Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Батыр яҡташым
Радик Закирйәнов Башҡорт Илсекәйе ауылында 1968 йылда донъяға килә. Мөрсәлим мәктәбенең VIII класын тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһының технология техникумында уҡый. Совет Армияһына саҡырылғас, Урта Азия сиген һаҡлай, һуңынан үҙ теләге менән Афған ерендә хеҙмәт итә.

Уға дошмандарҙың һөжү­мен, алышты, дуҫтарын юғал­тыуҙы – барыһын да күрергә тура килә. Радик Марат улы Афғанстандағы хеҙмәте өсөн «Рәхмәтле Афған халҡынан», «СССР-ҙың дәүләт сиген һаҡлауҙа батырлыҡ күрһәтеүе өсөн» тигән миҙалдар менән бүләкләнгән.
1989 йылдың 15 февралендә Амударъя йылғаһы аша һалынған 800 метрлыҡ “Совет-Афған дуҫлығы” күпере өҫтөндә 40-сы армия етәксеһе генерал Гро­мовтың: “Минән һуң бер совет һалдаты ла ҡал­маны”, — тигән ҡанатлы һүҙҙәре яңғырағас, Радик­тарҙың төркөмө совет ғәскәр­ҙәренең именлеген һаҡлап, алты сәғәт үткәс кенә ил сигенән сыға.
Хеҙмәттән ҡайтҡас, баш ҡалабыҙҙа тәүләп ойош­торолған ОМОН-да эш башлай. Ситтән тороп Өфө технология һәм сервис институтын тамамлай. Ватанына һөйөү көслө бул­ғанлыҡтан, Радик ғаиләһе менән тыуған яғына ҡайтып, оҙаҡ йылдар эске эштәр бүлегендә эшләй.
Радик Марат улы өс тапҡыр Чечен Республика­һында контракт буйынса хеҙмәт итеп ҡайта. Ата-әсә­һенә килгән Рәхмәт хатында түбәндәге юлдар бар: «Хәрби хеҙмәт ваҡытында үҙен эшлекле, талапсан, ҡатмарлы шарттарҙа дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү­гә һә­ләтле, белемле хеҙмәткәр итеп күр­һәт­те». Ҡорал­лы енәйәтсене тотҡанда күрһәткән ба­тырлығы өсөн «Ҡаһарманлыҡ» ордены менән бүләк­ләнгән.
Утты-һыуҙы кискән, күпте күргән полиция подполковнигы бөгөн дә илебеҙ һағында. Икенсе юғары юридик белем ала. Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы эске эштәр бүле­генең участка инспекторҙары начальнигы вазифаһын башҡара, ОМОН-да хеҙмәт итә. Радик Марат улы — өлгөлө тормош иптәше, яҡшы атай ҙа. Йәмәғәте — республика милли музе­йының ғилми хеҙмәткәре Асия Фәйрүз ҡыҙы менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Оло ҡыҙҙары Алиса — була­саҡ хирург, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенткаһы, Ләлә Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала гимназияһында уҡый. Күптән түгел Закирйәнов­тар ғаиләһе ОМОН хеҙмәткәрҙәре өсөн төҙөлгән яңы йорттан фатир алып, өй туйланы.


Автор: Рифат МИРХӘЙҘӘРОВ. Район: Салауат районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә