Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Теүәл фән теүәллекте ярата
Теүәл фән  теүәллекте ярата
Йөҙө һәр саҡ йылмайыуҙан балҡып торған йәш сырайлы был гүзәл зат вәкиленең өс тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт стажы барлығына ышанырлыҡ та түгел. Ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған барлыҡ уҡытыусылар ҙа шундай һоҡланыу тыуҙыра шул.


Асҡын ҡыҙы Фатима Има­еваның күңеленә был һөнәргә һөйөү тойғоһо башланғыс клас­тарҙа белем алған сағында уҡ һалына. Хыялына тоғро ҡалып, ҡыҙ урта мәктәптән һуң Бөрө дәүләт педагогия институтына (хәҙер – БДУ-ның Бөрө филиалы) уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағас, районда эшләй, унан баш ҡалаға күсә. Әле Фатима Фазылбәк ҡыҙы – Өфөләге 84-се татар гимназияһының юғары категориялы математика уҡытыусыһы.
Ижади эшләгән педагог предметты һәм уны өйрәтеү алымдарын, балаларҙың психология­һын яҡшы белеүе менән ихтирам ҡаҙанған уҡытыусының дәрестәре теүәллеге, ғилми-ғәмәли кимәле, күргәҙмә мәғлүмәткә бай булыуы менән айырылып тора. Фатима Фазылбәк ҡыҙы белем биреү һәм тәрбиә өлкәһендә электән ҡалыплашҡан алымдарға өҫтөнлөк бирмәй, ә заманса юлдарҙы эҙләй. “Бала дәрестә шым ултырырға тейеш түгел, уның күңеленә мәсьәләне төбөнә ҡәҙәр төшөнөү маҡсатын һалырға кәрәк”, – ти педагог. Ошондай тәжрибә алымы, талапсанлығы һөҙөм­тәһендә уҡыусылары төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа даими уңыш ҡаҙана, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа тәүге урындарҙы яулай.
Математика уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе булараҡ, Фатима Имаева йәш педагогтарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, клас­тан тыш саралар, “оҫталыҡ дәрестәре” уҙғара. Олимпиада, имтихан эштәрен тикшереү буйынса комиссияларҙың ағзаһы ла ул.
Фатима Фазылбәк ҡыҙы – иң яҡшы класс етәкселәренең береһе. Йәш быуынды берләштереүгә, үҙаллылыҡҡа өйрәтеүгә, һәләттәрен үҫтереүгә күп көс һала ул. Рәхмәтле уҡыусылар остазының янына килеп йә шылтыратып хәлен белә, кәңәш һорай. Яҡшылыҡ шулай онотолмай, быуындан быуынға тапшырыла килә шул.




Автор: Мәүзилә ҮТӘЕВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә