112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында билдәле журналистар Борис Малородов менән Наил Шәйәхмәтов авторлығында донъя күргән “Легендар һәм еңелеү белмәҫ 112-се…” китабының исем туйы үтте.
Баҫма Рәсәйҙең Оборона министрлығы архивында тупланған материалдарға, хәтерләүҙәргә таянып төҙөлгән. 200 данала урыҫ телендә нәшер ителгән китапта дивизияның яу юлы документтарҙа һәм фотоһүрәттәрҙә сағылған. Башҡорт атлылары яҙмышын бар ысынбарлығында халыҡҡа еткереү теләге ошондай китап булып донъя күрҙе, ти авторҙар. Уларҙың артабанғы маҡсаты – генерал Шайморатовҡа Герой исеме биреүҙе юллау.
– Китапты ун йыл яҙҙыҡ. Ошоғаса бөтөнләй өйрәнелмәгән мәғлүмәтте таптыҡ. Эш шуныһы менән ҡәҙерле: тәүге тапҡыр Генераль штабтың оператив мәғлүмәттәре бирелде. Уларҙа дивизияның айырым билдәләнеп үтеүе башҡорт атлыларының ни тиклем данлыҡлы булыуы хаҡында һөйләй, – тине үҙ сығышында Борис Малородов.
Сараға яҙыусылар, тарихсылар, дәүләт эшмәкәрҙәре, ветерандар, уҡыусылар килде. Рәсәйҙең Федерация Советындағы Башҡортостан вәкиле Рафаэль Зиннуров китаптың әһәмиәтен билдәләп үтте. Башҡорт атлыларының үлемһеҙ батырлыҡ өлгөләрен, кавалерия командирының үҙенсәлекле һуғыш алымдарын барланы.
Бындай саралар үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү өсөн мөһим. Уҡыусылар һәм студенттар авторҙарға бихисап һорау бирҙе, дивизия үткән шанлы һәм данлы яу юлы менән ҡыҙыҡһынды. Осрашыу тураһында хәтирә уларҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланыр әле.