йәки Урындағы үҙидараның көсө нимәлә?
Кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҙур форум үтте – республиканың төрлө власть вәкилдәре, бар кимәлдәге депутаттар бер-береһенең эш алымдары менән танышты, күмәкләп халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеүҙең сифатын яҡшыртыу юлдарын эҙләне. Әһәмиәтле сарала Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Валерий Савин, Һамар ҡалаһы башлығы, Бөтә Рәсәй Урындағы үҙидара советы рәйесе Дмитрий Азаров, Өфө ҡалаһы башлығы Ирек Ялалов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Йыйынды Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы, Башҡортостан Республикаһы Муниципаль берәмектәр советы рәйесе Алексей Изотов алып барҙы.
Беҙ, ябай халыҡ, урындағы власть органдары менән көндәлек тиерлек аралашып йәшәүгә, проблемаларыбыҙ хаҡында улар менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә хоҡуҡлыбыҙ. Съезды асҡанда Рөстәм Хәмитов нәҡ ошо хаҡта билдәләп үтте:
– Халыҡтың күп өлөшөнә ниндәйҙер һан-статистикалар, ил кимәлендәге күрһәткестәр мөһим түгел. Улар тормош кимәлен урындағы күрһәтелгән хеҙмәттән, йәшәү шарттарынан сығып билдәләй. Бөтә йәшәйештең, тормош хәрәкәтенең уртаһында Кеше тора. Ошо хаҡта онотмаһаҡ ине. Ә уға өйөн йылытыр өсөн – газ, йыуынырға – ағып торған һыуы, магазиндарҙа үҙ етештереүсеһе тәҡдим иткән аҙыҡ-түлек, уны һатып алырға аҡсаһы, үҙенә – эш, балаларына баҡса-мәктәптәрҙә урын һ.б. кәрәк. Шуға илебеҙ, республикабыҙ үҫешһен өсөн тәү сиратта беҙ – төрлө кимәлдәге власть вәкилдәре – яуаплы. Әгәр халыҡ һиңә власты ышанып тапшырған икән, һис шикһеҙ, шул ышанысты аҡларға тейешһең.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ республиканың бөгөнгө тормошона ла туҡталып китте.
– Халыҡ менән власть араһы яҡыная икән, тимәк, төбәктә тормош та яҡшыра, тигән һүҙ. Һуңғы йылдар эсендә ниндәйҙер алға китеш бар: юлдар торошо яҡшыра, яңы йорттар, социаль биналар сафҡа инә, – тине ул. – Әммә проблемалар ҙа етерлек: ауыл тормошон, ҡала йөҙөн күркәмерәк итеү йәһәтенән башҡараһы эш байтаҡ. Мәҫәлән, алдағы йылдан ауыл биләмәләренең финанс хәле яҡшырасаҡ – 100 мең һумға күберәк аҡса бүленәсәк. Бынан тыш, тракторҙар аласаҡтар. Тик был эштәр күлдәге тамсылай ғына әле.
Үкенескә ҡаршы, урындарҙағы ҡайһы бер властың эш һәм яуаплылыҡ яғынан һаман да аҡһағаны һиҙелә. Халыҡ менән берҙәм эшләү, мәғлүмәт технологияларын ҡулланыуҙы үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеген файҙаланыу һүлпән бара. Уйлап ҡына ҡарайыҡ, күпме буш ер ята, буш бина файҙаһыҙға ултыра.
Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең эш хаҡы уртаса 12 мең һум – дөйөм республиканыҡынан ике тапҡырға кәмерәк. Был йәһәттән дә башҡараһы эштәр байтаҡ әле. Ябыҡ торған клубтарға йән өрөү, туған телде өйрәнеүҙе үҫтереү, ауыл балаларын төрлө ҡалаларға экскурсияға йөрөтөү, Интернет ярҙамында музейҙарға сәйәхәт ҡылыу – барыһын да атап сығыу мөмкин дә түгел. Әммә шуныһы шарт: халыҡтың ихтыяжын тойоп, һиҙеп эшләргә кәрәк.
Тағы бер мөһим проблемаға туҡталып үтте телмәрендә Рөстәм Хәмитов: ул да булһа – муниципалитеттар, биләмәләр араһындағы бәйләнештең һүлпән булыуы. Ысынлап та, күршеңдең хәленә ҡарап та, ҡайһы берҙә үҙ эшеңә һығымта яһайһың бит. Шуға район-ара, ҡалалар дуҫлығы, биләмәләрҙең тәжрибә уртаҡлашыуы мөһим.
– Ниңә, мәҫәлән, ябай ауыл балаһына күрше ятҡан ҡалаға барып концерт ҡарамаҫҡа, спорт уйындарында ҡатнашмаҫҡа? – тигән тәү ҡарашҡа ябай, әммә шул уҡ ваҡытта тәрән мәғәнәле һорау бирҙе залға Рөстәм Зәки улы. – Берҙәмлектә – көс, тип юҡҡа әйтмәй халыҡ.
Берҙәмлек тигәндән, Башҡортостан – күп милләтле республика, халыҡтар дуҫлығы хаҡында төбәктән ситтә лә яҡшы беләләр. Ошо хаҡта үҙенең сығышында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Валерий Савин да билдәләп үтте.
Урындағы власть халыҡтың йәшәү кимәлен нисек кенә күтәрергә теләмәһен, эш һуңғы сиктә барыбер ҙә аҡса юҡлыҡҡа барып төртөлә. Әлбиттә, федераль, республика, муниципаль бюджет ҡаралған, шулай уҡ инвестиция сәйәсәте менән оҫта эш итә белгән состар ҙа юҡ түгел. Тик барлыҡ аҡса яңы бина төҙөү түгел, ҡайһы берҙә тишек-тошоҡто ямарға ла етмәй. Нимә эшләргә һуң? Башҡортостан Республикаһы Муниципаль берәмектәр советы рәйесе Алексей Изотов ошо һорауға үҙенең сығышында яуап бирергә тырышты. Атап әйткәндә, Алексей Николаевич һалымдың шаҡтай өлөшө “Үҙәккә” – федераль бюджетҡа китеүенә әсенде.
– Мәҫәлән, элегерәк һалымдың 40 төрө үҙебеҙҙә ҡалһа, хәҙер – ни бары өс төрө, – тине ул. – Минеңсә, юл хәүефһеҙлеген боҙған өсөн түләнгән штраф аҡсаһын ғына үҙебеҙҙә ҡалдырһаҡ та, хәл күпкә яҡшырыр ине.
…Ике йылға бер тапҡыр уҙғарылып килгән съездың эше ошо осрашыу менән генә сикләнеүе дөрөҫ булмаҫ ине, сөнки, республика етәксеһе әйткәнсә, бергәләп эшләү зарур – шул ваҡытта ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Киләсәктә ҡала-район, биләмә хакимиәте башлыҡ- тары бер-береһе менән дә, халыҡ менән дә ҡулға-ҡул тотоношоп алға барыр тигән өмөттә ҡалайыҡ.