Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып үҫкән ил артыҡ
Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып үҫкән ил артыҡ
Гармун моңо ағыла. Өй эсе илаһи нурға сорналғандай. Йөрәк төпкөлөнә үтеп, һәр кемдең күңел ҡылдарын сирткән көйҙәрҙе Миҙхәт Ғайсар улы уйнай. Бармаҡтары гармун телдәре буйлап йүгерә, ҡараштары алыҫҡа төбәлгән...

Тыуған яҡтарын, яҡындарын һағынған һайын ҡулына гармунын ала ул. Күңелен шулай бушата. Йөрәктәрҙе елкендереп, башҡорт көйҙәрен уйнап ебәрһә, гүйә, үҙ төйәгенә, гүзәл Дим буйҙарына ҡайтып килгәндәй була, һағыныу тойғоһо ла бер аҙ баҫыла. Ҡайһы саҡта атаһына улы Руслан да ҡушыла. Икәүләшеп гармунда өҙҙөрәләр — йөрәктәрҙе тетрәндерерлек талғын моңдарҙы дәртле бейеү көйҙәре алыштыра. Барыһын да тойоп, һиҙеп торған хужабикә, шуны ғына көткәндәй, тыпырҙатып бейергә төшөп китә. Бына шулай, үҙ күңелен үҙҙәре күтәреп, күгәрсендәрҙәй гөрләшеп, туғандарын, дуҫтарын һоҡландырып, алыҫ Сорғот ҡалаһында гөрләтеп донъя көтә Мөхәмәтшиндар. Тыуған Башҡортостаныбыҙҙан ситтә йәшәһәләр ҙә, телебеҙҙе, йыр-моңдарыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе онотмаған, ул ғына ла түгел, балаларының күңелендә лә рухи ҡиммәттәребеҙгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләй алған был ғаиләгә ҡарап, туған телдең ҡәҙерен тағы ла нығыраҡ аңлайһың.
Йәмилә Хәйретдин ҡыҙы менән Миҙхәт Ғайсар улы Мөхәмәтшиндар сығышы менән Әлшәй районының Тәүәтәй ауылынан. Бала саҡтан, мәктәп йылдарынан бер-береһен белеп, күреп үҫкән ике йәш йөрәк 1989 йылда мәңгелеккә сәстәрен-сәскә бәйләй. Ата-әсәһенең фатихаһы менән ғаилә ҡорған йәштәр Сорғотҡа юллана.
—Башҡортостаныбыҙҙан ситкә сығып китеүебеҙгә 25 йыл да булып китте. Тыуған яҡ үҙенә һаман да нығыраҡ тарта, тыуған төйәк, тыуған йортобоҙ саҡырып торған төҫлө. Шуға ла оҙайлы ялыбыҙҙы мотлаҡ Башҡортостаныбыҙҙа үткәрергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ҡайһы ваҡыт йы­лына өсәр-дүртәр тапҡыр ҡайтырға тура килә. Аллаға шөкөр, ике яҡтан да туғандарыбыҙ күп. Юбилей, туй мәжлестәренән ҡалдырмайҙар. Беҙгә инде, тыуған яҡҡа ҡайтыу һылтауы ғына булһын, елдереп ҡайтып етәбеҙ, — ти Йәмилә Хәйретдин ҡыҙы.
Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, татыу ғүмер кисерә бөгөн Мөхәмәтшиндар. Ғаилә башлығының хеҙмәт стажы 27 йыл, ситтән тороп нефть техникумын тамамлаған. Ә хужабикә —«Йылмайыу» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. Быға тиклем һатыусы, почта хеҙмәткәре лә булырға тура килгән уға. Йәмилә Хәйретдин ҡыҙы менән Миҙхәт Ғайсар улы ике улға ғүмер бүләк иткән. Үҙебеҙҙең илдә йәшәп, «башҡортмон» тип күкрәк ҡағып йөрөп тә, үҙ телендә бер һүҙ ҙә әйтә алмаған ҡайһы бер милләттәштәребеҙгә Артур менән Руслан үрнәк булырлыҡ. Икеһе лә әсә телендә иркен аралаша, башҡорт йырҙарын ярата, халҡыбыҙҙың та­рихы менән ҡыҙыҡһына, йолаларын яҡшы белә. Туған телгә һөйөү, әлбиттә, тәү сиратта тәрбиәнән киләлер. Юҡҡа ғына «Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр» тип әйтмәйҙәр бит. Мөхәмәтшиндарға был йәһәттән һүҙ тейҙерерлек түгел. Улдары менән өйҙә тик башҡортса ғына һөйләшәләр, бергәләшеп тыуған яҡҡа ла йыш ҡайталар, шул арала илебеҙҙең төрлө иҫтәлекле, тарихи урындарына сәйәхәт итергә лә өлгөрәләр. Былар ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаған.
Өлкән улдары Артур Сорғоттағы 3-сө лицейҙы тамамлағандан һуң юғары белемде мотлаҡ Өфөлә аласағын белдергән, атаһы юлынан китеп, Өфө дәүләт нефть техник университетын һайлаған. Биш йыл уҡып, быйыл ҡулына диплом алған, яңыраҡ Сорғотҡа ҡайтып, атаһы янында эш башлаған. Русландары иһә быйыл XI класс бара. Бәләкәйҙән яҡшы уҡый, бигерәк тә теүәл фәндәрҙе үҙ итә. Үҙ көсөнә ышанған егет БДИ-нан һис ҡурҡмауын белдерҙе. Киләсәген сәнғәт менән бәйләргә теләй, ағаһы кеүек Өфөгә ҡайтып, 3. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында белем алыу хаҡында хыяллана. Башҡорт ере, башҡорт мөхите, күрәһең, уны ла үҙенә тарта.
Тыуған ерҙән ситтә йәшәһәләр ҙә, күңелдәре менән һәр ваҡыт үҙ төйәгендә Мөхәмәтшиндар. Бер уйлаһаң, хәҙер мөмкинлектәр ҙә байтаҡ.
— Рәхәтләнеп БЮТ, “Ҡурай”, “Туған тел” телеканалдарын ҡарайбыҙ. Бигерәк тә «Алтын тирмә», «Дарман», «Ҡайтайым ауылыма», «Тәмле», «Йырым булһын бүләгем» тапшырыуҙары оҡшай, Башҡортостан яңылыҡтары менән дә танышып барабыҙ. Быға тик­лем «Юлдаш» радиоһын да тыңлай торғайныҡ, тик ниңәлер хәҙер ул беҙҙә тотмай башланы. Ҡалабыҙға Башҡортостан артистары, театрҙары килеүе — оло бер байрам, һәр береһенә балалар менән бергә йөрөргә тырышабыҙ. Туған йыр-моңдарыңды тыңлап, ҡалалағы башҡорттар менән үҙ телеңдә рәхәтләнеп аралашып, илһамланып, дәртләнеп ҡайтыуға ни етә! — ти Миҙхәт Ғайсар улы.
Ҡатыны ла уның һүҙҙәрен ҡеүәтләй:
— Беҙҙә башҡорттар күп йәшәй. Бергә йыйылып, төрлө сара ойошторабыҙ. Йыл һайын Рәсәй көнөндә «Йондоҙлоҡ» тигән байрам уҙа. Тирмә ҡорабыҙ, милли ризыҡтар әҙерләйбеҙ, халҡыбыҙҙың йыр-моңдарын тыңлайбыҙ. Милләттәштәребеҙҙе бергә туплап, танышыу, аралашыу йәһәтенән шәп сара. Милли байрамдарыбыҙҙы ла онотмайбыҙ, Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәрен матур итеп үткәрәбеҙ. Ҡалабыҙҙа мәсет тә бар, унда йыш йөрөйбөҙ.
Донъя көткәндә, бигерәк тә сит-ят ерҙә, дуҫтарһыҙ йәшәүе, ай-­һай, еңелдән түгелдер. Тормоштоң төрлө сағы була бит. Кәрәгендә саҡта ярҙам ҡулы һуҙып, терәк-таяныс булырҙай, ҡыуанғанда шатлығыңды уртаҡлашырҙай дуҫ-иштәрең булыуы оло бәхет. Мөхәмәтшиндарҙың да Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған дуҫтары байтаҡ. Мәҫәлән, Зилә менән Рәил Кирәевтәр, Әлиә һәм Фидус Әхмәтйәновтар ауылдаштары булһа, Альбина һәм Вәсим Миңләхмәтовтар — Мәсетле, Гүзәл менән Альберт Хисмәтуллиндар — Асҡын, Зифа һәм Фәһим Миңләхмәтовтар Ҡариҙел районынан килгән. Бергәләшеп ихлас донъя көткән көндәре. Бөтә ғаилә байрам­дарын да күмәкләшеп күңелле уҙғара улар, балалары ла бер-береһе менән аралашып үҫә.
Бәхетле тормошҡа алып барған юлды табып, һынауҙар, ҡаршылыҡтар осраһа ла, тайпылмайынса, иңде-иңгә терәп ғүмер кисергән Мөхәмәтшиндар — күптәргә өлгө. Тыуған төйәктәренән ситтә йәшәһәләр ҙә, киләсәктә үҙҙәрен бары Башҡортостанда ғына күрә улар. Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып үҫкән ил артыҡ тигәндәй, тыуған ерҙе бер ни ҙә алыштыра алмай шул.


Автор: Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА. Район: Сорғот ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә