Радик Закирйәнов Башҡорт Илсекәйе ауылында 1968 йылда донъяға килә. Мөрсәлим мәктәбенең VIII класын тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһының технология техникумында уҡый. Совет Армияһына саҡырылғас, Урта Азия сиген һаҡлай, һуңынан үҙ теләге менән Афған ерендә хеҙмәт итә.
Уға дошмандарҙың һөжүмен, алышты, дуҫтарын юғалтыуҙы – барыһын да күрергә тура килә. Радик Марат улы Афғанстандағы хеҙмәте өсөн «Рәхмәтле Афған халҡынан», «СССР-ҙың дәүләт сиген һаҡлауҙа батырлыҡ күрһәтеүе өсөн» тигән миҙалдар менән бүләкләнгән.
1989 йылдың 15 февралендә Амударъя йылғаһы аша һалынған 800 метрлыҡ “Совет-Афған дуҫлығы” күпере өҫтөндә 40-сы армия етәксеһе генерал Громовтың: “Минән һуң бер совет һалдаты ла ҡалманы”, — тигән ҡанатлы һүҙҙәре яңғырағас, Радиктарҙың төркөмө совет ғәскәрҙәренең именлеген һаҡлап, алты сәғәт үткәс кенә ил сигенән сыға.
Хеҙмәттән ҡайтҡас, баш ҡалабыҙҙа тәүләп ойошторолған ОМОН-да эш башлай. Ситтән тороп Өфө технология һәм сервис институтын тамамлай. Ватанына һөйөү көслө булғанлыҡтан, Радик ғаиләһе менән тыуған яғына ҡайтып, оҙаҡ йылдар эске эштәр бүлегендә эшләй.
Радик Марат улы өс тапҡыр Чечен Республикаһында контракт буйынса хеҙмәт итеп ҡайта. Ата-әсәһенә килгән Рәхмәт хатында түбәндәге юлдар бар: «Хәрби хеҙмәт ваҡытында үҙен эшлекле, талапсан, ҡатмарлы шарттарҙа дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүгә һәләтле, белемле хеҙмәткәр итеп күрһәтте». Ҡораллы енәйәтсене тотҡанда күрһәткән батырлығы өсөн «Ҡаһарманлыҡ» ордены менән бүләкләнгән.
Утты-һыуҙы кискән, күпте күргән полиция подполковнигы бөгөн дә илебеҙ һағында. Икенсе юғары юридик белем ала. Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы эске эштәр бүлегенең участка инспекторҙары начальнигы вазифаһын башҡара, ОМОН-да хеҙмәт итә. Радик Марат улы — өлгөлө тормош иптәше, яҡшы атай ҙа. Йәмәғәте — республика милли музейының ғилми хеҙмәткәре Асия Фәйрүз ҡыҙы менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Оло ҡыҙҙары Алиса — буласаҡ хирург, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенткаһы, Ләлә Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала гимназияһында уҡый. Күптән түгел Закирйәновтар ғаиләһе ОМОН хеҙмәткәрҙәре өсөн төҙөлгән яңы йорттан фатир алып, өй туйланы.