Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Беҙгә яуаптар килде
Филармония ни әйтер?

(Ринат Камал, “Исемһеҙ” Харис”,
2014 йыл, 15 август)

Был мәҡәләлә Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Харис Шәриповҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем биреү мәсьәләһе күтәрелгәйне. Тәҡдимде иҫәпкә алып, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы шуны белдерә:

“Башҡортостан Президентының 1996 йыл­дың 18 апрелен­дәге Указы менән раҫланған “Баш­ҡортостан Республи­ка­һының атҡа­ҙанған артисы” тигән маҡ­тау­лы исеме тураһындағы положениеға яраш­лы, был исемгә дәғүә итеүсегә урындағы үҙ­идара органдары, хеҙмәт коллек­тивта­ры, йәмәғәт ойошмалары юл­­лама бирә ала. Шуны иҫәпкә алып, Мәҙәниәт ми­нистр­лығы Хөсәйен Әхмә­тов исемендәге Башҡорт дәү­ләт фи­лар­монияһына тәҡ­дим хаты ебәрҙе. Был мәсьәлә филар­мо­нияның художество советында ҡара­лыр­ға те­йеш.

Әминә ШАФИҠОВА,
Башҡортостандың мәҙәниәт министры”.


Күрһәтмә булһа,
һәйкәл ҡуйылыр


(Рәмилә Вахитова, “Шәхестәребеҙҙе күтәрәйек”, 2014 йыл, 6 август)

Мәҡәләлә арҙаҡлы шәхестәребеҙ Исмәғил Тасимов, Мөхәмәтша Буранғолов һәм Миңләхмәт Моталовтың исемдәрен мәңгеләштереү мәсьәләһе күтәрелгәйне. Өфө ҡала хакимиәтенән килгән яуапта шулай тиелә:

“Башҡортостанда 2008 йылдың 24 ноябрендә ҡабул ителгән “Башҡортостан халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттары (тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәре) тураһындағы Законға үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Закондың 6-сы статьяһына ярашлы, иҫтә­лек­ле билдә, һәйкәл, башҡа мемориаль объекттар ҡуйыу Президент йә Хөкүмәт ҡарары буйынса һәм дәүләт власы, үҙидара орган­да­ры, ойошмалар, йәмәғәт берекмәләре, граждандарҙың үтенесенән сығып хәл ителә.
Хөкүмәт тарафынан тейешле күрһәтмә ҡабул ителеп, заказ биреүсе менән финанслау тураһында килешеү төҙөлгән ос­раҡта, ҡала хакимиәте күренекле ғалимдарға, фән эшмә­кәр­ҙәренә һәйкәл ҡуйыуға ҡаршы булмаясаҡ”.

урынында ҡала

(“Сабыйҙарҙы үгәйһетмәйек”,
2014 йыл, 30 июль)

Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән балаларҙың яҙмышын ҡайғыртып хат яҙған ата-әсәләрҙең зары тетрәндермәҫлек тә түгел шул.
Стәрлебаштағы махсус мәктәп-интернатты Тормай ауылына күсереү тураһындағы хәбәргә Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан яуап килде. “Физик мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн махсус мәктәп-интернатты Тормай ауылына күсереү планлаштырылмаған”, – тиелә унда.

Ветеран сиратҡа баҫмаған

(Кәримә Усманова, “Ғәйшә инәй байрамды ҡайҙа ҡаршылар?”, 2014 йыл, 25 июль)

Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының йортһоҙ, ерһеҙ булыуы хаҡындағы мәҡәлә буйынса Баймаҡ районы хакимиәтенән килгән яуап хатында: “2014 йылдың ғинуа­рында Ғәйшә Бирғәле ҡыҙы Хәй­буллина йәшәү урыны буйынса Баймаҡ районының Күсей ауылында теркәлгән. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ буйынса сиратҡа тормаған, Баймаҡ районы хакимиәтенә был мәсьәлә йәһә­тенән мөрәжәғәт итмәгән. Ғәйшә Хәй­булли­наға ғариза һәм кәрәкле документтар алып, Күсей ауыл Советы хаки­миәте­нә барырға тәҡдим хаты ебәрелгән”, – тиелә.

Аҙнағол гөрләйәсәк

(Владик Ҡыҙрасов,
2014 йыл, 8 август)

Аҙнағол ауылында төнөн урамдар яҡтыртылмауы, кәрәҙле элемтә юҡлығы бәйән ителгән мөрәжәғәткә Күгәрсен районы хакимиәтенән рәсми яуап килде.
“Урамдарҙы яҡтыртыу Теләүембәт ауыл Советы хаки­миә­тенең норматив-хоҡуҡ акты буйынса башҡарыла. Электр энергияһын һаҡсыл файҙаланыу маҡсатында 2014 йыл­дың 1 майынан 1 сентябренә тиклем ауыл биләмәләрендә төн­гө яҡ­тыртыу рәсми рәүештә туҡтатып торолдо. Сен­тябрҙән башлап, графикка яраш­лы, киске ун икенән таңғы алтыға тиклем ут һүндереләсәк, сөнки был ваҡытта йәйәү йөрөүселәр ҙә, автотранспорт та һирәгәйә.
Тиҙҙән Теләүембәт ауылында “Мегафон” элемтә операто­рының вышкаһы урынлаштырыласаҡ. Әле ерҙе ыҙанлау һәм кадастр иҫәбенә ҡуйыу бара.
Пожар гидранттарын ҡуйыу һәм һыу колонкаларын йүнәтеү тураһында мөрәжәғәт район Советы депутаты, “Тәүәкән” ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Ғайса Янбаев халыҡты ҡабул иткәндә ҡаралды. Әлеге ваҡыт­та пожар гидранттарын ҡуйыу өсөн аҡса етмәй, шул сәбәпле был мәсьә­ләне Ғайса Ғилметдин улы шәхсән күҙә­теүгә аласағы хаҡында әйтте.
Киләһе йылда ауыл хакимиәте тарафынан Аҙнағол ауылында автопавильон урынлаштырыу күҙал­лана.
2013 йылға тиклем Аҙнағолда ике шәхси магазин эшләне. Килем әҙ бу­лыу сәбәпле, береһе ябылды. Әле эш­ҡыуар Г. Алтынсурина сауҙаны тер­­ге­ҙеү менән шөғөлләнә.
Район хакимиәте 2015 – 2016 йыл­дар­ға төҙөлөштө үҫтереү програм­ма­һы буйынса Аҙнағол ауылында ки­тапханаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты булған социаль-мәҙәни үҙәк һалды­рыуҙы планлаштыра”, – тиелә яуап хатында.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә