Беҙгә яуаптар килде12.09.2014
Филармония ни әйтер?
(Ринат Камал, “Исемһеҙ” Харис”,
2014 йыл, 15 август)
Был мәҡәләлә Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Харис Шәриповҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем биреү мәсьәләһе күтәрелгәйне. Тәҡдимде иҫәпкә алып, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы шуны белдерә:
“Башҡортостан Президентының 1996 йылдың 18 апрелендәге Указы менән раҫланған “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исеме тураһындағы положениеға ярашлы, был исемгә дәғүә итеүсегә урындағы үҙидара органдары, хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары юллама бирә ала. Шуны иҫәпкә алып, Мәҙәниәт министрлығы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына тәҡдим хаты ебәрҙе. Был мәсьәлә филармонияның художество советында ҡаралырға тейеш.
Әминә ШАФИҠОВА,
Башҡортостандың мәҙәниәт министры”.
Күрһәтмә булһа,
һәйкәл ҡуйылыр
(Рәмилә Вахитова, “Шәхестәребеҙҙе күтәрәйек”, 2014 йыл, 6 август)
Мәҡәләлә арҙаҡлы шәхестәребеҙ Исмәғил Тасимов, Мөхәмәтша Буранғолов һәм Миңләхмәт Моталовтың исемдәрен мәңгеләштереү мәсьәләһе күтәрелгәйне. Өфө ҡала хакимиәтенән килгән яуапта шулай тиелә:
“Башҡортостанда 2008 йылдың 24 ноябрендә ҡабул ителгән “Башҡортостан халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттары (тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәре) тураһындағы Законға үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Закондың 6-сы статьяһына ярашлы, иҫтәлекле билдә, һәйкәл, башҡа мемориаль объекттар ҡуйыу Президент йә Хөкүмәт ҡарары буйынса һәм дәүләт власы, үҙидара органдары, ойошмалар, йәмәғәт берекмәләре, граждандарҙың үтенесенән сығып хәл ителә.
Хөкүмәт тарафынан тейешле күрһәтмә ҡабул ителеп, заказ биреүсе менән финанслау тураһында килешеү төҙөлгән осраҡта, ҡала хакимиәте күренекле ғалимдарға, фән эшмәкәрҙәренә һәйкәл ҡуйыуға ҡаршы булмаясаҡ”.
урынында ҡала
(“Сабыйҙарҙы үгәйһетмәйек”,
2014 йыл, 30 июль)
Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән балаларҙың яҙмышын ҡайғыртып хат яҙған ата-әсәләрҙең зары тетрәндермәҫлек тә түгел шул.
Стәрлебаштағы махсус мәктәп-интернатты Тормай ауылына күсереү тураһындағы хәбәргә Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан яуап килде. “Физик мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн махсус мәктәп-интернатты Тормай ауылына күсереү планлаштырылмаған”, – тиелә унда.
Ветеран сиратҡа баҫмаған
(Кәримә Усманова, “Ғәйшә инәй байрамды ҡайҙа ҡаршылар?”, 2014 йыл, 25 июль)
Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының йортһоҙ, ерһеҙ булыуы хаҡындағы мәҡәлә буйынса Баймаҡ районы хакимиәтенән килгән яуап хатында: “2014 йылдың ғинуарында Ғәйшә Бирғәле ҡыҙы Хәйбуллина йәшәү урыны буйынса Баймаҡ районының Күсей ауылында теркәлгән. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ буйынса сиратҡа тормаған, Баймаҡ районы хакимиәтенә был мәсьәлә йәһәтенән мөрәжәғәт итмәгән. Ғәйшә Хәйбуллинаға ғариза һәм кәрәкле документтар алып, Күсей ауыл Советы хакимиәтенә барырға тәҡдим хаты ебәрелгән”, – тиелә.
Аҙнағол гөрләйәсәк
(Владик Ҡыҙрасов,
2014 йыл, 8 август)
Аҙнағол ауылында төнөн урамдар яҡтыртылмауы, кәрәҙле элемтә юҡлығы бәйән ителгән мөрәжәғәткә Күгәрсен районы хакимиәтенән рәсми яуап килде.
“Урамдарҙы яҡтыртыу Теләүембәт ауыл Советы хакимиәтенең норматив-хоҡуҡ акты буйынса башҡарыла. Электр энергияһын һаҡсыл файҙаланыу маҡсатында 2014 йылдың 1 майынан 1 сентябренә тиклем ауыл биләмәләрендә төнгө яҡтыртыу рәсми рәүештә туҡтатып торолдо. Сентябрҙән башлап, графикка ярашлы, киске ун икенән таңғы алтыға тиклем ут һүндереләсәк, сөнки был ваҡытта йәйәү йөрөүселәр ҙә, автотранспорт та һирәгәйә.
Тиҙҙән Теләүембәт ауылында “Мегафон” элемтә операторының вышкаһы урынлаштырыласаҡ. Әле ерҙе ыҙанлау һәм кадастр иҫәбенә ҡуйыу бара.
Пожар гидранттарын ҡуйыу һәм һыу колонкаларын йүнәтеү тураһында мөрәжәғәт район Советы депутаты, “Тәүәкән” ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Ғайса Янбаев халыҡты ҡабул иткәндә ҡаралды. Әлеге ваҡытта пожар гидранттарын ҡуйыу өсөн аҡса етмәй, шул сәбәпле был мәсьәләне Ғайса Ғилметдин улы шәхсән күҙәтеүгә аласағы хаҡында әйтте.
Киләһе йылда ауыл хакимиәте тарафынан Аҙнағол ауылында автопавильон урынлаштырыу күҙаллана.
2013 йылға тиклем Аҙнағолда ике шәхси магазин эшләне. Килем әҙ булыу сәбәпле, береһе ябылды. Әле эшҡыуар Г. Алтынсурина сауҙаны тергеҙеү менән шөғөлләнә.
Район хакимиәте 2015 – 2016 йылдарға төҙөлөштө үҫтереү программаһы буйынса Аҙнағол ауылында китапханаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты булған социаль-мәҙәни үҙәк һалдырыуҙы планлаштыра”, – тиелә яуап хатында.