Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Легендар дивизияның шанлы үткәне
Легендар дивизияның шанлы үткәне
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында билдәле журналистар Борис Малородов менән Наил Шәйәхмәтов авторлығында донъя күргән “Легендар һәм еңелеү белмәҫ 112-се…” китабының исем туйы үтте.


Баҫма Рәсәйҙең Оборона министр­лы­ғы архивында тупланған материал­дарға, хәтерләүҙәргә таянып төҙөлгән. 200 данала урыҫ телендә нәшер ителгән китапта дивизияның яу юлы документтарҙа һәм фотоһүрәт­тәрҙә сағылған. Баш­ҡорт атлылары яҙмышын бар ысынбарлығында халыҡ­ҡа еткереү теләге ошондай китап булып донъя күрҙе, ти авторҙар. Уларҙың арта­банғы маҡсаты – гене­рал Шай­моратовҡа Герой исеме биреүҙе юллау.
– Китапты ун йыл яҙҙыҡ. Ошоғаса бөтөнләй өйрәнелмәгән мәғлүмәтте таптыҡ. Эш шуныһы менән ҡәҙер­ле: тәүге тапҡыр Генераль штабтың оператив мәғлүмәттәре бирелде. Уларҙа дивизияның айырым билдәлә­неп үтеүе башҡорт атлыларының ни тиклем данлыҡлы булыуы хаҡында һөйләй, – тине үҙ сығышында Борис Малородов.
Сараға яҙыусылар, тарихсылар, дәү­ләт эшмәкәрҙәре, ветерандар, уҡыу­сылар килде. Рәсәйҙең Федерация Советындағы Башҡортостан вәкиле Рафаэль Зиннуров китаптың әһәмиәтен билдәләп үтте. Башҡорт атлыларының үлемһеҙ ба­тырлыҡ өлгөләрен, кавалерия коман­ди­рының үҙенсәлекле һуғыш алым­­да­рын барланы.
Бындай саралар үҫеп килгән быуын­ды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү өсөн мөһим. Уҡыусылар һәм студенттар авторҙарға бихисап һорау бирҙе, дивизия үткән шанлы һәм данлы яу юлы менән ҡыҙыҡһынды. Осрашыу тура­һында хәтирә уларҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланыр әле.


Автор: Л. ҒАФАРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә