдәге “Мерседес-Бенц” машина эшләү компанияһының 100 йыл дауамында туплаған капиталын беҙҙең олигархтар ике йылда эшләй. Юғары килем алған предприятиеларҙың акцияларын әлеге олигархтар ҡулынан тартып алып, дәүләт ҡулына, йәғни халыҡҡа, тапшырырға кәрәк.
Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: ҡайһы бер район етәкселәре Башҡортостан Хөкүмәте алдында үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтер өсөн сапҡан бесәнде лә яҙҙан уҡ арттырып күрһәтә. Йәнәһе, августа икенсе тапҡыр сапҡан ваҡытта бесәнде күп алырбыҙ, тип уйлайҙар. Әммә 2010 йылда ҡоролоҡ май айында уҡ башланып китте, һәм эҫелек икенсе тапҡыр сабырға мөмкинлек бирмәне. Хатта ваҡ йылғалар, шишмәләр, күп кенә ҡойолар ҡороп, һыуһыҙ ҡалды. Быларҙа бесән күплегенә ышанып, әлеге райондарҙы бәлә-ҡаза зонаһы тип иғлан итмәнеләр. Ҡоролоҡтан зыян күргән район тип билдәләнмәгәс, улар дәүләт дотацияһын да ала алманы. Хужалыҡтар бөлгөнлөккә төштө. Бына нимәгә килтерә күҙ буяу, алдашыу...
– Хужалыҡ юғары килем алһын, рентабелле булһын өсөн нимә эшләргә кәрәк? – тигән һорау бирмәйенсә булдыра алманым.
– Тырышып эшләгәндә лә, ерҙән юғары уңыш алғанда ла, малсылыҡтың етештереүсәнлеген күтәргәндә лә бөгөн бер нисек тә рентабелле хужалыҡ төҙөп булмай. Бына ҡара: 8,5 тонна бойҙайҙы дәүләт 17 мең һумға һатып ала. Бер тонна солярканың хаҡы ла — 17 мең һум. Тимәк, бер тонна солярка алыр өсөн 8,5 тонна иген бирергә кәрәк, сөнки дәүләт хаҡы менән бойҙайҙың бер тоннаһы 2000 һум тора. Һөттө лә комбинаттар крәҫтиәндән литрын 3-5 һум менән алып, 22-26 һумдан һата, – тип көрһөндө ҡустым.
***
Йомғаҡлап шуны әйтер инем: Украиналағы хәл-ваҡиғалар арҡаһында килеп тыуған Көнбайыш санкциялары Рәсәй Хөкүмәтен, ниһайәт, ауыл хужалығына йөҙ менә боролорға мәжбүр итә башланы. Хәйерле аҙым булһын был, тигән теләктә ҡалайыҡ.