Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рөстәм ХӘМИТОВ: “Беҙҙең иңдә ҙур бурыс ята”
Рөстәм ХӘМИТОВ: “Беҙҙең иңдә ҙур бурыс ята”
йәки Урындағы үҙидараның көсө нимәлә?
Кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҙур форум үтте – республиканың төрлө власть вәкилдәре, бар кимәлдәге депутаттар бер-береһенең эш алымдары менән танышты, күмәкләп халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеүҙең сифатын яҡшыртыу юлдарын эҙләне. Әһәмиәтле сарала Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Валерий Савин, Һамар ҡалаһы башлығы, Бөтә Рәсәй Урындағы үҙидара советы рәйесе Дмитрий Азаров, Өфө ҡалаһы башлығы Ирек Ялалов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Йыйынды Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы, Башҡортостан Республикаһы Муниципаль берәмектәр советы рәйесе Алексей Изотов алып барҙы.


Беҙ, ябай халыҡ, урындағы власть органдары менән көндәлек тиерлек аралашып йәшәүгә, проблема­лары­быҙ хаҡында улар менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә хоҡуҡлы­быҙ. Съезды асҡанда Рөстәм Хәмитов нәҡ ошо хаҡта билдәләп үтте:
– Халыҡтың күп өлөшөнә нин­дәйҙер һан-статистикалар, ил кимә­лендәге күрһәткестәр мөһим түгел. Улар тормош кимәлен урындағы күрһәтелгән хеҙмәттән, йәшәү шарттарынан сығып билдәләй. Бөтә йәшәйештең, тормош хәрәкәтенең уртаһында Кеше тора. Ошо хаҡта онотмаһаҡ ине. Ә уға өйөн йылытыр өсөн – газ, йыуынырға – ағып торған һыуы, магазиндарҙа үҙ етеште­реү­сеһе тәҡдим иткән аҙыҡ-түлек, уны һатып алырға аҡсаһы, үҙенә – эш, балаларына баҡса-мәктәптәрҙә урын һ.б. кәрәк. Шуға илебеҙ, респуб­лика­быҙ үҫешһен өсөн тәү сиратта беҙ – төрлө кимәлдәге власть вәкилдәре – яуап­лы. Әгәр халыҡ һиңә власты ышанып тапшырған икән, һис шик­һеҙ, шул ышанысты аҡларға тейеш­һең.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ рес­публиканың бөгөнгө тормошона ла туҡталып китте.
– Халыҡ менән власть араһы яҡыная икән, тимәк, төбәктә тормош та яҡшыра, тигән һүҙ. Һуңғы йылдар эсендә ниндәйҙер алға китеш бар: юлдар торошо яҡшыра, яңы йорттар, социаль биналар сафҡа инә, – тине ул. – Әммә проблемалар ҙа етерлек: ауыл тормошон, ҡала йөҙөн күр­кәмерәк итеү йәһәтенән башҡараһы эш байтаҡ. Мәҫәлән, алдағы йылдан ауыл биләмәләренең финанс хәле яҡшырасаҡ – 100 мең һумға күберәк аҡса бүленәсәк. Бынан тыш, трак­торҙар аласаҡтар. Тик был эштәр күлдәге тамсылай ғына әле.
Үкенескә ҡаршы, урындарҙағы ҡайһы бер властың эш һәм яуап­лылыҡ яғынан һаман да аҡһағаны һиҙелә. Халыҡ менән берҙәм эшләү, мәғлүмәт технологияларын ҡулла­ныуҙы үҫтереү, инвестициялар йә­леп итеү мөмкинлеген файҙа­ланыу һүлпән бара. Уйлап ҡына ҡарайыҡ, күпме буш ер ята, буш бина фай­ҙаһыҙға ултыра.
Ауыл хужалығы хеҙмәтсән­дәре­нең эш хаҡы уртаса 12 мең һум – дөйөм республиканыҡынан ике тапҡырға кәмерәк. Был йәһәттән дә баш­ҡа­раһы эштәр байтаҡ әле. Ябыҡ торған клубтарға йән өрөү, туған телде өйрәнеүҙе үҫтереү, ауыл балаларын төрлө ҡалаларға экскур­сияға йөрө­төү, Интернет ярҙамында музейҙарға сәйәхәт ҡылыу – бары­һын да атап сығыу мөмкин дә түгел. Әммә шуныһы шарт: халыҡтың ихтыяжын тойоп, һиҙеп эшләргә кәрәк.
Тағы бер мөһим проблемаға туҡ­талып үтте телмәрендә Рөстәм Хәмитов: ул да булһа – муниципалитеттар, биләмәләр араһындағы бәй­ләнештең һүлпән булыуы. Ысынлап та, күршеңдең хәленә ҡарап та, ҡай­һы берҙә үҙ эшеңә һығымта яһайһың бит. Шуға район-ара, ҡалалар дуҫ­лығы, биләмәләрҙең тәжрибә уртаҡлашыуы мөһим.
– Ниңә, мәҫәлән, ябай ауыл балаһына күрше ятҡан ҡалаға барып концерт ҡарамаҫҡа, спорт уйындарында ҡатнашмаҫҡа? – тигән тәү ҡарашҡа ябай, әммә шул уҡ ваҡытта тәрән мәғәнәле һорау бирҙе залға Рөстәм Зәки улы. – Берҙәмлектә – көс, тип юҡҡа әйтмәй халыҡ.
Берҙәмлек тигәндән, Башҡортос­тан – күп милләтле республика, халыҡтар дуҫлығы хаҡында төбәктән ситтә лә яҡшы беләләр. Ошо хаҡта үҙенең сығышында Рәсәй Пре­зидентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Валерий Савин да билдәләп үтте.
Урындағы власть халыҡтың йәшәү кимәлен нисек кенә күтәрергә теләмәһен, эш һуңғы сиктә барыбер ҙә аҡса юҡлыҡҡа барып төртөлә. Әлбиттә, федераль, республика, муниципаль бюджет ҡаралған, шулай уҡ инвестиция сәйәсәте менән оҫта эш итә белгән состар ҙа юҡ түгел. Тик барлыҡ аҡса яңы бина төҙөү түгел, ҡайһы берҙә тишек-тошоҡто ямарға ла етмәй. Нимә эшләргә һуң? Башҡортостан Республикаһы Муниципаль берәмектәр советы рәйесе Алексей Изотов ошо һорауға үҙенең сығышында яуап бирергә тырышты. Атап әйткәндә, Алексей Николаевич һалымдың шаҡтай өлөшө “Үҙәккә” – федераль бюджетҡа китеүенә әсенде.
– Мәҫәлән, элегерәк һалымдың 40 төрө үҙебеҙҙә ҡалһа, хәҙер – ни бары өс төрө, – тине ул. – Минеңсә, юл хәүефһеҙлеген боҙған өсөн түләнгән штраф аҡсаһын ғына үҙебеҙҙә ҡалдырһаҡ та, хәл күпкә яҡшырыр ине.
…Ике йылға бер тапҡыр уҙғары­лып килгән съездың эше ошо осрашыу менән генә сикләнеүе дөрөҫ булмаҫ ине, сөнки, республика етәк­сеһе әйткәнсә, бергәләп эшләү зарур – шул ваҡытта ғына уңышҡа өлгә­шер­гә мөмкин. Киләсәктә ҡала-район, биләмә хакимиәте баш­лыҡ- ­тары бер-береһе менән дә, халыҡ менән дә ҡулға-ҡул тотоношоп алға барыр тигән өмөттә ҡалайыҡ.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә