Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эш йәшәртә лә, йәшәтә лә
Эш йәшәртә лә, йәшәтә лә
Көмәрле ауылына килеп инеү менән тәбиғәт хозурлығына, урындағы төҙөк ихата-ҡура, береһенән-береһе матурыраҡ йорттарға ҡарап, халыҡтың йәшәйеше хаҡында яҡты уйҙар ярала. Тимәк, эшһөйәрҙәр көн итә бында, шуға ла тирә-яғын һәр кем үҙ зауығына ярашлы төҙөкләндергән. Яр буйы урамындағы йорттарҙың береһендә ғүмер буйы ҡара эштә тир түккән, әммә ауыр йылдарҙың шауҡымына бирешмәгән, дәһшәтле осорҙоң михнәтен үҙ елкәһендә етерлек татыған тыл һәм хеҙмәт ветераны Хәлит Хәсәнов менән осрашып әңгәмәләшеү форсаты тейҙе.



Сафлыҡ һирпелеп торған өйгә үтеү менән тәҙрә төбөндәге гөл­дәрҙең сағыу сәскәләре күҙгә ташланды. Хужабикә Важиһа Төх­вә­туллинаның уңғанлығы йорт­тағы тәртиптә асыҡ сағыла, уны күреп күңелдә йылы хис-тойғо урғылды. Хәлит Ғайса улына ҡарап, һигеҙ тиҫтәне тултырып, туғыҙынсыны ваҡлай башлаған тип әйтмәҫһең дә, егеттәрсә төҙ кәүҙәле, аҙымдары ла еңел. 43 йыл тракторсы һөнәрен үҙ иткән ир-уҙамандың ҡырыҫ ваҡыт елдәренә бирешмәй йәшәүе — үҙе батырлыҡ өлгөһө. Бәләкәйҙән тормош дилбегәһен ололар менән бер рәттән тотоп, колхозда иртәнән ҡара кискәсә бил бөгә. Үткәндәрҙә ҡала барған йылдарға яңынан әйләнеп ҡайтыуҙы көтмәгән хужа хәтер ҡумтаһын аҡтарып, уның төпкөлөндәге күңел кисерештәрен әкрен генә иҫенә төшөрҙө.
1931 йылда Ҡыҙылъярҙа тыуған, Абҙанда һигеҙ класс тамамлаған. Артабан һуғыш ғәрәсәте яҡты хыялдарына кәртә ҡуя. Бәләкәйҙән ҡара ер эшендә ауылдаштары менән Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән.
— Эшләмәгән эш ҡалманы: сүп утау, бесән әҙерләү, көлтә ташыу, иген һуғыу, үгеҙ егеп ер тырматыу. Бригадир ҡояш сыҡмаҫ элек килеп етә. Ҡушылғанды тиҙ генә үтәйбеҙ ҙә бер аҙҙан икенсеһенә тотонабыҙ. Аслыҡ-яланғаслыҡты етерлек татыныҡ, серек картуф, үлән ашап көн күргән саҡтар әлдә һөйләргә генә ҡалды, балаҡай. Беҙ бишәү үҫтек, мин төпсөк малай. Ағайым Ғүмәр һуғыштан ҡайтҡас вафат булды. Олоһо Мәхмүтте фронтҡа ебәрмәнеләр, бронь бирҙеләр. Тылда ла кешеләр кәрәк бит. Эй ҡасып китергә тырышты яуға. ”Бәхетле кеше һуғышҡа бара”, — тип ҡайғырып бер булды. Радиоузелда эшләне. Өс ул үҫтерҙе, береһе генә иҫән, билдәле композитор Рим Хәсәнов — ағайымдың улы. Атайым ҡарт булғас, алманылар. Трактор, комбайнда тир түкте. Әлеге йәштәр беҙҙең кеүек ауыр эшкә сыҙар инеме икән, тип уйлап ҡуям ҡайһы берҙә. Нужа ҡаласын хәтһеҙ кимерҙек.
Хәлит Ғайса улына юғалтыуҙар ҙа кисерергә тура килә. Ете балаға ғүмер биргән хәләл ефете Гәүһәр Ҡотләхмәт ҡыҙы уны яңғыҙ ҡалдыра. Ҡыҙы Айгөл дә бик иртә яҡты донъянан китә. Ҡайғыларын эш, эске йән һыҙланыуы менән баҫып, алты балаһын, йортон хәстәрләй. Бөгөн Сабит, Хәжәр, Заһит, Зилә, Әлфиә, Рәйес баш ҡалала һәм яҡын-тирә ауылдарҙа үҙ иштәрен табып йәшәй, буш ваҡыттарында килеп ярҙам итеп торалар.
1978 йылдан бирле Хәлит Хәсәнов Көмәрлелә йәшәй. Важиһа Рамаҙан ҡыҙы менән бергәләп тормош ҡороуға ла — 15 йыл. Ҡатынының ул-ҡыҙҙары ла Хәҙисә, Миңниса, Әсҡәт, Филизә бала-сағалы, улар ҙа яйы тура килгәндә яҡындары янына ҡайтып, ҡыуандырып китә.
— Балалар килгәндә өй гөрләп тора, барлығы 26 ейән-ейәнсәргә өләсәй-олатайбыҙ. Был — иң оло шатлыҡ, — ти Важиһа инәй. — Тиҙҙән 80 йәшлек юбилейым уңайы менән килеп етерҙәр әле.
Элек баҫыуҙарҙа иген тулҡындары елгә тирбәлеп, ҡояш нурҙарында алтындай баҙлаһа, бөгөн буш ятҡан сәсеү ерҙәре Хәлит Ғайса улының кәйефен ҡыра.
— Хатта бағана төбөнә тиклем ҡаҙып, иген сәсер инек, – тип һүҙен дауам итә Хәлит ағай. — Һәр нәмәнең ҡәҙерен белеп үҫтек, уны балаларға ла һеңдерергә тырыштыҡ. Игенде элгәре үҙебеҙ һатыуға сығарһаҡ, хәҙер сит илдәрҙән күпләп индерелә.
Тыуған ергә береккән, уның ҡөҙрәтен белгән хеҙмәт кешеһе генә бөгөнгө хәл-торошто ана шулай йөрәге аша үткәрәлер. Шуға ла янып-көйә һәм үҙ фекерен белдереп, йәштәрҙең әүҙемлегенә баҫым яһай. Атайҙан күргән уҡ юнған тигәндәй, улдары Сабит менән Заһит атайҙа­рының данлы эшен дауам итә. Улар ғаилә династияһының йылъяҙма­һына лайыҡлы өлөш индерерҙәр тигән ышаныс уяна.
“Инйәр” гәзитенә һәр саҡ яҙылып, уны уҡып бара тыл һәм хеҙмәт ветераны. Тимәк, һәр ваҡыт яңылыҡтар уртаһында. 1992 йылдан алып рулдән төшмәгән хужа әле лә елдәй елеп “Жигули”йында кәрәк урынға бара һалып етә. Оҙаҡ йәшәү сере, ныҡлы һаулыҡ торошо менән ҡыҙыҡһыныуыбыҙға ул былай тип яуап­ланы:
— Мин тик ултырыуҙы хупламайым. Кешене бит эш йәшәтә лә, йәшәртә лә, ул — ҙур байлыҡ, әһәмиәтен, баһаһын бел генә.
Ауыр юлдар үтеп, бер ҡасан зарла­ныуҙы белмәй хеҙмәт тәмен тойоп йәшәгән изге йәнле ер кешеләре менән аралашҡан йәмле был көн ифрат һоҡланғыс тойолдо.


Автор: Миләүшә БӘШИРОВА. Район: Архангел районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә