Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Торлаҡты бушатмаһаң, йыйылған бурысыңды түлә
Күптән түгел Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының Өфө ҡалаһының Калинин районындағы хеҙмәткәрҙәре “Башагроинвест” йәмғиәте урынлашҡан йортто бушатыу буйынса суд ҡарарын республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы файҙаһына атҡарҙы. Суд йәмғиәттең йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән бинаны законһыҙ биләүен, уға бер ниндәй ҙә хоҡуҡи документтары булмауын асыҡланы һәм бушатыу тураһында ҡарар сығарҙы.

Башҡарыу производствоһы быйыл октябрҙә ҡуҙғатылған, шул ваҡыттан алып суд приставы-башҡарыусы бер нисә тапҡыр ойош­ма етәксеһенә бинаны бушатыу талабын ҡуйған, ләкин мөрәжәғәт инҡар ителгән. Етәксе, Енәйәт кодексының 315-се статьяһы буйынса яуаплылыҡ тураһында иҫкәртелһә лә, ирекле рәүештә суд ҡарарын үтәргә теләмәгәс 50 мең һум күләмендә штраф түләйәсәк.

Балаларҙы мәктәпкә әҙерләнек

Белем көнө алдынан Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы «Баланы мәктәпкә әҙерлә” акцияһын үткәрҙе. Белгестәр алимент түләмәгәндәрҙе, өйҙәренә барып, бурыстары тураһында иҫкәртте. Бындай саралар Идаралыҡ тарафынан бишенсе йыл рәттән ойошторола.

Акция иң тәүҙә алимент түләүҙәрҙе йәнләндереүгә һәм йәмәғәт­селектең иғтибарын был проблемаға йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Бынан тыш, бәлиғ булмаған баланың хоҡуғын, законлы мәнфәғәт­тәрен яҡлау, алимент түләргә теләмәгән ата-әсәнең балаларын ҡурсалау маҡсаты күҙ уңында тотола. Акция барышында суд прис­тавтары-башҡарыусылар, бурыслыларҙың мөлкәт торошон асыҡ­лау маҡсатында, улар йәшәгән урындарға барҙы, эшләгән ойош­маларҙың бухгалтерияларын тикшерҙе. Законға ярашлы, али­мент бурыслы граждандың эш хаҡынан ваҡытында һәм ту­лыһынса тотоп барылырға тейеш. Осрашыуҙар ваҡытында бел­гестәр Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Баш­ҡортостан буйынса идаралығы өсөн дизайнер Елена Юшкова эшләгән “Сит балалар булмай” исемле календарь-иҫкәрмәләр таратты.


“Мәрхәмәтле билет” алайыҡ

Хәйриә акцияһы барышында Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре ата-әсәләренең алимент буйынса бурыстары булған 20 балаға байрам ойошторҙо – уларҙы зоопаркка алып барҙы.

Зоопарк хеҙмәткәрҙәре ҡыҙ һәм малайҙарға дөйә­ғош­тар, ташбаҡалар, кәзә һәм һарыҡ бәрәстәре, ҡырғауыл, тауис, те­йен, диңгеҙ сусҡалары, сусҡа бәрәстәре, шулай уҡ декоратив то­ҡомло тауыҡ һәм әтәстәр хаҡында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Балаларға ҡайһы бер хайуандарҙы ашатырға, хатта вольер эсенә инергә лә рөхсәт иттеләр. Зоопаркта булғандан һуң бәләкәстәр киноға барҙы.
– Суд приставтарының балаларға булған иғтибарынан бик ҡәнәғәтбеҙ. Улар кескәйҙәргә шәп байрам әҙерләгән. Элекке ирем балаларҙы бағыуға бер тин дә аҡса күсермәй тиерлек, эшләмәй, эсә. Минең хеҙмәт хаҡым бигерәк аҙ. Балаларҙың ялын ойош­тороуға аҡсам етмәй. “Мәрхәмәтле билет” акцияһы өсөн барыһына ла рәхмәт, — тине Өфө ҡалаһында йәшәүсе Светлана Н.



Автор: Хәлим ӘБҮБӘКЕРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә