Көмәрле ауылына килеп инеү менән тәбиғәт хозурлығына, урындағы төҙөк ихата-ҡура, береһенән-береһе матурыраҡ йорттарға ҡарап, халыҡтың йәшәйеше хаҡында яҡты уйҙар ярала. Тимәк, эшһөйәрҙәр көн итә бында, шуға ла тирә-яғын һәр кем үҙ зауығына ярашлы төҙөкләндергән. Яр буйы урамындағы йорттарҙың береһендә ғүмер буйы ҡара эштә тир түккән, әммә ауыр йылдарҙың шауҡымына бирешмәгән, дәһшәтле осорҙоң михнәтен үҙ елкәһендә етерлек татыған тыл һәм хеҙмәт ветераны Хәлит Хәсәнов менән осрашып әңгәмәләшеү форсаты тейҙе.
Сафлыҡ һирпелеп торған өйгә үтеү менән тәҙрә төбөндәге гөлдәрҙең сағыу сәскәләре күҙгә ташланды. Хужабикә Важиһа Төхвәтуллинаның уңғанлығы йорттағы тәртиптә асыҡ сағыла, уны күреп күңелдә йылы хис-тойғо урғылды. Хәлит Ғайса улына ҡарап, һигеҙ тиҫтәне тултырып, туғыҙынсыны ваҡлай башлаған тип әйтмәҫһең дә, егеттәрсә төҙ кәүҙәле, аҙымдары ла еңел. 43 йыл тракторсы һөнәрен үҙ иткән ир-уҙамандың ҡырыҫ ваҡыт елдәренә бирешмәй йәшәүе — үҙе батырлыҡ өлгөһө. Бәләкәйҙән тормош дилбегәһен ололар менән бер рәттән тотоп, колхозда иртәнән ҡара кискәсә бил бөгә. Үткәндәрҙә ҡала барған йылдарға яңынан әйләнеп ҡайтыуҙы көтмәгән хужа хәтер ҡумтаһын аҡтарып, уның төпкөлөндәге күңел кисерештәрен әкрен генә иҫенә төшөрҙө.
1931 йылда Ҡыҙылъярҙа тыуған, Абҙанда һигеҙ класс тамамлаған. Артабан һуғыш ғәрәсәте яҡты хыялдарына кәртә ҡуя. Бәләкәйҙән ҡара ер эшендә ауылдаштары менән Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән.
— Эшләмәгән эш ҡалманы: сүп утау, бесән әҙерләү, көлтә ташыу, иген һуғыу, үгеҙ егеп ер тырматыу. Бригадир ҡояш сыҡмаҫ элек килеп етә. Ҡушылғанды тиҙ генә үтәйбеҙ ҙә бер аҙҙан икенсеһенә тотонабыҙ. Аслыҡ-яланғаслыҡты етерлек татыныҡ, серек картуф, үлән ашап көн күргән саҡтар әлдә һөйләргә генә ҡалды, балаҡай. Беҙ бишәү үҫтек, мин төпсөк малай. Ағайым Ғүмәр һуғыштан ҡайтҡас вафат булды. Олоһо Мәхмүтте фронтҡа ебәрмәнеләр, бронь бирҙеләр. Тылда ла кешеләр кәрәк бит. Эй ҡасып китергә тырышты яуға. ”Бәхетле кеше һуғышҡа бара”, — тип ҡайғырып бер булды. Радиоузелда эшләне. Өс ул үҫтерҙе, береһе генә иҫән, билдәле композитор Рим Хәсәнов — ағайымдың улы. Атайым ҡарт булғас, алманылар. Трактор, комбайнда тир түкте. Әлеге йәштәр беҙҙең кеүек ауыр эшкә сыҙар инеме икән, тип уйлап ҡуям ҡайһы берҙә. Нужа ҡаласын хәтһеҙ кимерҙек.
Хәлит Ғайса улына юғалтыуҙар ҙа кисерергә тура килә. Ете балаға ғүмер биргән хәләл ефете Гәүһәр Ҡотләхмәт ҡыҙы уны яңғыҙ ҡалдыра. Ҡыҙы Айгөл дә бик иртә яҡты донъянан китә. Ҡайғыларын эш, эске йән һыҙланыуы менән баҫып, алты балаһын, йортон хәстәрләй. Бөгөн Сабит, Хәжәр, Заһит, Зилә, Әлфиә, Рәйес баш ҡалала һәм яҡын-тирә ауылдарҙа үҙ иштәрен табып йәшәй, буш ваҡыттарында килеп ярҙам итеп торалар.
1978 йылдан бирле Хәлит Хәсәнов Көмәрлелә йәшәй. Важиһа Рамаҙан ҡыҙы менән бергәләп тормош ҡороуға ла — 15 йыл. Ҡатынының ул-ҡыҙҙары ла Хәҙисә, Миңниса, Әсҡәт, Филизә бала-сағалы, улар ҙа яйы тура килгәндә яҡындары янына ҡайтып, ҡыуандырып китә.
— Балалар килгәндә өй гөрләп тора, барлығы 26 ейән-ейәнсәргә өләсәй-олатайбыҙ. Был — иң оло шатлыҡ, — ти Важиһа инәй. — Тиҙҙән 80 йәшлек юбилейым уңайы менән килеп етерҙәр әле.
Элек баҫыуҙарҙа иген тулҡындары елгә тирбәлеп, ҡояш нурҙарында алтындай баҙлаһа, бөгөн буш ятҡан сәсеү ерҙәре Хәлит Ғайса улының кәйефен ҡыра.
— Хатта бағана төбөнә тиклем ҡаҙып, иген сәсер инек, – тип һүҙен дауам итә Хәлит ағай. — Һәр нәмәнең ҡәҙерен белеп үҫтек, уны балаларға ла һеңдерергә тырыштыҡ. Игенде элгәре үҙебеҙ һатыуға сығарһаҡ, хәҙер сит илдәрҙән күпләп индерелә.
Тыуған ергә береккән, уның ҡөҙрәтен белгән хеҙмәт кешеһе генә бөгөнгө хәл-торошто ана шулай йөрәге аша үткәрәлер. Шуға ла янып-көйә һәм үҙ фекерен белдереп, йәштәрҙең әүҙемлегенә баҫым яһай. Атайҙан күргән уҡ юнған тигәндәй, улдары Сабит менән Заһит атайҙарының данлы эшен дауам итә. Улар ғаилә династияһының йылъяҙмаһына лайыҡлы өлөш индерерҙәр тигән ышаныс уяна.
“Инйәр” гәзитенә һәр саҡ яҙылып, уны уҡып бара тыл һәм хеҙмәт ветераны. Тимәк, һәр ваҡыт яңылыҡтар уртаһында. 1992 йылдан алып рулдән төшмәгән хужа әле лә елдәй елеп “Жигули”йында кәрәк урынға бара һалып етә. Оҙаҡ йәшәү сере, ныҡлы һаулыҡ торошо менән ҡыҙыҡһыныуыбыҙға ул былай тип яуапланы:
— Мин тик ултырыуҙы хупламайым. Кешене бит эш йәшәтә лә, йәшәртә лә, ул — ҙур байлыҡ, әһәмиәтен, баһаһын бел генә.
Ауыр юлдар үтеп, бер ҡасан зарланыуҙы белмәй хеҙмәт тәмен тойоп йәшәгән изге йәнле ер кешеләре менән аралашҡан йәмле был көн ифрат һоҡланғыс тойолдо.