Статистика буйынса, илдә ун үҫмерҙең береһендә генә әрме сафына баҫыу теләге бар. Әммә малайҙарҙың танауын мыш-мыш тартып: “Үҫкәс, Тыуған илде һаҡлаясаҡмын!” – тиеү күренештәре йәшәй әле. Балаларҙың ҡорал тотоп, һалдат кейемендә “һуғыш шарттарында” үҙҙәрен һынап ҡарауы – ышаныслы тәрбиә алымдарының береһе.
“Салют” балалар һауыҡтырыу лагерында “Йәш спецназсы” тип аталған профилле смена үтте. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан төрлө йәштәге 70-тән ашыу малай асыҡ һауала, тәбиғәт ҡосағында ял итеп кенә ҡалманы, хәрби оҫталыҡҡа өйрәнде, әрме тормошон татып ҡараны.
Инструктор “һалдаттар”ға һалҡын ҡорал менән һөжүм итеүсенән һаҡланыу ысулдарын өйрәтә. Унға яҡын осраҡ менән танышып өлгөрҙө малайҙар. Уйын шарты буйынса берәү һөжүм итә, икенсеһе һаҡлана. Кем сифатында уйнауҙарына ҡарамаҫтан, йәш спецназсылар йөҙөндә тырышлыҡ, сәм ярылып ята. Инструкторҙың һәр һүҙен, күрһәтмәһен йотлоғоп тыңлауҙары, самалап ҡабатлап тороуҙары – уларҙың ҡәнәғәт булыуына асыҡ ишара. Был – лагерь тормошоноң бер көнө генә, алда иң “тәмлеләре” көтөлә: төнгө һөжүм, марш-йүгереү һәм башҡалар.
Шуныһын да әйтмәй булмай: курсанттар араһында төрлө йәштәге, ҡылыҡ-фиғелдәре лә башҡа малайҙар бар. Мәҫәлән, 25-е – бәлиғ булмаған “ауыр” холоҡлолар, 25-е – хәрби-патриотик ойошма тәрбиәләнеүселәре. Быға ҡарамаҫтан, бер туғандарҙай татыу йәшәй улар. Әрме тормошо бит тәү сиратта берҙәмлек талап итә.
Беренсе взвод ҡул һуғышы оҫталығына төшөнгән арала икенселәр ҡорал менән таныша. Инструкторҙың: “Быныһы, курсанттар, “АК-74”, – тип әйтеүе була, малайҙар кемуҙарҙан ҡоралдың яу мөмкинлектәрен һанай башлай. Ошондай үҫмерҙәрҙән оҫта һалдат сыҡмаймы ни? Дөрөҫ йүнәлеш кенә бирергә кәрәк.
– Егеттәр, – тип мөрәжәғәт итә өсөнсө инструктор үҙ взводына. Былай өндәшеү – үҙе үк ғорурлыҡ тигәндәй, курсанттар башын юғары сөйөп, хәрби техника тураһында мәғлүмәт тыңлай, Рәсәй ҡоралының ыңғай яҡтарын баһалай.
– Был сменаның эшләп килеүенә – 23 йыл. Ҡасандыр курсанттарға ял итеү, хәрби оҫталыҡҡа өйрәнеү мөмкинлеге йүнләп булмай ҙа торғайны. Был йәһәттән “Йәш спецназсы”ларға көнләшерлек: барыһы ла урынында, етеш. Шарттарҙың ҡәҙерен белеп, кинәнеп ял итеү, хәрби тормошто ныҡлап өйрәнеү зарур, – тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Куликов.
Бындай лагерҙа шөғөлләнгән малайҙар хәтерендә “һалдат бутҡаһы” оҙаҡ һаҡланыр. Алған һабаҡтары ла ысын хәрби хеҙмәттә ҙур ярҙам булыр.