Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ер кешеһе түҙемле
Ер кешеһе түҙемле
Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы бөгөн ураҡта бүтәндәргә үрнәк күрһәтә. Әйткәндәй, хужалыҡ малсылыҡ һәм үҫемлекселектә лә һынатмай, шулай уҡ тәүгеләрҙән булып “500 ферма” өҫтөнлөклө проектын тормошҡа ашыра.

Райондың баш агрономы Радик Рәхмәтуллин менән Уҫаҡ түше тигән урындағы арпа баҫыуына юл тоттоҡ. Бер-береһе менән уҙышып, 160 гектар майҙанды өс баҫыу карабы гиҙә, бер яҡ ситтәрәк “КамАЗ” водителе Дамир Үҙәнбаев ырҙын табағына аш­лыҡ ташыу өсөн әҙер ултыра. Хужалыҡ агрономы Урал Әхмәтйәнов әйтеүенсә, бы­йыл­ғы йыл өсөн уңыш насар түгел. Дөйөм алғанда, гектар көсө туғыҙ центнер тәшкил итһә, арпаныҡы – 12. Һәр хәлдә, киләһе йылға тулы­һынса орлоҡ запасы туплай аласаҡтар. Хужалыҡ районда беренселәрҙән бу­лып ужым арышын йы­йыуҙы тамам­ла­ған, арпаны йыйып алғас, һолоға төшәсәктәр. Артабан инде бойҙайҙы юғал­тыуһыҙ һуғып алыу бурысы тора.
Урып һуғыуҙа хужа­лыҡтың тәжрибәле комбайнсылары Зөфәр Үтәбаев, Альбрет Шаһ­моратов менән Закир Балхин юғары һөҙөмтә күрһәтә. Игенселәр өсөн төшкө аш килтерелә, шуға ла ялан-ҡырҙа өҙлөк­һөҙ эш ҡайнай.
Ер кешеһе түҙемлеҺүҙ юҡ, ҡоролоҡтан ғына түгел, ҡара сиңерткәнән дә зы­ян күргән күп хужал­ыҡтар­ҙың хәле яҡшынан түгел. Ураҡтың иң ҡыҙған мәле булыуға ҡарамаҫтан, яғыулыҡ етмәү мәсьәләһе лә борсой. Федераль һәм республика ҡаҙна­һынан бүлен­гән субси­дия­­лар ваҡытында бирелмәй. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өл­кәһендәге “ҡағыҙ воло­ки­таһы” ауыл ху­жалы­ғына ла килеп етте, ахыры – иртә таңдан баҫыуҙа йөрөргә тейеш булған күп агрономдар бөгөн төшкә ҡәҙәр бүлмәлә төрлө хатҡа яуап яҙып ултырырға мәжбүр. Ауыл хужалығы министр­лығына ла элекке ке­үек үҫтергән иге­неңде күрһә­тергә түгел, ә бер бүлмәнән икенсеһенә йөрөп, төрлө до­кументтарға бихисап ҡултамға йыйыу өсөн йыш барырға тура килә.
Нисек кенә булмаһын, йыл да икмәк үҫ­тереүселәр ерен һөрә, орло­ғон сәсә, әммә көткән уңышын йыя алмай. Һаман да игенгә хаҡтың бер кимәлдә ҡалыуы, яғыулыҡ менән тотҡарлыҡтар булыуы, уларға йәнә тәбиғәт­тең мәр­хәмәтһеҙ­леге лә ҡушылһа, ерҙе һөйгәндәрҙең дә түҙем­леге шартлап өҙөл­мәҫ ти­мә. Тейешле ярҙам, хөр­мәт һәм ҡәҙер уларға хәҙер кәрәк. Ә иртәгә һуң булыуы мөмкин.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә