Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы бөгөн ураҡта бүтәндәргә үрнәк күрһәтә. Әйткәндәй, хужалыҡ малсылыҡ һәм үҫемлекселектә лә һынатмай, шулай уҡ тәүгеләрҙән булып “500 ферма” өҫтөнлөклө проектын тормошҡа ашыра.
Райондың баш агрономы Радик Рәхмәтуллин менән Уҫаҡ түше тигән урындағы арпа баҫыуына юл тоттоҡ. Бер-береһе менән уҙышып, 160 гектар майҙанды өс баҫыу карабы гиҙә, бер яҡ ситтәрәк “КамАЗ” водителе Дамир Үҙәнбаев ырҙын табағына ашлыҡ ташыу өсөн әҙер ултыра. Хужалыҡ агрономы Урал Әхмәтйәнов әйтеүенсә, быйылғы йыл өсөн уңыш насар түгел. Дөйөм алғанда, гектар көсө туғыҙ центнер тәшкил итһә, арпаныҡы – 12. Һәр хәлдә, киләһе йылға тулыһынса орлоҡ запасы туплай аласаҡтар. Хужалыҡ районда беренселәрҙән булып ужым арышын йыйыуҙы тамамлаған, арпаны йыйып алғас, һолоға төшәсәктәр. Артабан инде бойҙайҙы юғалтыуһыҙ һуғып алыу бурысы тора.
Урып һуғыуҙа хужалыҡтың тәжрибәле комбайнсылары Зөфәр Үтәбаев, Альбрет Шаһморатов менән Закир Балхин юғары һөҙөмтә күрһәтә. Игенселәр өсөн төшкө аш килтерелә, шуға ла ялан-ҡырҙа өҙлөкһөҙ эш ҡайнай.
Һүҙ юҡ, ҡоролоҡтан ғына түгел, ҡара сиңерткәнән дә зыян күргән күп хужалыҡтарҙың хәле яҡшынан түгел. Ураҡтың иң ҡыҙған мәле булыуға ҡарамаҫтан, яғыулыҡ етмәү мәсьәләһе лә борсой. Федераль һәм республика ҡаҙнаһынан бүленгән субсидиялар ваҡытында бирелмәй. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәһендәге “ҡағыҙ волокитаһы” ауыл хужалығына ла килеп етте, ахыры – иртә таңдан баҫыуҙа йөрөргә тейеш булған күп агрономдар бөгөн төшкә ҡәҙәр бүлмәлә төрлө хатҡа яуап яҙып ултырырға мәжбүр. Ауыл хужалығы министрлығына ла элекке кеүек үҫтергән игенеңде күрһәтергә түгел, ә бер бүлмәнән икенсеһенә йөрөп, төрлө документтарға бихисап ҡултамға йыйыу өсөн йыш барырға тура килә.
Нисек кенә булмаһын, йыл да икмәк үҫтереүселәр ерен һөрә, орлоғон сәсә, әммә көткән уңышын йыя алмай. Һаман да игенгә хаҡтың бер кимәлдә ҡалыуы, яғыулыҡ менән тотҡарлыҡтар булыуы, уларға йәнә тәбиғәттең мәрхәмәтһеҙлеге лә ҡушылһа, ерҙе һөйгәндәрҙең дә түҙемлеге шартлап өҙөлмәҫ тимә. Тейешле ярҙам, хөрмәт һәм ҡәҙер уларға хәҙер кәрәк. Ә иртәгә һуң булыуы мөмкин.