Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡала малайҙарына – һалдат бутҡаһы
Ҡала малайҙарына – һалдат бутҡаһы
Статистика буйынса, илдә ун үҫмерҙең береһендә генә әрме сафына баҫыу теләге бар. Әммә малайҙарҙың танауын мыш-мыш тартып: “Үҫкәс, Тыуған илде һаҡлая­саҡмын!” – тиеү күренештәре йәшәй әле. Балаларҙың ҡорал тотоп, һалдат кейемендә “һуғыш шарттарында” үҙҙәрен һынап ҡарауы – ышаныслы тәрбиә алымда­рының береһе.

“Салют” балалар һауыҡтырыу лагерында “Йәш спецназсы” тип аталған профилле смена үтте. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан төрлө йәштәге 70-тән ашыу малай асыҡ һауала, тәбиғәт ҡосағында ял итеп кенә ҡалманы, хәрби оҫталыҡҡа өйрәнде, әрме тормошон татып ҡараны.
Инструктор “һалдаттар”ға һалҡын ҡорал менән һөжүм итеүсенән һаҡланыу ысулдарын өйрәтә. Унға яҡын осраҡ менән танышып өлгөрҙө малайҙар. Уйын шарты буйынса берәү һөжүм итә, икенсеһе һаҡлана. Кем сифатында уйнауҙарына ҡарамаҫтан, йәш спецназсылар йөҙөндә тырышлыҡ, сәм ярылып ята. Инструктор­ҙың һәр һүҙен, күрһәтмәһен йотлоғоп тыңлауҙары, самалап ҡабатлап тороуҙары – уларҙың ҡәнәғәт булыуына асыҡ ишара. Был – лагерь тор­мо­шоноң бер көнө генә, алда иң “тәмлеләре” көтөлә: төнгө һөжүм, марш-йүгереү һәм башҡалар.
Шуныһын да әйтмәй булмай: курсанттар араһында төрлө йәштәге, ҡылыҡ-фиғелдәре лә башҡа малайҙар бар. Мәҫәлән, 25-е – бәлиғ булмаған “ауыр” холоҡлолар, 25-е – хәрби-патриотик ойошма тәрбиәләнеүселәре. Быға ҡарамаҫтан, бер туғандарҙай татыу йәшәй улар. Әрме тормошо бит тәү сиратта берҙәмлек талап итә.
Беренсе взвод ҡул һуғышы оҫталығына төшөнгән арала икенселәр ҡорал менән таныша. Инструкторҙың: “Быныһы, курсанттар, “АК-74”, – тип әйтеүе була, ма­лайҙар кемуҙарҙан ҡоралдың яу мөмкинлектәрен һанай башлай. Ошондай үҫмерҙәрҙән оҫта һалдат сыҡмаймы ни? Дөрөҫ йүнәлеш кенә бирергә кәрәк.
– Егеттәр, – тип мөрәжәғәт итә өсөнсө инструктор үҙ взводына. Былай өндәшеү – үҙе үк ғорурлыҡ тигәндәй, курсанттар башын юғары сөйөп, хәрби техника тура­һында мәғлүмәт тыңлай, Рәсәй ҡоралының ыңғай яҡтарын баһалай.
– Был сменаның эшләп килеүенә – 23 йыл. Ҡасандыр курсанттарға ял итеү, хәрби оҫталыҡҡа өйрәнеү мөмкинлеге йүнләп булмай ҙа торғайны. Был йәһәттән “Йәш спецназсы”ларға көнләшерлек: барыһы ла урынында, етеш. Шарттарҙың ҡәҙерен белеп, кинәнеп ял итеү, хәрби тормошто ныҡлап өйрәнеү зарур, – тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Куликов.
Бындай лагерҙа шөғөлләнгән малайҙар хәтерендә “һалдат бутҡаһы” оҙаҡ һаҡланыр. Алған һабаҡтары ла ысын хәрби хеҙмәттә ҙур ярҙам булыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә