Торлаҡты бушатмаһаң, йыйылған бурысыңды түлә12.09.2014
Күптән түгел Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының Өфө ҡалаһының Калинин районындағы хеҙмәткәрҙәре “Башагроинвест” йәмғиәте урынлашҡан йортто бушатыу буйынса суд ҡарарын республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы файҙаһына атҡарҙы. Суд йәмғиәттең йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән бинаны законһыҙ биләүен, уға бер ниндәй ҙә хоҡуҡи документтары булмауын асыҡланы һәм бушатыу тураһында ҡарар сығарҙы.
Башҡарыу производствоһы быйыл октябрҙә ҡуҙғатылған, шул ваҡыттан алып суд приставы-башҡарыусы бер нисә тапҡыр ойошма етәксеһенә бинаны бушатыу талабын ҡуйған, ләкин мөрәжәғәт инҡар ителгән. Етәксе, Енәйәт кодексының 315-се статьяһы буйынса яуаплылыҡ тураһында иҫкәртелһә лә, ирекле рәүештә суд ҡарарын үтәргә теләмәгәс 50 мең һум күләмендә штраф түләйәсәк.
Балаларҙы мәктәпкә әҙерләнек
Белем көнө алдынан Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы «Баланы мәктәпкә әҙерлә” акцияһын үткәрҙе. Белгестәр алимент түләмәгәндәрҙе, өйҙәренә барып, бурыстары тураһында иҫкәртте. Бындай саралар Идаралыҡ тарафынан бишенсе йыл рәттән ойошторола.
Акция иң тәүҙә алимент түләүҙәрҙе йәнләндереүгә һәм йәмәғәтселектең иғтибарын был проблемаға йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Бынан тыш, бәлиғ булмаған баланың хоҡуғын, законлы мәнфәғәттәрен яҡлау, алимент түләргә теләмәгән ата-әсәнең балаларын ҡурсалау маҡсаты күҙ уңында тотола. Акция барышында суд приставтары-башҡарыусылар, бурыслыларҙың мөлкәт торошон асыҡлау маҡсатында, улар йәшәгән урындарға барҙы, эшләгән ойошмаларҙың бухгалтерияларын тикшерҙе. Законға ярашлы, алимент бурыслы граждандың эш хаҡынан ваҡытында һәм тулыһынса тотоп барылырға тейеш. Осрашыуҙар ваҡытында белгестәр Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы өсөн дизайнер Елена Юшкова эшләгән “Сит балалар булмай” исемле календарь-иҫкәрмәләр таратты.
“Мәрхәмәтле билет” алайыҡ
Хәйриә акцияһы барышында Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре ата-әсәләренең алимент буйынса бурыстары булған 20 балаға байрам ойошторҙо – уларҙы зоопаркка алып барҙы.
Зоопарк хеҙмәткәрҙәре ҡыҙ һәм малайҙарға дөйәғоштар, ташбаҡалар, кәзә һәм һарыҡ бәрәстәре, ҡырғауыл, тауис, тейен, диңгеҙ сусҡалары, сусҡа бәрәстәре, шулай уҡ декоратив тоҡомло тауыҡ һәм әтәстәр хаҡында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Балаларға ҡайһы бер хайуандарҙы ашатырға, хатта вольер эсенә инергә лә рөхсәт иттеләр. Зоопаркта булғандан һуң бәләкәстәр киноға барҙы.
– Суд приставтарының балаларға булған иғтибарынан бик ҡәнәғәтбеҙ. Улар кескәйҙәргә шәп байрам әҙерләгән. Элекке ирем балаларҙы бағыуға бер тин дә аҡса күсермәй тиерлек, эшләмәй, эсә. Минең хеҙмәт хаҡым бигерәк аҙ. Балаларҙың ялын ойоштороуға аҡсам етмәй. “Мәрхәмәтле билет” акцияһы өсөн барыһына ла рәхмәт, — тине Өфө ҡалаһында йәшәүсе Светлана Н.