Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Енестәр араһында айырма юғала
Енестәр араһында айырма юғала
Гөрләп торған тормошто күҙәтәм тәҙрәмдән. Ә ул баш ҡалабыҙҙың иң ҙур урамдарының береһенә ҡарай. Бар халыҡ, йәғни йәйәүлеһе лә, “тимер ат”та елдереүсеһе лә, ҡайҙалыр ашыға, бер туҡтауһыҙ ваҡытын, аҡсаһын, уйҙарын һәм аҙымдарын барлай. Өфөнөң әлеге йөҙө бер нисә йыл элеккеһенән ҡырҡа айырыла. Күҙ асып йомған арала бейек йорттар ҡалҡып сыға, әле бында, әле тегендә яңы сауҙа үҙәктәре асыла, хатта бер көн эсендә урамдың уң яғында ағастар “үҫеп сыҡһа”, һул яғындағы асфальтты алыштырып өлгөрәләр. Иҫең китер тиҙлеккә! Көн дә үҙгәреш, көн дә яңылыҡ! Тимәк, йәшәйеш алға тәгәрәй, үҫешә. Йәшә, эшлә, кеше бул! Афарин!

Әммә, “афарин”дың икенсе яғы ла бар, һәм ул бик үк ҡыуаныслынан түгел. Ҡәҙимге көнитмешебеҙҙең көндән-көн яңыра барғанына, уға яңы төр техниканың йоғонто яһағанына һылтанып, беҙ, кешеләр, мәңге үҙгәрмәй торған “рух”, “аң”, “әхлаҡ”, “этика” төшөнсәләренә лә ташлама яһай башланыҡ шикелле.
Һуңғы ике йылдағы күҙәтеүҙәремдән сығып ҡына ла шундай бер сетерекле һөҙөмтә яһарға мәжбүрмен: ни өсөндөр, хәҙерге заманда ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ араһындағы айырма кәмегәндән-кәмей. Башҡарған эше, көндәлек талаптары, йәмғиәттә биләгән урыны, ҡылыҡтары менән ҡатын-ҡыҙ ир-атҡа тиңләшә башланы кеүек. Ике енес араһындағы айырма юғала, тормоштағы ролдәре бер-береһенә оҡшай бара. Ни өсөн заман статистикаһы халыҡтың йыш ҡына стрестан яфаланыуы, енәйәттең һәм әхлаҡһыҙлыҡтың көсәйеүе, ҡайһы берәүҙәрҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы, йәшәүҙән ялҡыуы хаҡында тылҡып ҡына тора һуң? Үкенескә ҡаршы, был — көнүҙәк һәм аяныслы мәсьәләләрҙең береһе.
Ошо “әкәмәт”кә айыҡ аҡыл менән ҡараһаң, ғәйеплене табыуы ла ауыр түгел. Минеңсә, ул – ҡатын-ҡыҙ. Йәм­ғиәттең төп тотҡаһы, милләтебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн яуаплы ҡыҙҙар, апайҙар, еңгәләр һәм һеңлеләр… Бәлки, яңылышлыҡҡа этәргән көс эске тәбиғәтебеҙҙә лә түгелдер, әммә был күренеш тотош кешелекте ялмап алған.
Заман үҙгәреү менән беҙ, илдең биҙәге һәм йөҙөк ҡашы булырға тейешле ҡатын-ҡыҙ, Интернет, телевидение йәлләмәй ҡойған Көнбайыш йоғонтоһона бирелепме, үҙебеҙҙең нескә зат булараҡ тәғәйенләнешебеҙҙе онотоп барабыҙ. Ни өсөндөр ҡатын-ҡыҙ тигән бөйөк исемгә үҙ ҡулыбыҙ менән ҡара таптар һалабыҙ… Нәзәкәтле, яғымлы тормош сәскәләре булыу урынына, уҫал, ас эттәрҙәй “өрәбеҙ”, башҡаларҙан артта ҡалмайым тип, тәбиғәтебеҙгә ҡаршы килеп булһа ла, яланғасланабыҙ, йөрәгебеҙҙә тик берәү өсөн генә һаҡланырға тейешле серҙе бар донъяға асып һалабыҙ… Күңел төбөндәге тауыш: “Юҡ, улай итмә, һин бит ҡатын-ҡыҙ”, – тип күпме генә шыбырламаһын, уны ишетмәмешкә һалышабыҙ… Йәшәйеш ҡанундарына ярашлы иһә ысын ҡатын-ҡыҙ ул тап гәлсәр һауыт кеүек! Үҙе матур, үҙе нескә! Һәр вазаның һаҡлана торған айырым һауыты, хужаһы, тирә-яҡҡа нур һибеп ултырыр өсөн тәғәйен урыны – ҡояшлы тәҙрә төбө бар.
Ә бөгөн урамда ни күрәбеҙ?! Шул нәзәкәтле, сибәр “вазалар” урынына мода һәм телевидение “тәрбиәләп” сығарған яланғас ҡурсаҡтар һынлана. Күңел сафлығы, йөрәк йылыһы бөркөп торған һылыуҙар урынына бар донъяға асыулы, арыған, етди ханымдар атлай. Ҡайҙа наҙ, мөғжизә һәм хис-тойғо?
Бихисап тикшеренеүҙәрҙән билдәле дөйөм факт: бәйһеҙлеге, яланғаслығы, “йәмғиәт һәм мода ҡоло” булыуы сәбәпле, күп кенә ҡатын-ҡыҙ үҙ тәбиғәтен аса алмай, тормошта бәхет, гармония һәм тыныслыҡ таба алмай ыҙа сигә, заман талаптарына ярар өсөн үҙен ҡорбан итә. Саф хистәр, тәбиғи сағыу тәьҫораттар, илһамлы эш һәм йылы усаҡ, илаһи серлелек һәм килешле йөҙ-ҡиәфәт бөрөләнеп тә атмаған сәскә кеүек тонсоға, яһалма рәүештә юҡ ителә.
Йыш ҡына шундай күренештең ша­һиты булырға тура килә: эш ваҡытынан һуң транспортта өйөнә ҡайтып барған ханымдар үҙҙәрен асыулы, яуыз тота. Берәү ҙә уларға насарлыҡ теләмәй һәм эшләмәй ҙә, һәр кем уй-хыялы менән мәшғүл, талғын ғына юлын һүтә. Ләкин тап ошо эштән һуң була торған рәхәт тынлыҡты боҙғандар, ағыуын бер ғәйепһеҙ кешегә сәскәндәр табыла. Улар – “мода ҡорбандары”. Был төшөнсәләр үҙ-ара нисек бәйләнә һуң тип ҡыҙыҡһыныусылар ҙа юҡ түгелдер. Ә сәбәбе бик ябай: тәнен кәрәгенән күберәк асып, тирә-яҡҡа күрһәтеп кейенгән “текә” ҡыҙҙарҙың, ҡатындарҙың көнө буйы эшләү йә уҡыу осоронда энергияһы бөтә. Шуға ла улар көн аҙағына үсле, асыулы, ныҡ арыған һәм кәйефһеҙгә әүерелә. Тәндәренең күп өлөшө яланғас ханымдарға ир-ат ирекһеҙҙән ҡарарға мәжбүр була, сөнки көслө заттың тәбиғәте нескә заттарҙыҡына ҡарағанда байтаҡҡа айырыла. Ә асыҡ, ылыҡтырғыс буй-һынға ир-егет күберәк ҡараған һайын ҡатын-ҡыҙҙағы йәшәү энергияһы кәмей, әүҙемлек һәм башҡа ыңғай сифаттар ҙа үҙ-үҙен ашай. Ошо рәүешле кеше араһына сыҡҡан һәр яланғас ҡатын үҙен дә, ир-атты ла оло гонаһҡа этәрә, һаулығына ла ҙур зыян килтерә. Ғаиләләрҙең тарҡалыуы, эскелек кеүек фажиғәләрҙең дә тамыры ошонда булыуы ихтимал. Медицина күҙлегенән ҡарағанда ла ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат араһындағы был күренеште бик еңел аңлатып була. Мәҫәлән, бер танышымдың әсенеп һуҡранғанын ишетергә тура килде. Төҫ-башҡа матур, насар ғәҙәттәре булмаған мосолман егете: “Йәй етеүе беҙҙең өсөн ҙур яза инде ул. Урамға сығып, кешесә тирә-яҡҡа һоҡланып, аралашып атлау урынына күҙҙе йомоп тигәндәй йөрөргә мәжбүрбеҙ, сөнки ҡайҙа ҡарама — автобустамы, урамдамы, кафе йә башҡа урында булһынмы – ярым-яланғас ҡыҙҙар, һеңлеләр. Үҙенсәлекле, һоҡланғыс зат урынына яһалма ҡурсаҡтар йөрөй. Һөҙөмтәлә уларға ҡарап һоҡланыу урынына ытырғаныс, ғәрлек, бысраҡлыҡ тойғолары хасил була, ихтирам, ышаныс юҡҡа сыға”, — тип ысын йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәрен еткерҙе.
Ошолай ҡыланып, үҙебеҙҙең ҡатын-ҡыҙ булыу кеүек ҙур бәхетебеҙҙе ҡулдан ысҡындырабыҙ түгелме? Матур, зауыҡлы кейенеп, макияжды ла тәбиғи йөҙөбөҙҙө юҡ итер өсөн түгел, киреһенсә, сағыуландырып ебәрер өсөн ҡулланып, күңел торошобоҙҙо, уй-ниәттәребеҙҙе сафландырып, файҙалы белем туплап йәшәһәк, беҙҙән дә гүзәлерәк кеше булмаясаҡ! Был донъяға яратылғанда бирелгән тәғәйенләнешебеҙҙе теүәл үтәп, нескә заттарҙың тәбиғәтенә ҡаршы килмәй, серле лә, алсаҡ та, шул уҡ ваҡытта тыйнаҡ та, тәрбиәле лә булып йәшәһәк ине.
Йәшәйеш үҙгәрһен, тормош алға барһын, тик һәр яңылыҡ беҙҙең күңел таҙарыуына, наҙлы тәбиғәтебеҙ үҫешенә булышлыҡ иткән файҙалы өлгө йә күренеш булып ҡалһын. Киреһенсә, гәлсәр вазаны сатнатыусы йә тоноҡлаусы булараҡ түгел…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21