Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр кемдең изге бурысы
Болғаныш барған урындан мәжбүри күсенеүселәрҙең 50-һе Әбйәлил еренә һыйынды. Уларҙы район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рәйлә Солтанова етәкселегендәге төркөм Өфөнән махсус автобуста ҡаршы алды.


Һуғыш барған ерҙән күсенергә мәжбүр булғандарҙың унауһы — балалар. Район хакимиәтенең аналитика һәм мәғлүмәт бүлеге етәксеһе Линиза Сәғәҙиева әйтеүенсә, ҡасаҡтарҙың барыһы ла “Ҡайынҡай” ял йортона урынлаштырылған. Көнөнә өс тапҡыр бушлай туҡландырыу ойошторолған, беренсе ҡатта ҡәһүә, сәй эсеү өсөн махсус бүлмә йыһаз­ландырылған. Уҡыу йәшендәге ҡыҙҙар менән малайҙар Күсем мәктәбендә белем аласаҡ, сабыйҙар иһә балалар баҡсаһына йөрөйәсәк. Дүрт бала Асҡар дауаханаһында һаулығын нығыта, урта йәштәге бер кеше пуля тейеү сәбәпле яраланған. Килеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар: шахтер, француз теле уҡытыусыһы, энергетик, тау инженеры, медицина хеҙмәткәре һәм башҡалар. Бер аҙ тыныс­ланып, миграция, пенсия, медицина хеҙмәте тикшеренеүҙәре тамамланғас, эш биреүселәр менән осрашыу ҡаралған.
Ҡасаҡтарҙы тәүге кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүҙә бар район халҡы ихлас ҡатнаша, ә бына уларҙы кейендереү бурысы 34 ойошмаға йөкмәтелгән. Тыуған яҡтарын ташлап, сит тарафтарға һыйынырға мәжбүр булғандарҙың туңған күңелен аҙ ғына булһа ла иретеү, уларға бар яҡлап ярҙам итеү — һәр кемдең изге бурысы.
Әйткәндәй, дүрт ҡасаҡ алдан уҡ килеп, Әбйәлилдә һыйыныр урын тапҡайны.




Автор: К. ИШБУЛДИНА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә