Болғаныш барған урындан мәжбүри күсенеүселәрҙең 50-һе Әбйәлил еренә һыйынды. Уларҙы район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рәйлә Солтанова етәкселегендәге төркөм Өфөнән махсус автобуста ҡаршы алды.
Һуғыш барған ерҙән күсенергә мәжбүр булғандарҙың унауһы — балалар. Район хакимиәтенең аналитика һәм мәғлүмәт бүлеге етәксеһе Линиза Сәғәҙиева әйтеүенсә, ҡасаҡтарҙың барыһы ла “Ҡайынҡай” ял йортона урынлаштырылған. Көнөнә өс тапҡыр бушлай туҡландырыу ойошторолған, беренсе ҡатта ҡәһүә, сәй эсеү өсөн махсус бүлмә йыһазландырылған. Уҡыу йәшендәге ҡыҙҙар менән малайҙар Күсем мәктәбендә белем аласаҡ, сабыйҙар иһә балалар баҡсаһына йөрөйәсәк. Дүрт бала Асҡар дауаханаһында һаулығын нығыта, урта йәштәге бер кеше пуля тейеү сәбәпле яраланған. Килеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар: шахтер, француз теле уҡытыусыһы, энергетик, тау инженеры, медицина хеҙмәткәре һәм башҡалар. Бер аҙ тынысланып, миграция, пенсия, медицина хеҙмәте тикшеренеүҙәре тамамланғас, эш биреүселәр менән осрашыу ҡаралған.
Ҡасаҡтарҙы тәүге кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүҙә бар район халҡы ихлас ҡатнаша, ә бына уларҙы кейендереү бурысы 34 ойошмаға йөкмәтелгән. Тыуған яҡтарын ташлап, сит тарафтарға һыйынырға мәжбүр булғандарҙың туңған күңелен аҙ ғына булһа ла иретеү, уларға бар яҡлап ярҙам итеү — һәр кемдең изге бурысы.
Әйткәндәй, дүрт ҡасаҡ алдан уҡ килеп, Әбйәлилдә һыйыныр урын тапҡайны.