Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Төрлө итеп яратылһаҡ та...
Бала сағымдың йылы иҫтәлектәре араһында ҙур, сағыу төҫтә эшләнгән “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар!” китабы ла күңелемдә урын алған. Тиккә түгел был. Ата-бабаларыбыҙ борон-борондан беҙгә, йәш быуынға, башҡорт халҡының тарихына, теленә, йолаларына оло һөйөү тәрбиәләп үҫтергән, уларҙы һанларға, һаҡларға, хөрмәт итергә өйрәткән. Милли аң, Тыуған илгә һөйөү, уның киләсәге өсөн хәстәрлек тойғоларын йәш быуында тәрбиәләү эшендә һәр аҙым ихтирамға лайыҡ һәм бик күп көс талап итә.

Был эште һәр милләттә оло быуын кешеләре яҡшы аңлап, бар күңелен һалып башҡара. Әммә ҡайһы бер йәштәрҙең мин-минлеге, сит милләт кешеләрен һанға һуҡмау кеүек ҡылыҡтары тап уларҙы тәрбиәләп үҫтергәндәрҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерә. Донъяла көн дә барлыҡҡа килеп торған ижтимағи, сәйәси, милләт-ара проблемалар күп һанлы милләттәрҙең, халыҡ­тарҙың республикабыҙҙа төпләнеүенә, табыш артынан алыҫ ерҙәрҙән күсеп килеүенә сәбәпсе булып тора.
Заманында бер ауылдың бәләкәй генә мәктәбендә эшләргә тура килде. Мәктәптә йәмғеһе 80 уҡыусы. Улар араһында башҡорт, татар, әрмән, үзбәк, тажик балалары бар. Бер партала ултырып уҡыйҙар, бер үк программа буйынса белем алалар. Тәү ҡарашҡа был ҡолаҡҡа ятышһыҙ кеүек яңғыраһа ла, ысынында иһә балалар бик татыу, матур умартаны хәтерләтә. Һәр уҡыусының үҙенә генә хас сифаттары, ҡылыҡтары, фекерләү ҡеүәһе фонында ҡалғандар ҙа икенсерәк, үҙенсәлекле булып асыла. Улар араһында кешене милләтенә ҡарап ситләтеү, йәберләү бөтөнләй юҡ. Уҡытыусы булараҡ, мин ошо татыу уҡыусыларҙы күҙәтеп, ихлас һоҡлана инем. Ул ғына ла түгел, үҙем дә уларҙан өлгө ала торғайным. Мәҫәлән, бал ҡортондай етеҙ, бер урында тик тормаған татар ҡыҙҙарынан мин етеҙлеккә, саялыҡҡа өйрәнһәм, үзбәк уҡыусыларымдан иһә һәр эште төплө уйлап, ҡабаланмай, һәүетемсә генә башҡарыу өлгөһөн алдым. Тажик, үзбәк халҡы малайҙарының бала саҡтан уҡ ҡатын-ҡыҙға, йәғни нескә затҡа ҡарата булған бик һаҡсыл, ихтирамлы, әҙәпле мөнәсәбәте хайран ҡалдырҙы. Башлаған эште еренә еткереп ҡуйыу – ул малайҙарҙың тормош девизы, тип әйтергә лә була. Әрмән ҡыҙында тыйнаҡлыҡ, етдилек, тырышлыҡ һыҙаттары өҫтөнлөк итһә, әрмән малайы үҙенең эскерһеҙ, ихлас, йылмайыу китмәгән йөҙө, йылы ҡарашы менән әсир итте. Башҡорт ҡыҙҙарының быуаттар буйы йәшәп килгән ҡырыҫыраҡ һәм етди ҡарашы менән егеттәренең ябай, ихлас булыуҙары ла тәбиғи. Ошо бәләкәй генә ваҡыт эсендә мин милләт-ара дуҫлыҡтың, аралашып йәшәүҙең байтаҡ ыңғай яҡтарын астым, тормошта бик тә файҙалы дәрес алдым.
Дәрес тигәндән ошо төрлө милләт кешеһенең фиғеленә бәйле бер ҡыҙыҡлы хәл иҫкә төштө. Юғары уҡыу йортоноң өсөнсөмө, дүртенсеме курсында беҙгә үҙ эшенә намыҫлы һәм заманса юҫыҡтан ҡараған, һәйбәт уҡытыусы белем биргәйне. Башҡорт әҫәрҙәренә бәйле бәхәстәр, фекер алышыуҙар менән ҡыҙыҡтыра ине ул ағайҙың дәрестәре.
Шулай бер көндә башҡорт һәм татар милләтле ҡатын-ҡыҙ тураһында һүҙ сыҡҡас, яратҡан уҡытыусыбыҙ беҙгә, тик ҡыҙҙарҙан ғына торған төркөмгә, бик әсе, әммә шул уҡ ваҡытта дөрөҫ хәҡиҡәтте асты.
– Егелгән ике ат арбаһын күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, – тине ул. – Ике арба – ике ғаилә тормошо, береһендә – башҡорт, икенсеһендә – татар ҡатыны һәм ире. Хәҙер ошо ике арбаның ҡоролошона иғтибар итегеҙ: башҡорт арбаһында дилбегәне үҙе батыр, үҙе шәп һәм сос ҡатын-ҡыҙ тотҡан да тирләп-бешеп арбала иҙрәп, эшһеҙ рәхәтләнеп ял итеп барған ирен һөйрәй. Имеш, уңған ҡатын донъяны бынамын итеп, тик үҙ көсө менән генә көтә. Башҡорт иренә нимә ҡала: булған әҙер шарттарҙа, майҙа йөҙөп көн итергә.
Ә татар милләтенән булған ғаиләнең арбаһына күҙ һалһағыҙ, унда бөтөнләй икенсе күренеш: ир кеше ҙур ғорурлыҡ менән дилбегәне тотҡан, арбаны алға алып бара. Ә янында хәләл ефете, күбәләктәй елпенеп, матур итеп биҙәнеп-һыланып, һандуғастай сутылдап, иренең күңелен күтәреп, кәрәк ерендә маҡтап, баллы-майлы хәбәре менән әүрәтеп, һиҙҙермәй генә арбаны үҙенә кәрәк яҡҡа бороп, тормош юлын дауам итә.
Имеш, бар нәмәгә ир – баш, ир – хужа. Ә ысынында иһә был ғүмер арбаларында кем хужа, кем ялсы ролендә икәнлеге хаҡында уйлап ҡарарға кәрәк бит әле. Татар иреме, әллә башҡорт иреме? Дилбегәне тотоу менән генә хужа булып булмай.
Ошо хәҡиҡәт миҫалында ҡайһы бер курсташтарым үҙен танып, уйға батты, ә сосораҡтары был кәрәкле “һабаҡты” башына һалып та ҡуйҙы. Бәлки, киләсәктә кәрәге тейер...
Әлбиттә, көнүҙәк тормоштоң һәр күренеше – үҙе бер дәрес. Башҡорт ҡатындарына тап ошо татар ҡыҙҙарынан нәзәкәтлеккә, аҙ булһа ла хәйләгә өйрәнеү, ғаилә тормошонда ҡулла­нырлыҡ “серле ҡағиҙәләр” һис ҡамасау булмаҫ ине кеүек. Бер-береңде күрә алмау хәленә еткергәнсе, белем, фекер, оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашыу файҙалыраҡ та, кешелек­лерәк тә. Сөнки ер йөҙөндәге халыҡтар бушҡа ғына төрлө-төрлө итеп яралтылмаған. Тән төҫө, буй-һын ҡоролошо, теле, ғөрөф-ғәҙәттәре, тарихы, төпләнгән ерҙәре менән бер-береһенән айырылған бар кешеләр ҙә – ысынында бер тигеҙ бәндәләр. Тик уларҙың ошо рәүешле айырылыуы, милли һыҙаттары һәм яуланған ҡаҙаныштары халыҡтар араһында маҡтанып, танау сөйөп йөрөү өсөн түгел, ә үҙ-ара белем, кәңәш, оҫталыҡ менән бүлешеп, сәмләнеп, илһамланып, яҡшырғандан-яҡшыра барып ғүмер юлын тиң үтеү өсөн тәғәйенләнгән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә