Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Азия менән Европа араһында”
“Азия менән Европа араһында”
Күптән түгел тыуған яҡты өйрәнеүсе Әсләм Арыҫлановтың “Азия менән Европа араһында” тигән китабы донъя күрҙе. Ошо уңайҙан авторға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә һәм асыштарға бай баҫма гәзит уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыр, моғайын.


– Әсләм Ислам улы, 2011 йылда донъя күргән “Юлдаш-Катай Нязепетровский и известные катайцы” исемле ижад емешегеҙҙә көнсығыш ҡатайҙарының тәүтормошон күрһәтеп, Силәбе өлкәһендәге Ҡатай тауынан таралған оло-ҡатай, ялан-ҡатай, бала-ҡатайҙар хаҡында ентекле мәғлүмәт биргәйнегеҙ. Быйыл “Азия менән Европа араһында” тигән икенсе китабығыҙҙы ҡулға алдыҡ. Баҫмаларҙың бер-береһе менән бәйләнеше бармы?
– Икенсе китап — беренсеһенең дауамы. Шуға йөкмәткеһен аңлар өсөн тәүгеһен белергә кәрәк. Бөтә мәғлүмәттәрҙе интернеттан (http: //aslyamaraslanov.ucor.ru/) табырға була.
– “Азия менән Европа араһында” өр-яңы тарихи мәғлүмәттәргә, асыштарға бай. Ҡайһы берҙәренә хатта ышаныуы ла ауыр.
– Дөрөҫ, ышаныуы ауыр, ләкин мин дөрөҫлөктө яҙҙым. Ошоғаса ҡатайҙарҙы донъя сигенән, Урта Азия, Кавказ, Ҡара диңгеҙ буйҙарынан, Ҡырым далаларынан күсеп килеп, Уралда төйәкләнгән кизандар тоҡомонан сыҡҡандар тип яҙҙылар. Билдәле Филиппов ҡурғандарында табылған “Алтын боландарҙы” ла Яйыҡ башҡорттарыныҡы түгел, ә савроматтарҙыҡы тип ышандырҙылар. Был мәғлүмәттр менән һис килешмәйем. Шуға эҙләндем, өйрәндем, дөрөҫлөктө асыҡларға тырыштым.
– Әсләм Ислам улы, был китабығыҙҙа, минеңсә, халҡыбыҙҙың бөтә бөйөк шәхестәренең исемлеге тәүге тапҡыр баҫтырылған.
– Эйе, был яуаплы, ауыр бурысты Башҡорт дәүләт университеты профессоры Нәзир Ҡолбахтин атҡарып сыҡты. Башҡорттоң аҫыл улдарын һәм ҡыҙҙарын милләттәштәребеҙ онотмаһын ине.
– Баҫмала тәнҡиткә лә урын бар. Айырыуса ғалимдарҙы, етәкселәрҙе ҡыйыу шелтәләйһегеҙ. Фәтүәһе булырмы?
– Әлбиттә, булыр тип уйлайым, һәр хәлдә, ҡолаҡ һалырҙарына өмөтләнәм. Яҙа башлаһаң, етешһеҙлектәр бихисап. Шул уҡ гәзит-журналдарҙы ғына алып ҡарайыҡ. Бөгөн республикала донъя күргән башҡортса баҫмаларҙы күп түрәләр инҡар итә. Сит өлкәләр тураһында әйтеп тораһы түгел. Милләттәштәребеҙ халҡыбыҙҙың хәлен, ҡаҙаныштарын ишетмәй-белмәй йәшәй. Бындай хәлгә ҡалыуыбыҙҙың төп сәбәбе, минеңсә, мәктәп программаһына индерелгән “Рәсәй тарихы” дәреслегендә башҡорттар тураһында бер ниндәй мәғлүмәт булмауында. Ә башҡорттарҙың Рәсәй өсөн йәнен-тәнен фиҙа ҡылып, аяуһыҙ алыштарҙа бил бирмәгәндәре хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Әле Мәскәүҙә дәреслектең яңы вариантын баҫмаға әҙерләйҙәр. Теләгем: китапта башҡорттар тураһында аҙ булһа ла мәғлүмәт урын алһын ине.
– Күрше өлкәләргә килгәндә, Һеҙ уларҙың киләсәге хаҡында әсенеп яҙаһығыҙ. Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә бәлә янай тип тә өҫтәгәнһегеҙ. Хәлдәр шулай уҡ ҡатмарлымы ни?
– Бөгөн Свердловск өлкәһендәге 18 башҡорт ауылының береһендә лә башҡорт теле уҡытылмай. Балалар татар телен өйрәнә. Һөҙөмтәлә ауылдар ҙа, урындағы халыҡ та татарҙар тип иҫәпләнә. Ошондай уҡ хәл бер нисә йылдан Силәбе тарафтарына ла барып етәсәк, сөнки беҙҙең Мәғариф министрлығында ултырған ағайҙар “йоҡлай”. Шул уҡ ваҡытта Силәбеләге Татар конгресы етәксеһе Лена Колесникова “Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендәге татар ауылдары” тигән энциклопедия сығарырға әҙерләнә. Иманым камил, баҫмала йөҙ башҡорт ауылының 70-е татар тип күрһәтеләсәк. Ә бит беҙҙең мәшһүр профессорыбыҙ Әнүәр ағай Әсфәндийәров “Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре башҡорт ауылдары” тигән китабын һигеҙ йыл элек яҙып бөткәйне. Ләкин хеҙмәт әле булһа донъя күрмәгән. Лена Рафиҡ ҡыҙының ижад емеше баҫыла ҡалһа, уның әһәмиәте лә ҡалмаясаҡ. Иң аяныслыһы: үткән быуаттың 20-се йылдарында Татарстандың көнсығышында 200 мең милләттәшебеҙҙе юғалҡан ише булмағайы. Шуға күңел тынғы тапмай, йәнем әрней.
– Китабығыҙҙа киҫкен мәсьәләр күтәрелә. Уларҙы хәл итеүҙә кемгә өмөт итәһегеҙ?
– Тәү сиратта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына. Ойошманың етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Румил Аҙнабаевҡа китабымды бүләк иттем, тәҡдимдәремде еткерҙем. Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов, Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов менән дә осраштым. Улар, үҙ сиратында, үрҙә телгә алынған дәреслеккә башҡорттарҙың Рәсәй дәүләте өсөн күрһәткән батырлыҡтары тураһында бер нисә эпизод индереүҙе күҙ уңында тотасаҡтарын вәғәҙәләне.
Шулай итеп, зыялыларыбыҙ, дәүләт эшмәкәрҙәребеҙ бергә тотонһаҡ, киҫкен мәсьәләләр ҙә сигенер, хәл ителер тип өмөтләнергә ҡала.
– Ижад емешегеҙҙең йөкмәткеһенә килгәндә, ҡатайҙарҙың боронғо тарихын һәм бөгөнгөһөн тулыһынса беләм тип әйтә алаһығыҙмы?
– Юҡ, әлбиттә, тарих туҡтауһыҙ эҙләнгәндә асыла. Бөгөн беҙ башҡорттарҙың үткәнен яңы күҙлектән сығып өйрәнергә тейеш. Сөнки ҡатайҙар боронғо кизандарҙың вариҫы тигән фараз 2012 йылда ДНК-ға тест үткәреү ярҙамында инҡар ителде. Тимәк, ҡатайҙар — күскенсе халыҡ түгел, ә алтын-көмөшлө Уралда мәңге йәшәгән ҡәбилә. Был хәҡиҡәтте ғалимдарыбыҙға таныуы ауыр булыр, бәлки. Ләкин әкиәт-иллюзия менән ҡәнәғәт булып йәшәгәнсе, дөрөҫлөктө таныу мең артыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә