Йөҙө һәр саҡ йылмайыуҙан балҡып торған йәш сырайлы был гүзәл зат вәкиленең өс тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт стажы барлығына ышанырлыҡ та түгел. Ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған барлыҡ уҡытыусылар ҙа шундай һоҡланыу тыуҙыра шул.
Асҡын ҡыҙы Фатима Имаеваның күңеленә был һөнәргә һөйөү тойғоһо башланғыс кластарҙа белем алған сағында уҡ һалына. Хыялына тоғро ҡалып, ҡыҙ урта мәктәптән һуң Бөрө дәүләт педагогия институтына (хәҙер – БДУ-ның Бөрө филиалы) уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағас, районда эшләй, унан баш ҡалаға күсә. Әле Фатима Фазылбәк ҡыҙы – Өфөләге 84-се татар гимназияһының юғары категориялы математика уҡытыусыһы.
Ижади эшләгән педагог предметты һәм уны өйрәтеү алымдарын, балаларҙың психологияһын яҡшы белеүе менән ихтирам ҡаҙанған уҡытыусының дәрестәре теүәллеге, ғилми-ғәмәли кимәле, күргәҙмә мәғлүмәткә бай булыуы менән айырылып тора. Фатима Фазылбәк ҡыҙы белем биреү һәм тәрбиә өлкәһендә электән ҡалыплашҡан алымдарға өҫтөнлөк бирмәй, ә заманса юлдарҙы эҙләй. “Бала дәрестә шым ултырырға тейеш түгел, уның күңеленә мәсьәләне төбөнә ҡәҙәр төшөнөү маҡсатын һалырға кәрәк”, – ти педагог. Ошондай тәжрибә алымы, талапсанлығы һөҙөмтәһендә уҡыусылары төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа даими уңыш ҡаҙана, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа тәүге урындарҙы яулай.
Математика уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе булараҡ, Фатима Имаева йәш педагогтарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, кластан тыш саралар, “оҫталыҡ дәрестәре” уҙғара. Олимпиада, имтихан эштәрен тикшереү буйынса комиссияларҙың ағзаһы ла ул.
Фатима Фазылбәк ҡыҙы – иң яҡшы класс етәкселәренең береһе. Йәш быуынды берләштереүгә, үҙаллылыҡҡа өйрәтеүгә, һәләттәрен үҫтереүгә күп көс һала ул. Рәхмәтле уҡыусылар остазының янына килеп йә шылтыратып хәлен белә, кәңәш һорай. Яҡшылыҡ шулай онотолмай, быуындан быуынға тапшырыла килә шул.